Ситкә осмаһа, Рәсәйҙең байлығы үҙ халҡына етерлек02.02.2013
Ситкә осмаһа, Рәсәйҙең байлығы үҙ халҡына етерлекБер танышым район гәзитендә эшләгәндә “быйыл яҙғы сәсеүгә ауыл эшсәндәре бер аҙнаға алдан төштө” тигән яҙыуға уҡтала. Бәй, ти ул, былтыр ҙа сәсеүгә, урып йыйыуға шул уҡ ваҡытҡа иртәрәк төшкәйнек түгелме? Әгәр быйыл апрель аҙағы булһа, тимәк, былтыр айҙың икенсе ун көнлөгөндә — ҡар иреп, ер кибеп бөтмәҫ элек — төшкәнбеҙ бит. Ҡыҙыҡ өсөн ул дүрт-биш йылдың тупланмаһын аҡтарып, барлап ҡарай. Өс-дүрт, хатта биш-алты йыл элек тә ошолай яҙғандар: район хужалыҡтары сәсеүҙе бер аҙна алдан башлаған! Тимәк, биш йылдың һәр береһенә аҙнанан һалһаң, айҙан аша. Баҡһаң, “рапортомания” беҙҙең игенселәрҙе март башында уҡ — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап — баҫыуға сығарған даһа! Исмаһам, 1 апрель дә түгел...

Был хәл йыш иҫкә төшөп тора, сөнки уны ил етәкселәре лә, сәйәсәт, иҡтисад, ауыл хужалығы тирәһендә йылы урын биләүселәр ҙә бүтәнсәрәк итеп ҡабатлай: быйыл былтырғыға ҡарағанда иҡтисади тотороҡлолоҡ шунса-шунса процент, “стабилизация” фәлән-фәлән, инфляция ошо саҡлыға аҙыраҡ, эш хаҡы, пенсия күләме тағы артты...
Был яҡлап “инфляция” тигәненә туҡталып китке килә. Властарҙың алдан фаразлауына ярашлы, былтыр дөйөм инфляция, 2011 менән сағыштырғанда, кәмерәк — 5–6 процент — булырға тейеш ине. Фараз-план буйынса “тейеш” булғас, йыл аҙағында ла һандар үҙгәртелә алмай. Беҙ “тейеш”тәргә күнегеп бөткән. Тик бына Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге башҡасараҡ уйлай. Дөрөҫөрәге, ул халыҡ фекерен еткерә: Рәсәй халҡының 88 проценты инфляцияның “абынып”, бер аҙға туҡтап ҡалыуына, шул арҡала үткән йылдарҙағы кимәлгә етә алмаясағына ышанмай, имеш. Улар августа уҡ йыл аҙағына ҡарай, һис юғында 2013 йылдың башында бар нәмәгә хаҡ артасаҡ, тигән фекерен белдергән. Ләкин күп тә үтмәне, тәүҙә октябрҙә, һуңынан Яңы йыл алдынан, байрам менән “ҡотлап”, аҙаҡ иһә ҡышҡы “каникулдан” һуң: ауыртҡан башҡа тимер таяҡ булып, хаҡтар тағы шул уҡ ябай халыҡты шаңҡытты. Хатта теге 88 проценттан ҡалған 12-һе лә күпселектең фекеренә ҡушылған, тиҙәр. Хәйер, ул 12-гә инфляция бар ни ҙә, юҡ ни — йөҙәр мең кеҫәгә инеп ятҡан саҡта 5–6 процентлыҡ инфляция серәкәй тешләгән саҡлы ла түгел бит.
2011 йыл менән сағыштырғанда, былтыр инфляция кимәле түбән булһа ла, бынан биш-алты ай элек үк халыҡтың 57 проценты хаҡтарҙың кинәт артасағына, 32-һе артыҡ күтәрелмәйәсәгенә ышана ине. Был йәһәттән бигерәк тә 45 йәштән өлкәндәр (60–63 процент) төшөнкөлөккә бирелде. Ни хәл итәһең, донъя диңгеҙен улар күберәк кискән: сәүит осороноң “коммунизмы”на ла бер аҙ эләгеп ҡалғандар, хәҙер ярты ғүмер буйы тормоштарын “үҙгәртеп ҡоралар”. Әйткәндәй, алда телгә алған мәғлүмәт сығанағы күрһәтеүенсә, Рәсәй халҡының 57 проценты инфляцияның юғары тиҙлектә барыуы тураһында белдергән. Был фекерҙе әлеге лә баяғы ололар (һорауға яуап биреүселәрҙең 65 проценты) менән йәшәү кимәле түбән булған ауыл халҡы еткерә (64 процент). Ә бына мәскәүҙәр, миллион кешелек башҡа ҙурыраҡ ҡалаларҙа йәшәгәндәр борсолмай: ни тиһәң дә, бөтә нәмәгә хаҡ артыуына ҡарамаҫтан, аҡса мегаполиста әйләнә бит.
“Рәсәй халҡының хаҡ артыуы тураһында уйламауы мөмкин түгел, сөнки аҙыҡ-түлектең ҡиммәтләнеүе эш хаҡын индексациялау тиҙлегенән юғарыраҡ, — ти “Интеркоммерц” банкының төп белгесе Андрей Харинов. — Ҡоролоҡ, аҡса дәүмәленең кәмеүе һымаҡ факторҙарҙың инфляцияға тәбиғи йоғонто яһауынан тыш, халыҡ аңына яғыулыҡҡа хаҡтың йыл һайын 11,5 процентҡа күтәрелеүе лә кире күренеш булып һеңә. Мәҫәлән, 2001 йылда 9,16 һум торған Аи-95 маркалы бензин 2012 йылға 23 һум 29 тингәсә артты. Иҡтисадтың бар өлкәһендә лә ошондай хәл күҙәтелә...” (“Известия”, 2012 йыл, 31 август).
Тотороҡһоҙлоҡ тыуҙырыусы сәбәптәр күп, әлбиттә: йылдарҙың ҡоро килеүе, бер туҡтауһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар, тәжрибәләр... Ләкин тағы бер нәмәне иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай — илдән капитал ситкә ағыла. Экрандарҙан олигархтарҙың, үҙҙәрен дөйөм халыҡтан айырып, диңгеҙ аръяғына шәхси самолеттарында осоп барып, яхталарында, һарай-ҡәлғәләре, хатта утрауҙарында ни ҡыланғандарын, ни эшләргә белмәгәндәрен ҡарайһың да иҫең китә: ябай халыҡ аҙ ғына эш хаҡынан булһа ла ил бюджетына тин-һумдарын күсерә, ә былар миллиондарса “йәшеле” менән сит ил ҡаҙнаһын тултыра. Етмәһә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының ишеген астыҡ. Индерелгән, һатып алынған тауар өсөн түләнгән аҡсалар ҙа, һәр төрлө биҙәнеү әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым ҡайҙан килһә, шунда осасаҡ. Алда телгә алған баҫма еткереүенсә, 2006 йылдан тыш, ике тиҫтә йыл буйы илдән капитал экспорты бара. Әгәр Хөкүмәт эске инвестицияларға йүнәлеш тотмай икән, аҡсаның ситкә түгелеүе туҡтамаясаҡ. Ә беҙҙә, уйлап ҡараһаң, ресурстар етерлек. Донъяла тәбиғәт байлығы буйынса тиңе булмаған Рәсәй үҙен үҙе генә ҡарарлыҡ, халҡын етеш йәшәтерлек бит.

