Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, ти халҡыбыҙ. Эйе, үҙ бәхетен ят тарафтарҙан эҙләмәй, ата-бабалар ерендә төпләнеп балалар үҫтергән, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, ең һыҙғанып эшләп йөрөгән ябай хеҙмәт кешеләре менән данлы, улар менән йәмле йәшәйешебеҙ. Ер ҡатламы баҫымын күҙәтеү буйынса Аксаков цехының Раевка бүлексәһендә насос станцияһы машинисы булып эшләгән Рим Исламов та уңғандар иҫәбендә.
Әлшәй районының Иҙрис ауылында тыуып үҫкән егет, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бер аҙ колхозда, ауыл клубында эшләп алған. Теүәл 27 йыл элек нефть тармағына эшкә килгән. Бөгөн Рим Рәшит улы — участкала ғына түгел, бөтә цехта машинист һөнәрен биш бармағылай белгән иң тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе.
— Тәү ҡарашҡа эшебеҙ бер төрлөрәк, хатта аҙ ғына ялҡытҡыс та булып күренәлер, әммә был һис тә улай түгел. Киреһенсә, бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ифрат яуаплы хеҙмәт, бында бер нәмә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш, — ти Рим ағай. — Нефть ятҡылығы тере организм кеүек: баҫым төшһә, "сирләй" башлай, "ҡара алтын" сығарыу күләме лә кәмей. Беҙҙең бурыс — ана шуны булдырмау, йәғни баҫымды төшөрмәй, нормала тотоу...
Машинистың эш көнө вахтаны ҡабул итеп алғандан һуң станция биләмәһен ҡарап-тикшереп сығыуҙан башлана. Бөтә агрегаттар ҙа "йырлап" эшләргә тейеш. Ниндәйҙер етешһеҙлек килеп сыҡһа, уны тиҙ генә көйләп ебәреү ҙә — машинистың бурысы. Артабан һәр ике сәғәт һайын бөтә күрһәткестәрҙе яҙып алып, диспетчер бүлегенә хәбәр итә улар. Бригада мастеры Б. Лисафин әйтеүенсә, коллектив ҙур түгел, әммә эште яҡшы белгән, яуаплы белгестәр хеҙмәт итә бында. "Исламов кеүектәргә таянырға мөмкин — һәр нәмәне еренә еткереп, күңел биреп башҡара. Эшкә яңы килгәндәргә лә өлгө ул, тәжрибәһен теләп уртаҡлаша, йәш белгестәрҙе машинист һөнәре нескәлектәренә өйрәтә. Ә Исламов "мәктәбен" үткәндәр һынатмай!" — ти ул.
Коллективта абруй ҡаҙанған Рим ағай ғаиләһендә лә бәхетле. Тормош юлдашы Светлана менән 28 йыл инде бергә ғүмер юлынан атлайҙар. Ике һылыу ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Светлана Мәрҙән ҡыҙы ла нефть тармағында эшләй: тәүҙә промыслала телефонист булған, әле — шәхси һаҡ хеҙмәте предприятиеһында.
Эйе, Рим Рәшит улының бөгөн ғорурланырға хаҡы бар. Яҙмышында әллә ниндәй ҡырҡа боролоштар яһап, карьера баҫҡысы буйлап баш етмәҫлек бейеклектәргә үрләмәһә лә, ауырлыҡтарға зарланмай, йәшәүҙән йәм, хеҙмәттән тәм табып, үҙ илендә солтан булып йәшәй ябай ауыл егете.