Районда ун йыл элек бер нисә тиҫтә генә бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән булһа, бөгөн — 900-ҙән ашыу. Бында йүнселдәр ниндәй генә эшкә тотонмай! Автомобиль йүнәтәләр, яҫтыҡтың эслеген таҙарталар, кейем тегәләр, дарыухана, бөҙрәхана, магазин асалар...
Игеҙәк ҡыҙҙары донъяға килгәс, кисәге банк хеҙмәткәре Эльвира Вәлитова ла үҙ эшен башларға тәүәккәлләй. Ул бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тота: автомобиль йыуыу хеҙмәтен ойоштора һәм социаль магазин аса. Әлегә ике эш урыны булдырған.
Талбазының үҙәгендә сауҙа итеү отошлораҡ тип кәңәш бирһәләр ҙә, Эльвира Рим ҡыҙы табыш артынан ҡыуырға ашыҡмай. Эшем башҡаларға файҙа һәм ҡыуаныс килтерһен тип, ауылдың ситендә, пенсионерҙар күпләп йәшәгән ерҙә аса ул магазинын. Ошоғаса икмәк йә шырпы алыр өсөн дә район үҙәгенең икенсе осона йөрөргә мәжбүр булған ололар бөгөн эшҡыуарға рәхмәт уҡып бөтә алмай. Һәр иртә яңы бешкән икмәк һатып алырға күнеккән Зөбәйҙә апай Мусина ла әңгәмәгә ихлас ҡушылды.
— Магазин төҙөлә башлағас, асылыуын түҙемһеҙләнеп көттөк, — тине ул. — Хужабикәһе бик йомарт булып сыҡты: пенсионерҙарға барыһын да 5 процент ташлама менән һата, Оло йәштәгеләр көнөндә мул итеп күстәнәс таратты.
Магазинға исем һайлағанда ла Эльвира Рим ҡыҙы өлкәндәрҙең күңеленә хуш килһен тип совет осоронда йыш ҡулланылған "сельпо" һүҙендә туҡтала. Бөгөн "Сельпо"ның кәштәләре аҙыҡ-түлектән һәм көнкүреш тауарынан һығылып тора. Икмәк менән һөттө Ғафури һәм Ауырғазы етештереүселәре алып килә, ҡалғанын йүнсел ҡатын үҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ташый, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған улы Артур ҙа ҡайһы берҙә Өфөнән тауар тейәп алып ҡайтҡылай.
— Бизнеста ижади ҡараш булырға тейеш. Халыҡ йышыраҡ килһен өсөн уны төрлөсә ҡыҙыҡтырырға, көн дә яңы алым уйлап табырға кәрәк. Мәҫәлән, тиҙҙән бары тик беҙҙә генә күркә ите һатыла башлаясаҡ, — ти Эльвира Вәлитова.
Эшҡыуарҙың магазинға терәлеп торған "Люкс" тигән автомобиль "мунса"һында ла эш гөрләй. Берәүҙәр ҡоролмаға машинаһын ҡыуып индерһә, икенселәр... балаҫ йөкмәп килә.
— Халыҡ һорағас, балаҫ та йыуа башланыҡ шул, — тип йылмая хужабикә.
Ун биш йыл банкта эшләгәндән һуң һис көтмәгәндә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлауын Эльвира Рим ҡыҙы ғаиләһе, балалары хаҡына яһалған аҙым тип аңлата. Мәшәҡәттәр арта төшһә лә, булдыҡлы ҡатын дүрт йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарына, студент улына һәм һөйөклө иренә күберәк иғтибар бүлә алыуына ҡыуана.