Дөмәйгә яҡынлашыу менән ҙур итеп һалына башлаған заманса бер нисә өйҙө күргәс, был яҡтарҙа хәлле кешеләр йәшәй икән, тимәк, ауылдарҙың киләсәге бар тигән фекер бөрөләнде күңелдә. Билдән ҡар булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһылары бура күтәрә, өмә бара. Уйлап ҡараһаң, бындай күренеш бөтә ерҙә лә осрамай.
– Йырҙағыса, ауыл йәмле Таһир-Зөһрәләр менән, ә улар – дәртле һәм күҙҙәренән нур сәскән йәштәр, – тип һөйләй "Маяҡ" ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Йәмиғнур Мөхтәров. – Егет һәм ҡыҙҙарҙың тыуған төйәгенә ҡайтыуының сере ябай ғына. Беренсенән, беҙҙә йәшәү шарттары ҡаланыҡынан кәм түгел. Бер-береһенән күрмәксе, халыҡ йортона хатта душ кабинаһын да урынлаштыра, мунсаһы булған осраҡта ла. Өйгә һыу үткәреүҙе телгә лә алмайым. Бынан тыш, бүтән төрлө уңайлыҡтарҙы ла үҙ ҡулдары менән булдыралар. Икенсенән, һәр береһе тейешле иғтибарҙы үҙендә тоя, был – иң мөһиме.
Мәҫәлән, былтыр Виктор Уваров, механик һөнәрен үҙләштереп, тыуған ауылын күтәрергә ҡайтҡан. Ә хужалыҡ етәкселеге тырыш егеткә ярҙам йөҙөнән 100 мең һум күләмендә кире ҡайтарылмай торған ссуда биргән. Бөгөн йәш ғаиләнең үҙ мөйөшө бар. Улай ғына ла түгел, күптән түгел "Маяҡ"та эш башлаған энергетик Динар Нурлығаянов менән баш бухгалтер Илнар Әхмәтйәновҡа ла бәхет йылмайған – улар ҡулына утыҙар мең һум алған. Әгәр өйләнгән булһалар, ҙурыраҡ сумманы ла эләктерерҙәр ине.
Йәмиғнур Мөхтәровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр "Маяҡ" хужалығы "500 ферма" республика программаһына индерелгән. Уға ярашлы, ике базаға реконструкция үткәргәндәр, быҙау һарайының ҡыйығын алмаштырғандар, был йүнәлештә эш бөгөн дә дауам итә. Хәҙер һауынсылар һөттө биҙрә менән ташымай, малсылар ҙа мал аҙығын һәнәк менән таратмай, ә бөтәһе лә автоматлаштырылған.
Кооператив хеҙмәткәрҙәре өсөн мал ҡышлатыу етди бурыстарҙан һанала. Һәр шартлы баш малға 42 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Меңдән ашыу һыйыр малы бәйҙә түгел, ә иркен ялан кәртәлә аҫрала. Һауын һыйырҙарын 330 башҡа еткергәндәр. Хәйер, малдарҙы даими яңыртып һәм тоҡомдо йәшәртеп торғас, һауым да юғары, был йәһәттән бүтән төрлө иҡтисади күрһәткестәр ҙә шаҡтай яҡшырған. Бынан тыш, үгеҙ һәм таналарҙы һимертеп һатыу ҙа уңышлы. Әйткәндәй, улар тоҡомсолоҡ тәңгәлендә маҡсатлы эштәр алып бара. Әлбиттә, төп көс – йәштәр. Дөмәйҙәрҙән тыш, Баҙы-Ҡуян һәм Үрнәк ауылы йәштәре лә йөктө тигеҙ тарта.
Йәмиғнур Шәйҙулла улы белдереүенсә, һәр ойошманың йөҙөн билдәләүселәр булған шикелле, уларҙа ла алға әйҙәүселәр, маяҡтар етерлек. Һауынсылар Йәҙилә Мостафина менән Флүрә Гарданова, зоотехник Руслан Басиков, комбайнсы Илнур Ғайсин, водителдәр Рафаэль Йыһануров менән Денис Ғәлимов — шуға асыҡ миҫал.