Байдәүләттәр ярлы түгел10.01.2013
Байдәүләттәр ярлы түгелШундай әүҙемлек һәм берҙәмлек кенә ауылды ҡотҡарасаҡ

Аҙна буйы дәүләт хеҙмәтендә эшләгән кеше ял көндәрен һағынып көтөп ала. Күпселеге үҙ яйына йәшәгән ауыл халҡы өсөн иһә эш аҙнаһы ни ҙә шәмбе ни — һәр кем үҙ хужалығында мәшғүл. Ҡара көҙгә саҡлы ер, төҙөлөш һәм башҡа эшкә баштан-аяҡ сумған, тир түгеп, ғаиләһен аҫрарлыҡ бол тапҡан ауыл хеҙмәтсәне өсөн оҙон ҡыш ҡына ысын ялға әүерелә. Халыҡса әйткәндә, быға тиклем тапҡаның-туплағаныңды рәхәтләнеп йыйып, диванға ҡырын төшөп, телевизор ҡарап ятырға ғына ҡала. Командировкаға шәмбелә сығыуым тап шул хәлдең ғилләһе ине лә.

Иҫәнғолдан Сөләймән ауылына тиклем тирә-яҡ ала һыйырҙы хәтерләтә: ҡар менән ҡара ер аралашҡан урындар бихисап. Байдәүләт ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдар юлына боролғас иһә, әкиәт донъяһына килеп эләккәндәй булдыҡ. "Ала һыйыр”ҙың әҫәре лә юҡ: әйләнә-тирә ап-аҡ ҡар юрғанына төрөнөп йоҡоға талған. Өҫтәүенә Оло Һүрәм йылғаһы аша яңыраҡ һалынған Байдәүләт күпере аша сығыуыбыҙға, бөтә ғаләмде тағы ла сафландырып, күктән ваҡ ҡына бөртөклө ҡар яуа башланы. Ярты сәғәт тә үтмәгәндер, ҡалын ҡар ҡатламын көскә йырып бара башланыҡ.
Ауылға инеү өсөн ике күпер аша үтергә кәрәк. Береһе, бәләкәйе, Ҡараболаҡ йылғаһы аша һалынған. Икеһе лә, гүйә, ауыл ҡапҡаһы ролен үтәй. Байдәүләт ошо бәләкәй күпер төбөнән башлана ла инде. Ауыл старостаһының ҡайҙа йәшәүен һорар кеше осрар тип урамдың бер осонан икенсеһенә үттем. Бәй, әҙәм тигәнең юҡ. Ҡайҙа булып бөткәндәр? Йоҡлайҙармы? Әллә ҡул эшенә тотонғандармы? Шулай булһа ла бер ҙә ғәжәп түгел: ейәнсуралар бит элек-электән ҡышҡа инеү менән олоһо-кесеһе, ҡыҙ-ҡырҡын, хатта ир-егет тә дәррәү дебет шәл бәйләргә тотона, сөнки был шөғөл борондан ғаиләне аҫрарлыҡ кәсепкә әйләнгән...
Ауыл старостаһы Ринат Ғүмәров урам аша йәшәгән апайына һуғым һуйырға киткән икән. Юл өйрәткән уҙаманға рәхмәт инде. Минең турала ҡайғыртып, старостаға шылтыратҡан — ҡаршы алырға сыҡты ауыл хужаһы. Һөйләгәндәренән ауылдың тормош-көнкүреше тураһында шул мәғлүм булды: Байдәүләттә 77 йортта 231 кеше йәшәй. Эш юҡлыҡҡа һылтанып, тәҙрә-ишектәренә арҡыры таҡта ҡағып, ситкә сығып киткән кеше юҡ тиерлек. Йәше-ҡарты тыуған төбәгендә йәшәү әмәлен таба. Малын ишәйтеп, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп көн күрә байдәүләттәр. Берәү ҙә тормош ауыр тип зарланмай. Киреһенсә, кеше тупһаһында йөрөгәнсе тип, хәҙер күп кенә йәштәр ауылға кире ҡайтып төпләнә. Күтәрелеп килгән балаларын уҡытыу өсөн башланғыс мәктәп, кистәрен йәки байрамда күңел асыу өсөн клуб, ауылды берләштерерлек иман йорто, ике магазины булған, урамдарына асфальт түшәлгән ауыл ҡулы эш белгәндәр өсөн бына тигән итеп йәшәрлек.
