Ауылдың таянысы20.02.2013
Ауылдың таянысыМагазин хужаһы Илгиз Усмановты көткән арала, Кәпәй-Ҡобау ауылындағы "Серҙәш" сауҙа нөктәһенә инеп, һатыусы менән бер аҙ серләшеп өлгөрҙөк.

Магазин ауыл халҡы өсөн элек-электән, айырыуса көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә, аралашыр, осрашып-күрешер, хәл-әхүәл белешер урын һанала. Һатыусы Зөлфиә Заһиҙуллинаға эшенән арынып торорға форсат теймәне тиерлек. Әле береһе инеп үҙенә кәрәк тауар менән ҡыҙыҡһына, әле икенсеһе йомошон йомошларға ашыға.
"Серҙәш" ауылдағы берҙән-бер магазин түгел, ҡаршыла ғына райпоныҡы урынлашҡан. Шуға күрә халыҡҡа һайланырға, хаҡтарҙы сағыштырырға мөмкинлек ҙур. Әммә көслө дәғүәселәренең йәнәшәлә булыуы "Серҙәш" хужаһын артыҡ борсомай.
— Эшебеҙ бара, тауарҙың төрлөһөн тәҡдим итергә тырышабыҙ, — ти Илгиз Мансур улы. — Бынан тыш, мәктәпте һәм балалар баҡсаһын да кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәбеҙ. Тимәк, тауар һәр ваҡыт сифатлы булырға, кәштәләрҙә оҙаҡ ятмаҫҡа тейеш. Балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһенең етдилегенАуылдың таянысы элекке уҡытыусы булараҡ яҡшы беләм, шуға ла ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ. Уларға сауҙа өҫтәмәһен ҡушмайынса һатабыҙ, — ти Илгиз Усманов.
"Серҙәш"тәр тауар килтереүселәрҙең дә ышанысын яулаған. Партнерҙары — төрлө яҡтан. Ауыл халҡы элек-электән кәрәк-ярағын көтәсәккә алырға күнеккән һәм ҡулына аҡса инеү менән иҫәп-хисап яһай. Һатыусы З. Заһиҙуллиналағы исемлек дәфтәре лә ҡалын күренә. Тимәк, халыҡҡа элеккеләй ышаныс күрһәтелә.
— Эшҡыуарлыҡҡа тотонғанда, ҡатыным Әлмирә төп таянысым булды. Һөнәре буйынса — бухгалтер, шуға әле лә байтаҡ эште уға атҡарырға тура килә, — ти "Альянс" йәмғиәте директоры Илгиз Усманов.
Әлбиттә, эшҡыуарлыҡ кемгәлер еңел дә тойолалыр, әммә аҡса үҙенән-үҙе генә табылмай, туҡтауһыҙ йөрөргә тура килә.
Ауылда аяғында ныҡ баҫып торған эшҡыуарҙарҙың тағы бер ыңғай яғы бар — Усмановтар ошо төбәктең социаль мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Клубта, мәктәптә йәки балалар баҡсаһында уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ярҙам итеп киләләр. Ғөмүмән, "биргәндең ҡулы ҡоромаҫ", тип йәшәй һәм эшләй улар.


Вернуться назад