Республика, ил күләмендә продукцияһы танылған, ҡулланыусылар баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланған “Илешит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ эшмәкәрлеген 1989 йылда башлай. Үҙгәртеп ҡороуҙар заманында ҡыйынлыҡтар кисереп, хатта ябылыуға тиклем барып еткән булһа, бөгөн — предприятие яңынан сафта. Ул “Селена-Агро” компанияһы ярҙамында яңырыу кисерә. Тиҙҙән магазин кәштәләрендә данлыҡлы Илеш колбасаһы үҙ урынын алыр тигән ышаныс бар.
Бында күләмле реконструкция үткәрелгән, инвестор аҡсаһы иҫәбенә ремонт яһалған. Цех сит илдә, Рәсәйҙә етештерелгән өр-яңы һыуытыу, термо-эшкәртеү ҡорамалдары, вакуум шприцтар менән йыһазландырылған. Эш бер сменала башҡарыла. Бында колбасаның 38 төрө етештерелә. Көнөнә 10 тоннаға яҡын продукция етештереү күҙ уңында тотола. Әле цехта 70 кеше эшләй. Предприятие директоры Зөмәрә Ҡаҙраева, баш инженер Риф Зарипов, технолог Руслан Дәүләтшин эште яҡшы ойошторған. Илдар Фәрхетдинов, Фәүәҙис Ғабдуллин, Ғафурйән Баһауетдинов, Хәлит Сафиуллин, Марат Нәбиев, Илшат Миңлеханов, Ришат Әхмәтйәнов һәм башҡаларҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Коллектив сифатлы продукция етештереү өсөн бар көсөн, тырышлығын һала. Эш барышында тейешле технологик нормалар ҙа үтәлә. “Илешит” йәмғиәтенең продукцияһы Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама тарафтарына оҙатыла. Предприятие етәкселегенең пландары ҙур. Әҙер продукцияны һатыу өсөн районда махсуслаштырылған магазин асыу һәм унда бөтә төр продукцияны һатыу күҙаллана.
— Эшкә шатланып киләбеҙ. Предприятие тарҡалғас, эшһеҙ ҡалғайныҡ. Әле йәмғиәт яңынан тергеҙелгәс, тормош яңы һулыш алды, — ти Галина Йосопова.
Эйе, киләсәктә лә предприятие тәмле, сифатлы колбаса изделиелары етештереп, Илештең данын яҡлар. Өҫтәлдәребеҙҙе ситтән килгән ризыҡ түгел, ә үҙебеҙҙә етештерелгәне биҙәр!
Лира ГӘРӘЕВА.