Сәсеүгә әҙерлек — 84 процент22.02.2013
Башҡортостандың трактор паркының алдағы яҙғы баҫыу эштәренә техник әҙерлеге 84 процент тәшкил итә. 16 750 тракторҙың әлеге көндә 14 070-е әҙер.
Булған тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналарының һәм йыһаздарының әҙерлеге — 86–89 процент. Был үткән йылғы күрһәткестән 4–5 процентҡа юғарыраҡ.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тупраҡты сәсеүгә әҙерләүҙә 10 меңдән ашыу трактор агрегаты, шул иҫәптән сәскес, тырма һәм культиватор эшләйәсәк. Туранан-тура 4 350 агрегат ауыл хужалығы культураларын сәсеү менән мәшғүл буласаҡ. Дөйөм алғанда яҙғы баҫыу эштәрендә сама менән 14 300 трактор, шул иҫәптән 4 100 ҡарышлауыҡлы трактор ҡатнашасаҡ.
Республика машина-технологик станциялары, яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу графигы төҙөү өсөн, иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүгә ауыл хужалығы тауар эшкәртеүселәре менән килешеү төҙөй башланы ла инде.