Староста менән әңгәмәбеҙҙең иң ҡыҙыҡ урынында уға шылтыраттылар. "Һуң, ниңә кешене урамда тотаһың?! Алып кил бында! Хәҙер эсәк йыуабыҙ ҙа сәйгә инербеҙ", — тигән ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде. Һуғымсыларҙы эш өҫтөндә фотоға төшөрөп алыу мөмкинлеге килеп сығыуға ҡыуанып, өмәгә ыңғайланым. Ул арала ҡапҡала кәритә һөйрәгән ҡатындар ҙа күренде. Ҡараболаҡҡа эсәк-ҡарын йыуырға төшөп баралар.
Ауыл кешеһенең, айырыуса башҡорт ауылдарында йәшәүселәрҙең ихласлығы тураһында Рычков йә Крашенинников иҫән булһа, тағы ла бер нисә китап яҙыр ине.
Ике баш һуғым һуйған Көнһылыу апай Ишемйәрова 89 йәшлек әсәһе менән көн күрә. Ул ярҙамсылары менән бергә мине лә төшкө ашҡа саҡырҙы. Дүрт бүлмәнән торған, газы, һыуы булған яҡты, иркен йорт...
— Үрге Муйнаҡ мәктәбенән хаҡлы ялға сыҡтым. Өлкәнәйгән көнөмдә тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаныма ҡыуанып бөтә алмайым, — тип һөйләй хужабикә. — Әсәйемдең өйө бәләкәй генә ине. Ринат ҡустым йортомдо яңыртыуға күп көс һалды, рәхмәт инде. Бригадаһы менән бер йәй эсендә иҫке өйөмдө һүтеп, нигеҙен ҡайтанан ҡороп, бураны күтәртеп, төкәтмә һалып, сынъяһау итеп эшләп бирҙе лә ҡуйҙы. Унан ауылдаштарым өмә яһап, һылап та бирҙе. Һәммәһенә лә рәхмәтлемен.
Ауыл хаҡында бер генә кеше ауыҙынан алынған мәғлүмәт, баҡһаң, яртылаш ҡына булған. Ризыҡтан һығылып торған мул табынға йыйылған ирле-ҡатынлылар ауылдаштарының сит кеше күҙенә бәрелеп бармаған яғын бөтөн килеш асып һалды: Оло Һүрәм буйында урынлашҡан был бәләкәй генә ауыл халҡы бигерәк егәрле һәм берҙәм. Ауылдың дөйөм эш-ғәмәлен барыһы ла бер булып башҡара. Әйтәйек, урамдарҙы, клуб-мәктәпте төҙөкләндереү, йылға буйҙарын таҙартыу, өс шишмәне, әруахтарҙың мәңгелек йортон — зыяратты кәртәләү кеүек эштәрҙә аяҡҡа баҫҡан һәммәһе лә ҡатнаша. Киләһе йәйгә лә матур пландар менән йәшәй байдәүләттәр. Мәҫәлән, мал көтөүе өсөн Ҡараболаҡ йылғаһы үрендә быуа әтмәләү; оло юлға алып сығыусы тура юлды ремонтлау...
Һәр йортта тип әйтерлек ер һөрөрлөк, бесән сабып йыйырлыҡ, ташырлыҡ техника бар. Ундай мөмкинлеге булмағандарға фермер Руслан Мәҡсүтов, мәктәп ҡаҙанлығын хеҙмәтләндергән Азат Ғүмәров, умартасы Байыҡ Ҡолмөхәмәтов, шәхси йүнсел Мәүлит Исхаҡов ярҙам итә. Күптәр биш-алтышар баш һыйыр малы, тиҫтәләгән һарыҡ, ишле итеп ҡаҙ-өйрәк аҫрай. Бәғзеләр төҙөлөш эше менән була. Ҡыҫҡаһы, кем нимәгә оҫта, шулай аҡсаһын таба.
