Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы (директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илфир Зарипов) "500 ферма" программаһына ингән. Уның Яңы Балтас ауылындағы дүрт һөтсөлөк фермаһы бөгөн совет заманын хәтерләтмәй.
Төҙөлөш һәм үҙгәртеп ҡороу бында ҡыҙыу бара. Декабрҙә 550 баш һыйыр малына иҫәпләнгән өс ферма сафҡа инәсәк. Бынан тыш, заманса механизацияланған бер һауын залы менән быҙаулатыу бүлексәһе лә үҙ ишеген асасаҡ. Төҙөлөш тамамланғас, малсыларға эшләү өсөн уңайлы шарттар буласаҡ. Ашхана, ял бүлмәләре ҡаралған, ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр өсөн айырым йыуыныу бүлмәләре асыласаҡ.
Һәр һөтсөлөк бинаһында һәм һауын залында яңы һөт үткәргестәр, елләткес урынлаштырылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, резина иҙән түшәлгән. Һауын залын сифатлы һыу менән тәьмин итеү маҡсатында ике километр оҙонлоғонда торба үткәргес һуҙғандар. Тағы ла яңы төҙөлгән силос соҡоронда киләһе йылдан мал аҙығын һаҡлай башлаясаҡтар. Фермаларҙың тирә-яғы ла ипкә килтерелгән.
Уларҙы төҙөкләндереү проекты хаҡы – 110 миллион һум. Был аҡсаға йәмғиәт ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һатып алған, төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн дә ошо аҡсаның ниндәйҙер күләме тотонолған. Кооператив етәкселеге белдереүенсә, элекке биналарҙы яңыртыуға, республика Хөкүмәте бүлгәндән тыш, үҙҙәренең дә аҡсаһы йүнәлтелгән. Техника алыуға ғына, мәҫәлән, йәмғиәт 8 миллион һум тотонған, кредит та юллағандар. Аҙаҡ үҙҙәренә 8 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән.
Хужалыҡта әле иҫке биналар бар, уларҙы яңыртыуға ла байтаҡ ҡына сығым кәрәк буласаҡ. "Капиталь ремонт үткәргәнсе, күмәк мал өсөн яңы фермалар төҙөү күпкә отошлораҡ булыр ине", – тип үҙенең шәхси фекере менән дә уртаҡлашты Илфир Зарипов.
Тоҡомсолоҡ заводында ҡара-сыбар тоҡомло ике мең самаһы баш һыйыр малы аҫрала, шуның 600-гә яҡыны – һауын һыйыры. Һәр һыйырҙан йылына уртаса биш мең литр һөт һауып алалар.
Аграр хужалыҡ, "500 ферма" программаһына таянып, киләсәктә һөт етештереүҙе тағы ла арттырыу маҡсаты менән йәшәй.
Саҡмағош районы.