Иҫке фермаларҙы бөгөн танымаҫһың да22.01.2013
Иҫке фермаларҙы бөгөн танымаҫһың да"Дружба" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктең күп кенә хужалыҡтарына өлгө: малы ла ишле, ҡышҡылыҡҡа аҙығы ла етерлек күләмдә әҙерләнгән, техникаһының ватылып эшләмәй буш ултырғанын һис күрмәҫһең. Уңышлы һәм табышлы көн итә ауыл эшсәндәре. Халыҡ та оҫта ойоштороусы, йәш һәм бөтмөр рәйес Александр Бражниковты ихтирам итә, район етәкселеге лә иғтибарынан ҡалдырмай, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа.

Бында малсылыҡҡа иғтибар элек-электән килә, шуға ла һыйырҙарҙың һанын кәметеүгә юл ҡуймайҙар, хатта уларҙы арттырып торалар. Хужалыҡта зоотехник һәм ветеринарҙар көслө, яһалма ҡасырыу уңышлы ҡулланыла. Бөгөнгө көндә ике мең ике йөҙ баш симменталь, ҡара-сыбар тоҡомло мал аҫрала. Йыл да көтөүгә яңы таналар индерелә. Һәүкәштәрҙең һәр ҡайһыһы йылына уртаса биш мең килограмм һөт бирә.
Йәмғиәттең канада технологияһы буйынса заманса һимертеү комплексында бер меңдән ашыу баш мал асыҡ һауала тотола, аҫтары ҡоро, иркен йөрөйҙәр. Ел үтәнән-үтә өрмәһен өсөн тирә-яғына һалам өйөп һалынған. Шарттар яҡшы булғас, һимертеүгә ҡуйылған мал тиҙ үҫә, уртаса тәүлек артым бер килограмға етә.
Комплекста эш тулыһынса автоматлаштырылған, ни бары дүрт кеше хеҙмәтләндерә. Һимертеү майҙансығы янында шулай уҡ ике ҙур ангар ҙа төҙөлгән: береһендә фураж һаҡлана, аҙыҡ, ярма әҙерләнә, ә икенсеһендә техника урын алған. Әйткәндәй, ауыл хужалығы техникаһы йыл һайын яңыртыла, иң иҫкеһенә лә ни бары биш йыл ғына.
– Мал ҡышлатыу уңышлы бара, әҙерлек кимәле лә юғары булды бит, – ти хужалыҡ етәксеһе. – Эш хаҡы ваҡытында түләнә, малсыларҙың бер генә үтенесе лә иғтибарһыҙ ҡалмай.
Йәмғиәттең ике бүлексәһе республикала уңышлы тормошҡа ашырылған "500 ферма" маҡсатлы программаһына ингән. Мәҫәлән, Подлесное ауылындағы һөтсөлөк фермаһында бөтөн эш механизацияланған, заманса һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар бар. Малсыларҙың хеҙмәт шарттары күптәрҙе көнләштерерлек. Ял итеү, йыуыныу бүлмәләре эшләй. Хөкүмәттән бүленгән ете миллион һумдан ашыу аҡсаға ике бүлексәлә лә капиталь ремонт үткәргәндәр. Подлесное ауылындағы элекке сусҡа аҙбарын, иҫке һөтсөлөк фермаһын бөгөн танымаҫһың да. Бынан тыш, быҙауҙар өсөн айырым бина ла төҙөп ултыртҡандар. Хужалыҡ етәкселеге быйыл ошо уҡ программа буйынса Ишпарс һөтсөлөк фермаһына ла капиталь ремонт үткәреүҙе маҡсат итеп алған.
Бөгөн һауынсылар төркөмөндәге һәр һыйырҙан 5 мең килограмға яҡын һөт ала. Әле хужалыҡ һигеҙ тоннаға яҡын продукцияһын Стәрлетамаҡтың "Аллат" һөт заводына тапшыра. Бынан тыш, ҡалала дүрт сауҙа нөктәһе булдырғандар, унда һөттөң литрын 22 һумдан һаталар. Был да үҙ сиратында хужалыҡ ҡаҙнаһына аҙмы-күпме табыш килтерә. Ферма яны төҙөкләндерелгән, таҙа тотола, тиҙәк өйөмдәре күҙгә салынмай. Хужалыҡ етәкселеге йәмғиәт биләмәһендә урынлашҡан алты ауылды ла үҙ ҡанаты аҫтына алған. Ҡыҫҡаһы, уңғанлыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе һәр ерҙә һиҙелә.


Вернуться назад