Ауыл старостаһы, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ауыл имамы халыҡты һәр төрлө эшкә, сараларға йәлеп итеү, йәғни ойоштороу эшен алып бара. Яҡшыға, яҡтылыҡҡа әйҙәүселәр булһа, ниңә ауыл халҡы эскелек һаҙлығына батһын да эшһеҙлек, тәртип боҙоу кеүек насар күренештәргә юлыҡһын ти?! Ҡатыны Фәниләнең клубта эшләүе Ринат өсөн бигерәк ҡулай — ауылдаштары араһында аңлатыу эшен атҡарыу еңелерәк. Районда танылыу яулаған "Умырзая" фольклор ансамбле Байдәүләттең йөҙөк ҡашы булып тора.
— Яңы йыл байрамы беҙҙең өсөн үткән йылға йомғаҡ яһау сараһына әйләнә, — ти Фәнилә ханым. — Клубҡа бөтөн халыҡ алдында ауыл тормошо-көнкүрешендә әүҙем ҡатнашыусылар, матур ғаиләләр, иң өлкән йәштәгеләр, яңы тыуған сабыйҙар, уңған килен һәм кейәүҙәр, иң күркәм йорт, гәзит-журналға иң күп яҙылыусы һәм башҡа номинациялар билдәләнеп, һәр береһенә бүләк тапшырабыҙ. Былтыр, иң оло йәштәгеләр номинацияһына 80 йәште үткән Мәғәфүрә Абдуллина, Камила Кәримова, Фазулла Иманғолов, Ғәбсәләм Ғүмәров, Ғәлимә Солтанова, Мәфтуха Байсурина, Миңйыһан Хәсәновалар лайыҡ булды. Туйҙар, бәпескә исем ҡушыу кеүек матур йолаларҙы башҡарыуға ла бөтөн ауыл дәррәү ҡушыла. Өй бурау, уны күтәреү, ҡыйыҡ ябыу, картуф сәсеү, ҡаҙ йолҡоу, һуғым һуйыу кеүек эштәр ҙә дөйөм көс менән атҡарыла. Хатта буйҙаҡ егеттәр ҙә тырышып йорт һала: әҙер өйгә килен булып төшөргә теләүселәр табыласаҡ.
Ауылдың матур йолаларын байытып, биш йыл һайын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", шәжәрә байрамдары үткәрелеп тора. Уларға әҙерләнгән ваҡытта күркәм ауыл тағы ла йәмләнә.
— Район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин күрһәткән ярҙам-терәккә рәхмәтлебеҙ. Яңыраҡ клубҡа яңы костюмдар тектереүҙә, музыка ҡоралдары һатып алыуҙа булышлыҡ итте, — ти староста.
Ауыл старостаһын "хужа" тип әйтеүем бушҡа түгел. Ун өс йыл тарта ул был йөктө. Ауылдаштары араһында берәй хәл була ҡалһа (бөтәме ни ауыл мәшәҡәте), йүгереп уға киләләр. Староста һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер һәм бер ҡасан да ауылдаштарын бәлә-мәшәҡәтендә яңғыҙ ҡалдырмаясағын халыҡ яҡшы белә.
Ғәҙәттә, ауылдарға сыҡҡанда күптәр ҡаҙ салырлыҡ та ир ҡалмауына, барыһының да эш эҙләп ситкә сығып китеүенә зарлана. Эйе, ундай ауылдар аҙым һайын осрап тора. Ә бына Байдәүләттең миҫалы замана ауырлыҡтарын еңеп, һәүетемсә йәшәү мөмкинлеген күрһәтә. Һәр кемдең яҙмышы — үҙ ҡулында. Ошоға дәлил итеп тағы ла бер миҫал килтерәм: Әбйәлил районының Амангилде ауылы халҡы өлгөһөнә эйәреп, “Башҡортостан" гәзитенә бөтөн ауыл менән яҙылыу форсаты барлығы хаҡында һүҙ сыҡҡас, байдәүләттәр был акцияға дәррәү ҡушылырға һүҙ ҡуйышты. Шулай булмай ни, кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигән һүҙ ҡалған бит боронғоларҙан.


Вернуться назад