Пенсия артты: бөтәһе лә ҡәнәғәтме?08.02.2013
Беренсе февралдән йәнә (инде нисәнсе тапҡыр!) пенсия күләме артты. Әлбиттә, оло быуын өсөн был шатлыҡлы яңылыҡ. Әммә шуныһы: хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың күбеһе уның күләмен лайыҡлы тип һанамай. Ни өсөн?

Ай башынан хеҙмәт пенсияһы күләме тағы ла 6,6 процентҡа күтәрелде. Башҡортостан буйынса ул уртаса 9450 һум тәшкил итә, ҡартлыҡ буйынса иһә 9800 һумға етә. Был өҫтәмәләр йәмғеһе 992 мең кешегә, шулай уҡ алты меңдән ашыу хәрби пенсия алыусыға ҡағыла. Әйткәндәй, улар өсөн ҡаҙнанан ай һайын өҫтәмә рәүештә 600 миллион һум аҡса талап ителәсәк. Ә ике пенсия алғандарҙың тик берәүһе генә – хеҙмәт буйынса түләнгәне артасаҡ. Өҫтәлмә хаҡлы ялдағының ошоға ҡәҙәр алған пенсияһы күләменән сығып иҫәпләнәсәк.
Әммә ун мең һумға яҡынлашҡан пенсия бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерә, тип әйтеп булмай. Оло быуын вәкилдәрен ризалатырлыҡ күләм яҡынса 20 – 21 мең һум тирәһе икән. Был әлегеһенән ике тапҡырға юғары, хатта бик күптәрҙең хеҙмәт хаҡы ла ошо ҡәҙәре түгел.
Башҡортостан буйынса пенсия фондында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала 1095 мең кеше хаҡлы ялда иҫәпләнә. Шуның һәр бишенсеһе, йәғни 246 мең кеше (22,5%), һаман да эшләүен дауам итә.
2012 йылдың аҙағында үткәрелгән пенсия реформаһына ҡағылышлы тикшеренеүҙәр асыҡлауынса, рәсәйҙәрҙең өстән бер өлөшө (62%) был өлкәлә барған үҙгәртеп ҡороуҙар тураһында хәбәрҙар. Һәр унынсы кеше уның менән даими ҡыҙыҡһынып тора. Ил халҡының ни бары 38% ғына пенсия тураһындағы яңылыҡтарға бөтөнләй битараф.
Дөйөм алғанда, күптәр пенсия реформаларына кире ҡарашта. Бигерәк тә хаҡлы ялға сығыу йәшен арттырыуға ҡаршылар күп. "Был тәбиғи, сөнки тикшеренеүҙәр асыҡлауынса, бөгөн ҡатын-ҡыҙ 53, ирҙәр 58 йәштән пенсияға сығырға тейеш тип уйлаусылар байтаҡ", – ти белгестәр. Тимәк, ҡайһы бер власть вәкилдәренең уй-фекерҙәре халыҡтыҡына бөтөнләй тура килмәй тиергә була. Рәсәйҙәр фекеренсә, бындай аҙым халыҡ араһында ризаһыҙлыҡты ҡырҡа арттырасаҡ, шулай уҡ ғүмер оҙайлылығының кәмеүенә, эшһеҙлектең көсәйеүенә килтереүе бар.
Минималь хеҙмәт стажын арттырыуға ла ризаһыҙлыҡ белдереүселәр етерлек (70%). Һәр икенсе кеше льгота алыусылар һанын кәметеүгә, айырым категориялы граждандарға пенсия йәшен арттырыуға, бизнесҡа һалым баҫымын көсәйтеүгә ҡаршы. Унауҙың туғыҙы фекеренсә, хаҡлы ялда булып та эшләп йөрөүселәр үҙ пенсияһын тулы күләмдә алыуға хоҡуҡлы. Ысынлап та, матди яҡтан тулыһынса ҡәнәғәт булһа, улар үҙҙәренең үҫешкән илдәрҙәге йәштәштәре кеүек рәхәтләнеп сәйәхәт ҡылыр, ә ҡартлыҡта тир түгеп йөрөмәҫ ине.
Әйткәндәй, быйыл хеҙмәт пенсияһы ике тапҡыр артырға тейеш. Киләһе өҫтәлмә беренсе апрелгә планлаштырыла. Уның күләме Рәсәйҙең пенсия фондының бер пенсионерға ҡаралған килеменә ярашлы иҫәпләнәсәк. Социаль пенсияға өҫтәлмәләр ҙә ошо мәлдә көтөлә, ул 5,1 процентҡа артыр тип күҙаллана.

Илдең пенсия реформаһына ҡағылышлы тикшеренеүҙәр 2012 йылдың аҙағында үткәрелгән. Унда ауыл һәм ҡала ерендә йәшәүсе 18-ҙән 60 йәшкә ҡәҙәр һәм унан да өлкән 1700 кеше (шул иҫәптән 300 пенсионер) ҡатнашҡан. Уларҙың фекеренсә, пенсия күләме 15 – 30 мең һум тирәһе булырға тейеш. Шулай итеп, уның уртаса күләме 20 820 һум тәшкил итә. "Ромир" холдингы үткәргән тикшеренеүҙәр ошоно асыҡлаған. Әйткәндәй, бында ҡатнашҡандарҙың ни бары 8 проценты ғына пенсияның бөгөнгө күләме менән риза. Тикшереүҙәге "Һеҙҙең өсөн тейешле пенсияның күләме күпме булырға тейеш?" тигән һорауға яуаптар таблицала күрһәтелгән.


Вернуться назад