Малсы ҡайҙа ашыға?13.02.2013
Малсы ҡайҙа ашыға?– Беҙҙекеләр ваҡытын фермала ғына үткәрмәй ул, араларында йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә бар. Ана, Миңзәлә Әхмәтшина шиғыр ҙа яҙа, тәмле аш-һыуы менән әхирәттәрен дә ҡыуандыра, эштә лә алдынғылыҡты бирмәй, – тип ҡаршы алды "Ҡаран" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Күл-Ҡуңҡаҫ һөтсөлөк фермаһы мөдире Илфат Ғәлиев. – Уңайлы шарттар тыуҙырылғас, һәр кем эшкә байрамға барғандай йөрөй.

Йәмғиәт республикала уңышлы тормошҡа ашырылған "500 ферма" маҡсатлы программаһында ҡатнаша. Тәүге көндәрҙән үк бында совет осоронан ҡалған ҡоролмаларға реконструкция үткәрергә тотонғандар. Ике бина бөгөн тулыһынса тергеҙелгән, яңыртылған.
– Ҡасандыр колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан әүәлге малсыларҙы ҡабаттан эшкә саҡырһаң, фермаларҙың бөгөнгө торошон күреп аптырарҙар ине, моғайын, – ти ветеринар врач Рита Ғәлиева. – Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: дәүләт тарафынан бүленгән һәр тин маҡсатлы тотонолған, тирә-яғына, иғтибар итһәгеҙ, хатта асфальт та түшәлгән.
Эйе, совет осоронда асфальт түгел, тигеҙ юлы булһа рәхмәт әйтер ине малсылар. Ә бөгөн бөтөн шарттарға эйә фермала ауыл эшсәндәренә тырышып эшләргә генә ҡала түгелме? Биналарҙа һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар ҡуйылған, һауын аппараттары ла ҡулланғандан һуң автомат тарафынан махсус стендта йыуыла. Малға витаминлы аҙыҡ, бесән, һалам, фураж "Синьер" аҙыҡ таратыу техникаһы ярҙамында бирелә. Елләтеү камералары ла эшләгәс, һауа таҙа.
– Малсыларҙың хеҙмәте күпкә еңеләйҙе, көйәнтәләп һыу, һөт ташыу хәҙер тарихта ҡалды, – ти йәмғиәттең "Ҡаран" бүлексәһе идарасыһы Флүр Шафиҡов.
Күл-Ҡуңҡаҫ һөтсөлөк фермаһында бөгөн 30-ға яҡын кеше эшләй, күпселеге ошо ауылдан. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, барыһы ла тырыша, эш һорап килеүселәр күп.


Вернуться назад