Инәк – һөт һауылған күнәк22.01.2013
Инәк – һөт һауылған күнәк“Ергән” МТС-ы Ейәнсура бүлексәһенең Инәк участкаһы хеҙмәтсәндәренең 2013 йылға ғына түгел, ғөмүмән, киләсәккә өмөт-ышанысы ҙур. Күптән көткән Яңы Себенле һөтсөлөк мегафермаһы эшләй башланы – Яңы йыл алдынан, Кремль куранттары һуғырҙан ике көн алда ғына, уның тәүге сираты асылды.

Тантанала республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин ҡатнашты. Сығышында ул бындай комплекстың республикала икәү генә (икенсеһе – Баймаҡ районында) булыуын билдәләп, фермалар эшмәкәрлегенең сифатҡа ғына ҡоролорға тейешлегенә (Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе – нәҡ ошоно талап иткән шарт) баҫым яһаны. 2013 йылдан башлап федераль ҡаҙна тик юғары сортлы һөт етештереүселәргә айырым субсидия бирәсәк икән.
Мегаферманы “Урал аръяғы райондарын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү» республика программаһына ярашлы, 2008 йылда урындағы «Зауралье» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөй башлай. Был проектты бойомға ашырыуға дөйөм инвестиция күләме 482,571 миллион һум тәшкил итә. Ферма юғары һауым биргән 1280 баш һауын һыйыр аҫрауға иҫәпләнгән.
Бөгөн башҡарылған төҙөлөш эштәре күләме күрер күҙгә әллә ҡайҙан ташланыр – заманса йыһазландырылған бындай ферма Ейәнсура ерендә әлегә тиклем Инәк – һөт һауылған күнәкбулғаны юҡ. Һөтсөлөк-тауар фермаһы хеҙмәтсәндәре өсөн генә түгел, малдар өсөн тыуҙырылған шарттар менән бынан егерме-утыҙ йыл элек эшләгән һауынсыларҙы таныштырһаң, валлаһи, һуштары китер. Асфальтланған ферма биләмәһе, ҙур, яҡты һарайҙарҙағы яҡшы микроклимат, таҙалыҡ, мал аҙығын таратыуҙың заманса технологияһы, һыйыр һауыу цехының эшен тулыһынса электронлаштырыу, үрсем ҡабул итеү цехы, яңы тыуған быҙауҙар өсөн палаткалар, ветеринар-профилактика пункты, яһалма ҡасырыу, һауылған һөттө һыуытыу цехы, етештерелгән продукцияның сифатын тикшереү лабораторияһы, ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла заманса.
Фермаға экскурсия барышында Азат Салауат улының, мал аҙығы өҫтәле булған комплекстарҙа һауым күпкә күтәрелә, тигән аңлатмаһынан һуң күҙҙәрем ирекһеҙҙән шул «өҫтәл»де эҙләне. Баҡһаң, ул һыйырҙарҙың мороно тәңгәлендә генә бағанаға беркетеп ҡуйылған тимер тәрилкәнән ғибәрәт икән. Ә автоматлаштырылған мөғжизәле «кормоняня»ның аҡылы һәр кемде лә таң ҡалдырыр: нисә айҙа булыуына, ауырлығына бәйле ул быҙауҙарҙың һәр береһенә үҙенә тейешле һөт күләмен иҫәпләп бирә, уға микроэлементтар һәм башҡа өҫтәмәләрҙе лә үҙе ҡуша. Мегаферма проекты тулыһынса тормошҡа ашырылып, уңышлы эшләп алып китһә, Инәк участкаһы етәксеһе Илдар Низаметдиновтың һүҙҙәренсә, республиканың һөт йылғалары инеше бер нисә йылдан нәҡ Инәктән башланасаҡ.
Район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин 2013 йылда мегаферма биләмәһендә тағы ла бер ҡура төҙөләсәген, 2014 йылда комплекстың икенсе сиратын да сафҡа индереүгә өлгәшәсәктәрен белдерҙе. Биләмәлә шулай уҡ иген фуражы келәте, гараж төҙөләсәк. Элиталы тоҡомло, йәғни юғары продукция биреүгә һәләтле ҡара-сыбар һыйырҙар һатып алмаҡсы инәктәр. Фермала бөгөн үк юғары сортлы һөт етештерелеүен күҙ уңында тотһаҡ, киләсәк, ысынлап та, бик өмөтлө.
Инәк участкаһы малсылығына йүнәлтелгән инвестициялар һуңғыһы түгел. Күрше Ҡужабаҡ ауылындағы элекке һөтсөлөк-тауар фермаһы ла “500 һөтсөлөк фермаһы» федераль программаға ингән, һәм әле иҫке ҡура, тулыһынса реконструкцияланып, ошо көндәрҙә сафҡа баҫырға тора. Бында ла малсылар һәм малдар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Әйткәндәй, был ферма республикала ошо программа буйынса сафҡа индерелергә тейешле 67 ферманың 40-сыһы икән. Былтыр ошо программаны бойомға ашырыуға ҡаҙнанан 400 миллион һумлыҡ субсидия бирелгән булһа, 2013 йылда “500 һөтсөлөк фермаһы»ның һаны йөҙҙән ашасаҡ.


Вернуться назад