Көтөүсе лә, һауынсы ла ҡәҙерле бөгөн09.01.2013
Көтөүсе лә, һауынсы ла ҡәҙерле бөгөн– Һыйыр һауырға кеше юҡ! Ышанаһығыҙмы, юҡмы? Мал ҡараусыны ла саҡ эҙләп табып эшкә ҡуштым, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡаршы алды “Роса” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Нәжип Хисамов.
– Эшкә яраҡлыһы ауылды ҡалдырып, көн дә иртән ҡалаға һыпырта, унда аҡсаны тоҡлап бирәләрме ни!

Етәксене бөгөн ауыл хужалығы техникаһы ла, элиталы орлоҡ та, заманса ҡорамалдар ҙа борсомай, сөнки хужалыҡта был мәсьәләләрҙең барыһы ла ыңғай хәл ителгән. Тик эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ уйға һала.
Ысынлап та, әле ауыл ерендә халыҡты һөтсөлөк фермаһына һөйрәп тә, айына 10-15 мең һум түләп тә ылыҡтырып булмай — барыбер ҡалала эшләүҙе өҫтөн күрәләр. Йәмғиәт директоры белдереүенсә, эш хаҡы ваҡытында бирелә, дәртләндереү өсөн премия ла бар. Теләгән кешегә тағы ла бушлай быҙау, бер тонна иген, алты төргәк бесән, 12 төргәк һалам бүленә. Тик ниңәлер фермала эшләргә теләүселәр һаман һирәк, ашҡынып тороусыны тапмаҫһың.
– Бер ваҡыт һауынсыбыҙ эшкә сыҡмағас, урынына кеше табып булманы, барыһын да көтөүсегә башҡарырға тура килде инде, – ти Нәжип Миңләхмәт улы. – Йәш белгестәрҙе, малсыларҙы ауылға ылыҡтырыу маҡсатында ҙур ғына йорт та һалып ултырттыҡ, әммә фәтүә булманы. Күптән түгел йортто тағы ла киңәйтеп, бер нисә иркен бүлмә яһаныҡ. Эшкә килһендәр генә — иғтибар ҙа, ихтирам да буласаҡ.
Йәмғиәт районда артта һөйрәлгәндәрҙән түгел. Малсыларға һәйбәт эш шарттары булдырылған. Йәй-көҙ тырышып эшләгәс, ҡышҡы һыуыҡтар ҡурҡыныс түгел, аҙыҡ етерлек күләмдә әҙерләнгән. Силос, сенаж, фураж мал ауыҙынан һис өҙөлмәй, шуға ла һөт, ит етештереү арта. Ағын Илеш һөт заводына литрын 12 һум менән оҙатһалар, итен Өфөлә, район үҙәгендә үткән йәрминкәләрҙә һатып, аҡсаға әйләндерәләр.
Ике мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ер йыл һайын маҡсатлы файҙаланыла. Умырып уңыш алмаһалар ҙа, үҙҙәренә, хеҙмәткәрҙәренә, һатыуға ла етә. Техника паркы бай ғына, йыл һайын уҡ булмаһа ла уны яңыртып торалар, иҫкене ремонтлап та эшкә ҡушалар.
– Баҫыу эштәренә ситтән ялламайбыҙ, ҡулдан килгәс, үҙебеҙсә тырыштырабыҙ, – ти Нәжип Хисамов. – Лизинг, кредит ярҙамында алған техника күп кенә йыл хеҙмәт итәсәк әле.
Фермаларҙа 120 баш һыйыр малы аҫрала, бөгөн 50 һауын һыйыры бар. Тағы ла 20 баш мал айырым һимертелә, 30 быҙау алғандар. Көтөү яңыртыла, әле яңыраҡ ҡына 25 тана менән тулыланған.
Хужалыҡта эш һис ҡасан туҡтамай. Мал ҡышлатыу менән бер рәттән, бөгөн малсылар келәттәрҙәге игенде таҙарта, киптерә. Яҙғы баҫыу эштәренә иртәрәк булһа ла, техникаға ремонт үткәрелә, запас частарға заказ бирелә. Бынан тыш, ауыл халҡына һалам, бесән ташыу хеҙмәте лә яҡшы ойошторолған, йәмғиәт кассаһына, аҡмаһа ла, ниндәйҙер күләмдә аҡса тамып тора.
“Роса” йәмғиәтенең эше таң һарыһынан башланып ҡара кискәсә дауам итә. Дүрт көтөүсе һәм бер һауынсыны хужалыҡтың тотҡаһы тип атарға була, сөнки тап уларҙың намыҫлы хеҙмәте ярайһы ғына уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкинлек бирә лә инде.


Вернуться назад