Күңелгә ятҡан табышлы шөғөл16.01.2013
Күңелгә ятҡан табышлы шөғөлКүптәр кеүек ситтә бәхет эҙләмәй ул: оҙаҡ йылдар колхозда эшләй, хужалыҡтар тарҡалғас, күп уйлап тормай, ағас эшенә тотона. Ағалары һәм әсәһе таҫмалы пилорама станогы һатып алырға ярҙам итә. Хәҙер Вәзәм ауылында йәшәүсе Азамат Сурин — Хәйбулла районында булдыҡлы эшҡыуарҙарҙың береһе.

Районда шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә юлдар асылғас, Азаматтың бизнес-планы хуплау таба: ул 168 мең һум күләмендә субсидияға эйә була. Аҡсаға күп функциялы ағас эшкәртеү станогы һатып ала. Диләнкә алып, ағас эшкәртеү цехы ла асып ебәрә. Бер туған ағаһы Муса — төп таянысы.
Оҫталар ҡайын һәм уҫаҡ ағасын файҙалана. Заказ буйынса бәҙрәф бурайҙар, ҡыш умарта, ишек, ултырғыс яһайҙар. Киләсәктә йыһаз етештереүгә тотонорға уйлайҙар. Уҫаҡтан эшләнгән мебель баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана, ти Азамат.
Бөгөн Вәзәм ауылы эшҡыуарының төҙөлөш материалдарын башлыса ауылдаштары һатып ала. Ни өсөн улар бүтәндәрҙе ҡыҙыҡһындырмай, тип уйлаусылар булыр. Беренсенән, ауыл район үҙәгенән алыҫ, юлдары иҫ киткес насар. Төпкөлдә ятҡан ауылдан сығып китер өсөн күп сығым талап ителә. Икенсенән, эшҡыуарҙың әлегә таҡта, ағас ташыу өсөн транспорты юҡ. Йылдан-йыл сеймал алыу ҙа ауырлаша, күберәк насар ағас эләгеүе лә эшкә кире йоғонто яһай. Нисек кенә бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә тиһәк тә, тап төпкөлдә йәшәүселәр ғәмәлдәге программаларҙан маҡсатлы файҙалана тип әйтеп булмай. Ниндәйҙер документ юллау өсөн генә лә район үҙәгенә аҙнаһына әллә күпме барырға кәрәк. Ауылда төпләнеп, үҙ эшен асҡан, хатта ауылдаштарына бер аҙ ғына булһа ла эш урыны барлыҡҡа килтереүсе йүнселдәр өсөн район хакимиәтенән дә, республика етәкселегенән дә ярҙам булырға тейештер.


Вернуться назад