Яҡынса йомғаҡ ҡәнәғәтләнерлек09.01.2013
Донъя иҡтисадындағы тотороҡһоҙлоҡҡа, йәйге ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, республика иҡтисади үҫеш юлынан ышаныслы алға барыуын дауам итә.

Былтырғы һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, Башҡортостандың тулайым төбәк продукты үҫеше 105–105,2 процентҡа яҡынлаша. Төп күрһәткестәр Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән ярайһы уҡ юғары булып ҡала — илдә тулайым эске продукттың үҫеше 103,5 процент күләмендә баһалана.
Сәнәғәт етештереүендә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшелде: Башҡортостанда индекс — 105,5, Рәсәйҙә 102,7 процент тәшкил иткән.
2012 йылдың төп үҙенсәлеге — инвестиция һәм төҙөлөш өлкәләрендә эшмәкәрлектең әүҙемләшеүе. Үҫеш тиҙлеге йыл дауамында Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән бер нисә тапҡырға юғарыраҡ булып алды һәм, дөйөм алғанда, 119 процентҡа баһаланды. Хеҙмәт баҙарында ла ыңғай хәл күҙәтелә: эшһеҙлек кимәле 2011 йылда 1,4 процент тәшкил итһә, былтырғы 11 ай мәғлүмәттәренә ҡарағанда — 1,2 процент.
Халыҡтың аҡсалата килеме артҡан, инфляция бер аҙ тотҡарланған. Мотлаҡ түләүҙәрҙе һәм ҡулланыу хаҡтары индексын иҫәпкә алмағанда, халыҡтың аҡсалата килеме үҫеше 105,8 –106 процентҡа еткән. Йыл йомғаҡтары буйынса ҡулланыу әүҙемлеге күрһәткесе 105–105,5 процент тәшкил итә.
Быйыл иҡтисадтың үҫеше дауам итәсәк һәм 105,9 процентҡа етәсәк тип күҙаллана.


Вернуться назад