Ер йомарттыр игенсеһе барында27.12.2012
Йыл ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн бик ауыр килде. Бигерәк тә игенселек тармағында. Рәсәйҙең иң күп икмәк биргән 20 төбәге ҡаза күреүселәр рәтенә индерелеп, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Шул иҫәптән Башҡортостанда ла.
Рәсәй буйынса 5,52 миллион гектарҙа (дөйөм сәсеү майҙанының 7,3 проценты) сәсеүлектәр юҡҡа сыҡҡан. Республикала ҡоролоҡтан 46 райондың, өс ҡала округының 1526 хужалығы ҡаза күргән. Бөтәһе 585 мең гектар сәсеүлек (дөйөм майҙандың 19 проценты) көйөп бөткән. Ил буйынса төбәк аграрсылары 43 миллиард һумлыҡ зыян күреүҙәре тураһында белдерһә, Хөкүмәт ҡаза эҙемтәләрен 6 миллиардҡа баһалаған.
Шулай ҙа ауыл хеҙмәтсәндәренең күңелендә киләһе көндәргә ышаныс тыуҙы — Рәсәй Президенты Владимир Путин аграр өлкәне оборона тармағы менән тиңләне. "2012 йылда ауыл хужалығын үҫтереүгә бюджеттан 170 миллиард һум аҡса бүленәсәк, бынан тыш, 150 миллиардлыҡ кредит биреләсәк", — тип белдерҙе ил башлығы. Башҡортостанда иһә агросәнәғәт комплексына 6 миллиардтан ашыу һум аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән 3,6 миллиард — республика, 2,4 миллиард — ил бюджетынан.
Ауыл эшсәндәре лә бурыслы булып ҡалманы: йылдың туғыҙ айында ғына ла 82,3 миллиард һумлыҡ продукция етештерҙе. Республика аҙыҡ-түлек менән үҙен тулыһынса тәьмин итә алды: 2 миллион тоннанан ашыу иген, 900 мең тоннанан күберәк картуф, 260 мең тонна башҡа төр йәшелсә йыйҙы.
Ҡоро килгән йылда икмәктең бизмәндә күпме тартыуы түгел, ә бар тырышлыҡты, көстө һалып, тулыһынса йыйып алыныуы мөһим. Беҙҙең халыҡ икмәк ҡәҙерен белә, шуға ла, быйылғы "плюс" һәм "минус"тарҙы барлап, киләһе уңышты хәстәрләй башланы.