Сеймал ғына мәсьәләне хәл итмәй18.01.2013
Тормош үҙ яйына аға бирә. Тик ошо ағымда батмаҫлыҡ карабыңды төҙөй белеү мөһим. Был сағында дәүләтте дәүләт итерлек иҡтисад күҙ уңында тотола, сөнки илдең ҡеүәте лә, халҡының көнкүреше лә нәҡ уға бәйле.
Йәшерен-батырыны юҡ: Рәсәй иҡтисадының төп нигеҙен сеймал сәнәғәте тәшкил итә. Йәғни, беҙ күпселектә ер аҫты байлыҡтарын һатыу менән йәшәп киләбеҙ. Ләкин улар сикһеҙ түгел. Шуға ла ҡеүәтле илдәрҙең нефть һәм газ компаниялары уны ситтән эҙләй. Был юҫыҡтан беҙҙең “Лукойл”, “Газпром”дың һәм Ҡаҙағстан компанияһының Каспий нефтен үҙләштереү өлкәһендә берлектәге эшмәкәрлеген телгә алып була. Быға әҙерлек тиҫтә йыл дауам итеп, ошо арала “осона” сыҡмаҡсылар. Килешеү буйынса, табылған “ҡара алтын” менән газ ике яҡ өсөн дә 50-шәр процент булырға тейеш.
Сеймалға ғына ҡарап торорға ярамағанлығын яңы ғына аңлай башламаныҡ, әлбиттә. Тик ҡасандан бирле барған “үҙгәртеп ҡороуҙар” ғына эште аҡрынайтып торҙо. СССР тигән ҡеүәтле держава тарҡалды. Яңы Рәсәй сәнәғәтен аяҡҡа баҫтырыу еңел эш түгел. Әйтәйек, элек ун биш айырым республиканың иҡтисады бер-береһенә үрелеп, донъя баҙарында айырым йәшәй алған булһа, тарҡалғас, тырым-тыраҡай һибелде. Таратыуы ғына еңел бит ул, йыйып алыуы, ай-һай.. Шуға ла һәр береһе, батып барыусы тотонор һалам бөртөгө эҙләгән шикелле, тирә-яҡҡа ҡарана. Әле килеп иһә иҡтисад өлкәһенең төрлө тармағы буйынса киренән килешеүҙәр төҙөй башланылар.
Ер аҫты байлығы — тәбиғәт бүләге. Ләкин нефте, газы булмаған илдәр ҙә етеш йәшәй алғаны билдәле. Тик бар иҡтисади сәйәсәттең ил, халыҡ өсөн ҡоролоуы мөһим. Беҙҙең илдең төп бәләһе — коррупция. Һуңғы ваҡыт етәкселектең быны таныуы күптәрҙең күңелендә өмөт уятты. Ярай, быныһы — сәйәсәт. Иҡтисадҡа килгәндә, бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ыңғай аҙымдар яһала: үткән йылдың һуңғы айында закондарға үҙгәрештәр индерелде, төрлө программалар ҡабул ителә, сығымдар өлөшләтә ҡаплана. Был йәһәттән, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылға илдә 25 миллион юғары технологиялары һәм етештереү мөмкинлеге булған эш урындары булдырылырға тейешлеге тураһында белдерҙе. Булдырылыр, моғайын. Юҡһа, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән саҡта кәмәбеҙ ҡомға терәләсәк бит.
Тотош ил буйынса фекер йөрөтөүҙән үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡайтайыҡ. Иҡтисадтың төрлө сәнәғәт тармағының үҫеше, проблемалары тураһында күп яҙабыҙ, хәбәрҙарбыҙ. Шуға уға туҡталып тормай, республика бюджетын тулыландырыуҙың башҡа тармағына иғтибарҙы йүнәлтәйек. Мәҫәлән, һалымдарға. Халыҡтан йыйылғаны буйынса беҙ илдә алда барабыҙ. Уныһы аңлашыла. Беҙҙә эшләп тә республика бюджетына бик аҙ ғына аҡса күсереүсе предприятиелар тураһында һүҙ. “Российская газета”ның (15 ғинуар, 2013 йыл) “Экономика Поволжья” ҡушымтаһы төбәктәрҙең был йәһәттән хәлен күрһәтеп яҙып сыҡҡайны.
Башҡортостан байтаҡ ҡына эре бизнес өлкәһенә “донор” булып тора. Әйтәйек, беҙҙә 90-ға яҡын банктың филиалдары эшләй. Тик улар урындағы предприятиелар менән “алыш-биреш”те баш офистар аша үткәрә. Шулай булғас, республика ҡаҙнаһына унан һалым да инмәй тигән һүҙ.
“Өс ҙур кеҫә телефоны операторы Башҡортостанда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 15 миллиард һумғаса аҡса эшләй, ә республика бюджетына улар 150 миллион һумлыҡ ҡына һалым түләй. Был килемдең бер генә проценты тигән һүҙ”, — тип баҫма Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың да һүҙҙәрен килтерә.
Бына бит ғиллә ҡайҙа! Ундай миҫалдарҙы әллә күпме һанап булыр ине, әлбиттә. Үҫешкән сәнәғәт тармаҡтарынан тыш, был өлкәлә алып барылған сәйәсәт тә халыҡтың йәшәйешенә ныҡлы йоғонто яһай шул. Тик бөгөн һуңғылары күберәк тауарға, аҙыҡ-түлеккә, коммуналь хеҙмәттәргә, яғыулыҡҡа хаҡ артыуы менән йышыраҡ “хушһына”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...