Йәмғиәт заводҡа әүерелмәксе15.12.2011
Йәмғиәт заводҡа әүерелмәксеШишмә районының "Агро-Альянс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәренең кәйефе күтәренке, йыл ярымға етерлек мал аҙығы тупланған. Ихаталарға 6,5 мең тонна бесән, һалам ҡайтарылған, 900 тонна сенаж һәм силос һалынған.
Йәмғиәткә бер нисә йыл элек Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған Руслан Хәмитов етәкселек итә. Әйткәндәй, уның атаһы Марат Хәмитов та ошо хужалыҡта оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән, уны күптәр оҫта ойоштороусы, тәжрибәле рәйес итеп хәтерләй.
– Ауыл халҡының уңғанлығына һоҡланам, үҙ ихатаһында ла тырыша, хужалыҡта ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, – ти Руслан Марат улы. – Уҙып барған йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ, киләһе йылда ла етештереү кимәлен төшөрмәҫбеҙ.
Бөгөн хужалыҡтың 800 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы механизацияланған иркен, яҡты биналарҙа тотола. Заманса һөт үткәргес урынлаштырылған. Һыуытҡыстары ла бар, көнөнә бер тоннанан ашыу продукцияны һаҡларға мөмкин. Хәҙер әсей тип ҡайғыраһы түгел. Көн һайын дәүләткә ике тоннанан ашыу һөт һаталар. Етәкселек киләсәктә йәмғиәтте ҡара-сыбар тоҡомло мал үрсетеү заводы итеп үҙгәртеүҙе күҙаллай. Бында 100-гә яҡын кеше эш менән тәьмин ителгән. Малсылыҡтан тыш, йәмғиәттең һөт эшкәртеү цехы уңышлы эшләп килә.
Хужалыҡтың 3-сө һөтсөлөк фермаһында ла эш яҡшы ҡуйылған. Бригадир Фәһим Абдрахманов малсыларҙың эшенән ҡәнәғәт. Һауынсылар Вәсимә Хәйерова, Дилә Абдуллина бында оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәт күрһәтә. Уларҙың икеһе лә, район, республика кимәлендә үткәрелгән һөт һауыу операторҙары конкурсында ҡатнашып, еңеү яулаған. Алдынғы һауынсылар йылына 12 меңдән ашыу һөт һауып алыуға өлгәшкән. Көтөүсе Әлмир Хәйретдинов та малдарҙы ваҡытында ялан кәртәгә сығара, аҙыҡ менән тәьмин итә. Әйткәндәй, Әлмир Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамы алдынан райондың Маҡтау грамотаһына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булған. Һөтсөлөк фермаһында ҡул көсө әллә ни ҡулланылмай, хәҙер бөтә "ҡара" эште "Хозяин" комбайны башҡара.
"Агро-Альянс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өлгәшелгәндәр менән генә сикләнергә уйламай. Хужалыҡ эшсәндәре киләсәктә лә райондың ғорурлығы булырға иҫәп тота.
Самат ҒӘЛИН
Шишмә районы.


Вернуться назад