Илебеҙ баҙар иҡтисадына йүнәлеш алғандан һуң ватандаштарыбыҙҙың күбеһе алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнде – төрлө тарафтан аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары алып ҡайтып, баҙарҙарҙа сауҙа итте…
Бүздәк районы үҙәгендә йәшәгән Ҡотошовтар ғаиләһе лә шул юлды һайланы: тәүҙә алыҫ ҡалаларҙан уйынсыҡтар алып ҡайтып һаттылар. Байтаҡ ваҡыт район ҡулланыусылар йәмғиәтендә водитель, келәт мөдире булып эшләгән ғаилә башлығы Илмирға ла, шул уҡ тармаҡта тауар белгесе, бухгалтер тәжрибәһе туплаған Зөлфиәгә лә яңы шөғөлдәре әллә ни ауырлыҡ килтермәй.
Уйынсыҡтарҙың һирәгерәк осрай торғанын, матурҙарын, шул уҡ ваҡытта балаларҙың үҫеш кимәленә булышлыҡ итерҙәйен табырға ынтылалар. Берҙәм булғас, эштәре көйлө бара. Бер нисә йылдан һуң, башҡа бик күп эшҡыуарҙар кеүек үк, улар ҙа алыпһатарҙар дәүеренең үтеп барыуын тоҫмаллай, бүтән йүнәлешкә «боролоу» тураһында уйлана, һөҙөмтәлә йорттары янында гараждар төҙөп, шуларҙы һата башлайҙар. Уңған, егәрле Ҡотошовтарҙың был эше лә ғаилә ҡаҙнаһы өсөн һиҙелерлек килем сығанағына әйләнә.
Эшҡыуарлыҡтың отошлолоғон татып, аҡса эшләргә ынтылғандар өсөн хеҙмәт баҙарының бөтә тармаҡтарында ла урын табылыуын яҡшы аңлап, артабан улар үҙ магазинын төҙөй. Бүздәк ауылы урамдарының береһендә ике ҡатлы күркәм бина ҡалҡып сыға. Ҡотошовтар уны яратҡан ҡыҙҙарының исеме менән «Ирина» тип атай. Ауыл халҡының бында йәне ни теләй, шуны һатып алыу мөмкинлеге бар. Беренсе ҡатта – аҙыҡ-түлек. Икмәк, төрлө консерваланған аҙыҡтар урындағы заводтарҙан килтерелә. Икенсе ҡатта – кейем-һалым, һауыт-һаба, канцелярия кәрәк-ярағы һәм башҡа көндәлек ҡулланыу тауарҙары. Һатыусылар Лилиә Сафиуллина, Светлана Вәлиева, Земфира Ғабдрахманова, Гөлшат Кудрявцева, Наталья Смирнова халыҡты яғымлы, ихлас хеҙмәтләндерә. Бүздәктәр иһә «Ирина»нан ифрат ҡәнәғәт.