Әйткәндәй...

Ниһайәт, йыл ярым үҙгәрешһеҙ торғандан һуң, Рәсәйҙә иң түбән эш хаҡы күләме быйылғы ғинуарҙан 5 205 һумғаса артты. Һуңғы тапҡыр ул 2011 йылдың 1 июнендә күтәрелгәйне. Былтыр Дәүләт Думаһы депутаттары минималь эш хаҡын (МРОТ), өс тапҡыр индексациялап, 6 500 һумғаса, йәғни йәшәү минимумына саҡлы арттырыу тураһында закон проекты әҙерләгәйне, ләкин Рәсәй Хөкүмәте уны ҡабул итмәне, күрһәтелгән кимәлгә еткереүҙе яҡындағы бер нисә йылға кисектерҙе. Быйылға эш хаҡы йәшәү минимумының 76 процентын (былтыр 67 процент ине) тәшкил итәсәк. Тимәк, иң түбән эш хаҡы күләме артыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй халҡы минимумға ла етмәгән “кәрзин” менән хушһынасаҡ.
Йәшәү минимумын төбәктәр үҙҙәренең керем-сығымдарына, аҙыҡ-түлек хаҡтарына ҡарап билдәләй. Дөйөм Рәсәйҙә ул 2012 йылдың II кварталына йән башына 6 385 һум ине (Башҡортостанда — 5 558). Өс категорияға бүлеп, айырым алғанда, илдәге эшкә яраҡлы кеше өлөшөнә — 6 913 һум, пенсионерҙарға — 5 020, балаларға 6 146 һум тура килә. Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1,3 миллион Рәсәй гражданының эш хаҡы 5,2 мең һум тәшкил итә, йәғни йәшәү минимумынан да аҙыраҡ.


Вернуться назад