Оло юлдан уңға ҡайырылып, Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының үҙәк усадьбаһы биләмәһенә аяҡ баҫҡас, ҡарҙың күплеге һәм көндөң һалҡынлығы хайран итте. Ихаталарҙы көрт баҫҡан, уның ҡарауы, урам яҡшы итеп таҙартылған. Ел бер туҡтауһыҙ өрөп торғас, баҫыуҙа ҡар улай уҡ тәрән түгел ине.
– Ҡаты һыуыҡтар, ыжғыр бурандар беҙҙе һаҡсыллыҡҡа һәм теүәллеккә өйрәтә, – ти "Максим Горький" исемендәге тоҡомсолоҡ заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш зоотехнигы Юрий Мурзин. – Ҡар ҡалын булһа, иген уңыр, тиҙәр. Шөкөр, был йәһәттән беҙ бәхетле.
Районда хужалыҡ алдынғылар рәтендә. Бында айырыуса малсылыҡ тармағы үҫешкән. Бөгөн йәмғиәттә меңгә яҡын баш һыйыр малы иҫәпләнә, яртыһын һауын һыйыры тәшкил итә. Мал йылы ҡурала аҫрала.
Юрий Мурзиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡырыҫ тәбиғәт шарттары (бүтәндәр менән сағыштырғанда, йәй ярты айға ҡыҫҡараҡ) мал аҙығын күпләп әҙерләүгә кәртә була алмай. Ғәҙәттәгесә, бесәнде артығы менән сабып өйөп ҡуйғандар. Бынан тыш, ваҡытында силос һалынған, сенаж хәстәрләнгән, һалам ташылған.
Тирә-яҡтың аҡлығына ғәжәпләнеп килгәндә ҡалала ғына күреп өйрәнгән, ялтырап торған арбалы "Беларусь" эргәбеҙҙән үтеп китте. Һалам өйөргә ашыға икән. "Ҡорос ат"ты бер ай элек кенә алғандарын белдек. Әйткәндәй, хужалыҡ етәкселеге автопаркты яңыртыуға айырыуса иғтибар бүлә.
Һәр ойошманың йөҙөн билдәләүселәре, алға әйҙәүселәре була. Был хужалыҡта иһә һауынсылар Наташа Япанова менән Валентина Иванова, малсы Виктор Корчевских, быҙау ҡараусы Виталий Никитиндар – бүтәндәргә өлгө.