Һалымдан ҡасма — тыныс йоҡларһың21.02.2013
Республика бюджетының үҫеш ҡеүәте бөгөн ниндәй кимәлдә? Уны тағы күтәреү өсөн һөҙөмтәле саралар күреләме? Башҡортостан бюджетының һәм республика муниципаль берәмектәренең һалым һәм һалым булмаған килемдәрен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның Президент Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында үткән тәүге ултырышында төбәк халҡы өсөн үтә лә мөһим ошо мәсьәлә ҡаралды.

Был ведомство-ара комиссияның эшмәкәрлегендә төп маҡсат – ҡаҙнаның үҙ мәлендә тулыланыуын тәьмин итеү, республиканың һалым базаһын үҫтереү. Ултырышта билдәләнеүенсә, былтыр ҡаҙнаға йәмғеһе 441 миллиард һум йәлеп ителгән. 2011 йыл менән сағыштырғанда, былтырғы күрһәткес 16 процентҡа күберәк. Республика бюджеты иһә 120 миллиард һумға тулыланған (үҫеш – 11 процент).
Уның төп өлөшө физик шәхестәр килеменә һалымдан (32 процент) һәм ойошмаларҙың табышына һалымдан (27 процент) килгән. Шулай уҡ ҡаҙна акциз түләүҙәренән (13 процент), мөлкәт һалымынан (9 процент), дәүләт ҡарамағында булған мөлкәтте файҙаланыуҙан да (10 процент) тулыланған. Әйткәндәй, физик шәхестәр һалымының күләме туранан-тура халыҡтың йәшәү кимәленә бәйле – һуңғыһы үҫһә, был төр һалымдан бюджетҡа килгән табыш та юғары була. Үткән йылда республикала уртаса хеҙмәт хаҡы һиҙелерлек артҡан, тимәк, ҡаҙна ла килемде күберәк алған. Ә бына ойошмаларҙың табышына һалымдан килгән килем тотороҡло түгел – былтыр ҙа ни бары 6 процентҡа үҫкән. Шуға ҡарамаҫтан, республикала табышлы эшләгән предприятиеларҙың өлөшө 80 проценттан ашыу, һәм был күрһәткес буйынса илдә Башҡортостан беренсе икән. "Шуға ла, һис шикһеҙ, ҡаҙнаға һалымдың был төрө тағы ла ҙурыраҡ килем килтерергә тейештер", – тине Рөстәм Зәки улы.
Ергә һалым да тейешле кимәлдә табыш килтермәгән. Был хужаларының һәм ҡуртымға алыусыларҙың ерҙең кадастр хаҡын суд аша түбәнәйтеүенә бәйле. Хатта ҙур сәнәғәт предприятиелары ла бындай низағтан ситтә ҡалмаған. "Мин ҡайһы бер етәкселәрҙең һалымдарҙы кәметергә теләүен төшөнәм. Әммә республика бюджетының социаль өлкәне тотоп торған нигеҙ икәнлеген оноторға ярамай. Был предприятиелар балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөү, юлдар һалыу өсөн бер тин дә тотонмай бит. Ниндәй аҡсаға башҡарылырға тейеш һуң ундай эштәр? Улар һалым түләргә теләмәй, судҡа мөрәжәғәт итә, ә дәүләт үҙ иңендәге йөкләмәләрҙе нисек үтәргә тейеш?" – тип ғәжәпләнде Президент. Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер "үтә лә аҡыллы" етәкселәрҙе туранан-тура иҫкәртте: һалымдан ҡасыуҙың, уны "ҡулайлаштырырға" тырышыуҙың күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе бар.


Вернуться назад