Ҡыйғы районының Ҡолмәт ауылына бер килгән кеше икенсе тапҡыр ҙа юлын мотлаҡ ошо яҡҡа борорға тырышасаҡ, тиҙәр. Тәбиғәттең һирәгерәк һаҡланып ҡала килгән хозур мөйөшөндә урынлашҡан 200-гә яҡын йортло ауыл ул. Борон ата-бабалары Бәләбәй яғынан күсеп, ошонда төпләнгән. Ауылға тәүләп нигеҙ һалған Ҡолмөхәмәттең исеме бирелгән.
Бөтә мәсьәлә лә ошонда йүгертәҠолмәт халҡы урманлы тауҙар менән уратып алынған, эргәһенән генә Әй йылғаһы аҡҡан уймаҡ үҙәнлектә көн итә. Силәбе өлкәһенә сиктәш ауылда йәшәүселәрҙең тормош-көнкүреше менән ҡыҙыҡһынып, староста З. Нурғатинаға мөрәжәғәт иттек. Әйткәндәй, Зилә Раил ҡыҙы мәктәп директоры ла. Былтыр
“Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Йәмәғәт эшен уға йөкмәтеүҙәренә аптырайһы түгел — заманында оҙаҡ йылдар партия комитеты секретары вазифаһында ошо төбәктәге социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса бай тәжрибә туплаған. Ауылдаштарының уны староста итеп күрһәтеүенә — ете йыл. Ошо осорҙағы һәр көнө тиерлек, мөмкинлеккә ҡарап, төбәк проблемаларын урындарҙа хәл итеү менән үтә.
— Халыҡ, нигеҙҙә, ниндәй мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә? Ҡайһылары көнүҙәк? — тип ҡыҙыҡһыныуыбыҙға Зилә Раил ҡыҙы:
— Ниндәй һорау-үтенес менән килмәйҙәр тиһәгеҙ, яуап ҡыҫҡараҡ булыр ине, моғайын, — тине, йылмайып.
— Оло өйгә ни кәрәк — кесеһенә лә шул кәрәк, тиҙәр бит. Башҡа ауылдар∂ағы проблемалар Ҡолмәтте лә урап үтмәй. Киреһенсә, бәләкәйерәк һәм төпкөлдәрәк урынлашҡандарында улар күберәк тә. Элек аһ-зар менән теге йәки был йәһәттән ярҙам һорап күп осраҡта колхоз идараһына юл тотола ине.
Хәҙер күҙ төбәп барырлыҡ урын булып ауыл хакимиәте генә ҡалды. Утын хәстәрләргә лә, йомоштарын үтәргә кәрәкһә лә, пенсия һәм пособие юллаһалар ҙа, ғаиләләрендә ыҙғыш-талаш сыҡһа ла киләләр. Һәр ҡайҙағы кеүек беҙҙә лә өлкән йәштәгеләр арта, әле ауылда 40-тан ашыу пенсионер бар. Үкенескә ҡаршы, араларында япа-яңғыҙ∂ары ла юҡ түгел. Былтыр ҡараусыһыҙ ҡалған икәүһен приютҡа урынлаштырырға тура килде. Әлбиттә, ҡартайған кешене нигеҙенән ҡуҙғатыуы ауыр, әммә яҡшы тәрбиә күреп йәшәһендәр өсөн ошондай аҙымға барырға мәжбүрбеҙ. Өйҙәр газ яғып йылытылһа, көнитмештәре еңеләйер ине, — ти староста.
