Фәһем алдыҡ — саҡ ҡалдыҡ22.02.2013
Был аҙнаның иң мөһим ваҡиғаларының береһе, моғайын, Дәүләт Думаһының торлаҡты бушлай хосусилаштырыу ваҡытын оҙайтыу тураһында закон проектын тулыһынса ҡабул итеүе булғандыр. Законды 444 депутат бер тауыштан хупланы. Һуңынан Федерация Советы ҡарап, ул Президент өҫтәленә ятырға тейеш.
Владимир Путин быға тиклем дә: “...Минең позиция билдәле. Ундай хоҡуҡ менән 2014 йылға тәшкил хәрбиҙәр генә файҙалана ала ине. Беҙ граждандарҙы профессияһына ҡарап төрлө шарттарға ҡуя алмайбыҙ...” — тип белдергәйне. Был инде ил етәксеһенең ҡарашын сағылдырҙы.
Халыҡҡа бушлай торлағын хосусилаштырыу мөмкинлеге 1992 йылдан бирелде. Ләкин күпселек ул саҡта бының ни икәнен аңлап етмәне. Шуға ла ваҡытты 2006 йылда тағы оҙайттылар. Был да етмәне, 2010 йылда халыҡҡа йәнә мөмкинлек бирелде — 2013 йылдың 1 мартына тиклем. Бына ошонда башланды ла инде сираттар, ығы-зығы, төшөнкөлөккә бирелеү, ризаһыҙлыҡ... Шулай булмай ни, 2013 йыл башына төрлө сәбәп менән илдәге дөйөм торлаҡтың 24 проценты хосусилаштырылмағайны бит.
Ниһайәт, Дәүләт Думаһы күптәрҙе борсоған ваҡытты 2015 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтыу тураһында закон проекты ҡабул итте. Өлгөрмәй ҡалғандар, хосусилаштырыуға яңы хоҡуҡ алғандар, әлегә тиклем бик уйлап еткерелмәгәндәр тынысланғандай итте, теркәү бүлексәләре алдында сират кәмене.
Торлаҡ мәсьәләһе бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Бигерәк тә уны үҙе төҙөү мөмкинлеге булмаған ҡатламды. Эйе, хәҙер йәш һәм күп балалы ғаиләләргә төрлө льготалар ҡарала, ер участкалары бушлай бирелергә тейеш. Ләкин был “тейештәрҙе” тормошҡа ашырыу бик еңел бармай. Ашаған белмәй, тураған белә тигән шикелле, күптәрҙең бюрократик ҡаршылыҡтарға осраған саҡтары ла етерлек. Ҡайҙа “бушлай” тигән һүҙ сыға, шунда — ығы-зығы, сират, ҡағыҙҙар...
Ләкин күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Ни генә тимә, аҙ булһа ла эшләнә, сыҡҡан ҡарарҙар үтәлә.
Бында бигерәк тә социаль торлаҡ төҙөүҙе күҙ уңында тотам. Сөнки аҡсалы, күп эш хаҡы алғандар үҙҙәренә нисек һәм ниндәй ҙурлыҡта кәрәк, шул тиклем йорт һала ала. Ә бына дәүләт ярҙамына мохтаждар быны эшләүҙән мәхрүм. Теге йәки был сәбәп арҡаһында льготалар менән файҙаланыусыларҙың беҙҙә 18 төркөмө бар. Республикаға ҡағылышлы план буйынса һәм фаразлауҙарынса, 2013 йылда ошо ҡатламға ҡарағандарға 300 мең квадрат метрға тиклем социаль торлаҡ төҙөлөргә тейеш икән. “Торлаҡ” программаһына ярашлы, 2020 йылға һәр кеше 30 квадрат метр менән “ҡыйыҡлы” булыуы бар. Дөйөм алғанда, төҙөлөш буйынса һиҙелерлек алға китеш күҙәтелә. Мәҫәлән, 2011 йылда республикала 633 мең квадрат метр, 2012 йылда 1 миллион 43 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Нисек кенә тимә, халыҡ үҙе лә тырыша, дәүләт тә төрлө юлдарын эҙләй.
Шуныһын да әйтмәү мөмкин түгел, ҡайһы саҡта үҙебеҙ ҙә яйыраҡ ҡуҙғалабыҙ. Һәр сыҡҡан ҡарарҙы ҡарап, өйрәнеп барһаҡ, чиновниктарҙан тейешле льготаларҙы таптырһаҡ, ул тиклем бюрократлыҡ та булмаҫ ине, моғайын. Һәр хәлдә, шулай тип ышанайыҡ. “Яйыраҡ ҡуҙғалабыҙ”ға килгәндә, быны алда телгә алған торлаҡты бушлай хосусилаштырыуҙа ла күрҙек. Өлгөрөрәктәр 1992 йылдан бирле әллә нисәне эләктерҙе, һәлкәүерәктәр (бында һуңыраҡ торлаҡҡа эйә булыу хоҡуғын алғандар тураһында һүҙ бармай) тейешлеһенән дә ҡолаҡ ҡаға яҙҙы. Ярай әле тағы ваҡытты оҙайттылар. Ләкин бит был сара гелән шулай бармаясаҡ: ике йылдан депутат ағай-апайҙарыбыҙ “етте” тип әйтәсәк!