Әйткәндәй, газ — көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Эргәнән генә тиерлек үтә ул. Күршеләге Межевой Логтан (Силәбе өлкәһе) үткәргәндә ни бары дүрт саҡрым, ә Йыланлынан һуҙғанда күпкә алыҫыраҡ һәм, билдәле, ҙурырыҡ сығым талап ителә. Шуға күрә күрше өлкә менән уртаҡ тел табып хәл итеү күпкә отошло. Ғөмүмән, ауылға газ индереү мәсьәләһе урынынан ҡуҙғалған тип әйтергә мөмкин. "Газ-Сервис" йәмғиәтенең "Дыуангаз" филиалы Ҡолмәт ауылына газ үткәреү буйынса проект эштәре алып бара. Шул хаҡта ишеткәс, халыҡ дәртләнеп киткән — йорт ҡыйыҡтары алмаштырыла, тәҙрәләр яңыртыла, ихаталар төҙөкләндерелә. Бер-береһенә ҡарап, сәмләнеп тотоноуҙарын күреү күңелле.
— Ауылдың урманлы тауҙар итәгендә ултырыуы хаҡында әйтеп үтелгәйне. Урман өҫкә ауып тигәндәй торғанда газға ихтыяж шулай ҙурмы ни тип ҡыҙыҡһыныусылар табылыр, бәлки.
Эйе, халыҡ газ яғырға теләй. Хәҙер ғаилә ҡорған йәштәр ситкә китергә ашыҡмай, күптәр тыуған ерендә ҡала. Хатта йорт һалыу өсөн урынға ҡытлыҡ. Колхоз тарҡалғас, ир-ат эшкә тип Себергә йәки Силәбе өлкәһенә китһә лә, ғаиләләре ауылда йәшәй. Һуңғы йылдарҙа тыуымдың артыуы һөйөндөрә. Әле балалар баҡсаһына 17 малай һәм ҡыҙ йөрөй. Ҡолмәттең киләсәкле булыуы баҡсаға сират кәмемәүендә лә күренә.
Ауылда йәшәгән кешегә эш юҡ тип зарланырға түгел, тип иҫәпләйем. Әллә күпме шөғөл табырға мөмкин. Күптәр тырышып донъя көтә, матур итеп балалар тәрбиәләй, мал-тыуар аҫрай, умартасылыҡҡа тотондолар. Һөт мул һауылған осорҙа ҡайһы берәүҙәр 60 – 70 мең һумлыҡ продукция һата. Бура бурауҙы ла кәсеп итеүселәр арта, — тине Зилә Раил ҡыҙы, көнитмештәре менән таныштырып.
Ауылды тарҡатмаусы мәктәп улҠолмәттә көн үҙәгендәге проблемаларҙың икенсеһе — мәктәп. Әйткәндәй, был — бөгөн генә килеп тыуған киҫкен мәсьәлә түгел, ә оҙаҡ йылдар дауамындағы "баш ауырыуы". Әле туғыҙ йыллыҡ мәктәптә ике сменала 40 бала уҡый. Был белем усағына нигеҙ 1927 йылда һалынған, тимәк, ул 85 йыл хеҙмәт итә. Шарттарҙың ниндәй булыуын теҙеп яҙып тормайбыҙ, ошо тиклем ваҡыт ултырған ағас бинаның торошон күҙ алдына килтереү артыҡ ауыр булмаҫ, моғайын.
Мәктәптең торошо менән республика етәкселәре яҡшы таныш, юғары вазифа биләгән урындағылар ∂а байтаҡ килеп киткән. Ниһайәт, "боҙ ҡуҙғалған" — яңы бинаның проекты эшләнеү өҫтөндә. Ғөмүмән, был мәсьәлә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса урта сроклы республика программаһына индерелгән. Киләсәктә Ҡолмәт ауылы балаларының бар йәһәттән дә стандартҡа ярашлы мәктәптә уҡыясағына ышаныс ҙур.
Ауыл старостаһының да, Йыланлы ауыл Советы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ямалетдинованың да ошо мәсьәләнең тәү сиратта хәл ителеүен түҙемһеҙлек менән көтөүе аңлашыла. Әгәр мәктәп ябылһа, йәштәрҙе ситкә күсеп китеү∂ән ауылға газ инеүе йәки төбәктәренең хозурлығы ғына туҡтатып ҡалмаясаҡ.
Уҡытыусыларҙан шарттар насар, теге йәки был нәмә юҡ тип зарланыуҙы ишетмәнек. Һәр ҡайһыһы үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгес. Мәктәпте тамамлағандан һуң үҫмерҙәрҙең күбеһе белем алыуын колледждарҙа дауам итә, артабан юғары уҡыу йорттарына инә.
— Уҡыусыларыбыҙға төплө белем менән бергә яҡшы тәрбиә лә бирергә тырышабыҙ. Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылабыҙ. Тимур командаһына берләшеп, өлкәндәргә ярҙам итәләр, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Уҡытыусыларҙың ваҡыт менән иҫәпләшмәүенең, бурыстарына етди ҡарауының һөҙөмтәһе, әлбиттә, бар. Мәҫәлән, бе∂∂ә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торған үҫмер юҡ.
Элекке уҡыусыларыбыҙға рәхмәт, мәктәп менән бәйләнеште өҙмәй, ярҙам күрһәтәләр. Мәҫәлән, Себерҙә эшләгән Илфат Ғәлимйәнов компьютер класы бүләк итеп ифрат ныҡ һөйөндөрҙө. Шуға ла Ҡолмәт балалары районда беренселәрҙән булып компьютер серҙәрен үҙләштерҙе, — тип ҡыуанысын уртаҡлашты мәктәп директоры.
Ҡарауыллап торорға тура килер— Килешләй, бәлки, юл буйындағы сүп өйөмдәренә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Әй буйына ял иткән туристар∂ың "күстәнәсе" ул. Ҡайҙа етте, шунда ташлап китәләр, — тип башланы һүҙен Йыланлы ауыл Советы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ямалетдинова.
Шулай итеп, ошо яҡтың проблемаларын арттырыуға Силәбе өлкәһе туристары ла үҙ өлөшөн индерә икән.
— Быйыл үҙемә ҡарауыллап тороп, штраф һалдыртып, был мәсьәләгә нөктә ҡуймай булмаҫ, моғайын. Ә Ҡолмәт халҡына килгәндә, башҡа төбәктәрҙән бер аҙым алдараҡ атлайҙар тип әйтер инем. Ауыл биләмәһендә ойошторолған саралар иң элек ошонда үтә. Элекке кеүек кемдер килеп ҡуҙғатҡанды йәки эшләгәнде көтмәйҙәр. Берҙәм булғас, эш тә ырай. Мәҫәлән, үҙ көстәре менән зыяратты кәртәләнеләр, шишмәләрҙе тәртиптә тоталар, урамдарҙы ипкә килтерәләр. Башҡа яҡтарҙағы кеүек халыҡ һыуға ҡытлыҡ кисермәй, колонкалар бар. Ихаталарында ла ҡоҙоҡ ҡаҙыталар. Йорт һайын тип әйтерлек ике-өс техника булғас, еңел, төҙөкләндереү эшендә ярҙамлашалар, ҡыш юлды таҙарталар. Әлбиттә, хәл итәһе проблемалар бар. Мәктәптән һуң социаль-мәҙәни үҙәк тә төҙөлһә, ауыл тормошо тағы ла йәнләнеп китер ине.
Старосталар институтын ойоштороу хатта һәйбәт булды. Улар хәҙер йәшәгән төбәктәрендә күҙ ҙә, ҡолаҡ та. Мәҫәлән, Зилә Раил ҡыҙы уң ҡулым, уны тәғәйенләп яңылышманыҡ тип иҫәпләйем. Абруйы ҙур, электән үк һәр кемгә ярҙамға ашҡынып торҙо. Ул ошо вазифаны иңенә алғас, Ҡолмәт өсөн күңелем тыныс. Кәрәк икән, шунда уҡ сара күрә. Күләмлерәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ. Ауылды тарҡатмау, халыҡтың көнитмешен еңеләйтеү, йәшәйеште яҡшыртыу өсөн тырышабыҙ, — тип бәйән итте Зөлфиә Миңләхмәт ҡыҙы.