Көньяҡ Урал таянысы27.12.2012
Көньяҡ Урал таянысыҺикһән йылдан ашыу тарихы булған “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте — Хәйбулла районында урынлашҡан иң ҙур сәнәғәт предприятиеларының береһе.

1930 йылда руданан алтын айырып алыу фабрикаһында эшләй башлаған комбинат, төрлө йылдарҙа үҫештең төрлө баҫҡысын үтеп, 2004 йылдан Урал тау-металлургия компанияһының иң тотороҡло һәм перспективалы эшләгән ойошмалары сафын тулыландыра. Комбинатҡа бөгөн йәш һәм дәртле Рөстәм Аблаев етәкселек итә.
Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты республикала ғына түгел, ил күләмендә лә продукцияһының үҙҡиммәте түбәнлеге, ә концентратының юғарылығы менән айырылып тора. Сифатты ҡатнашма составындағы алтын, көмөш һәм башҡа ҡиммәтле металдар ҙа күтәрә.
Районда мәғдән сығарыу эшенә бәйле барлыҡҡа килгән Бүребайҙа шахтер һөнәре ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Әйткәндәй, Бүребай ҡасабаһында шахтер булыу иң мәртәбәлеһе иҫәпләнә, уларға ауылдаштары һоҡланып ҡарай. "Октябрь" ер аҫты ятҡылығында эшләүсе Байғужин, Шмаков, Исламғолов, Павлущенко, Трунов, Баязитов, Туғыҙбаев, Ильясов, Әминевтәрҙең өсөнсө һәм дүртенсе быуыны бөгөн дә шахтер һөнәренә тоғро.
Шулай уҡ комбинаттың ҡуйыртыу, фильтрлау, флотация, онтау, химия, энергия, ремонт-механика цехтары ла шахта һәм фабрика ҡорамалдарын көйләүсе генә түгел, уларға ҡайтанан йән өрөүсе лә. Был өлкәлә эшләүселәр ҙә күптән инде үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән. Ғөмүмән, комбинаттың ниндәй генә цехын алма, улар бер-береһен тулыландырып, бер бөтөн булып, әҙер продукция — баҡыр концентраты — етештереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Бөгөн “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, етештереү мөмкинлектәренә һәм данлы хеҙмәт традицияларына таянып, үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов башланғысы менән эшләнгән 2011–2015 йылдарға Көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерәләр.
Хәйбулла районы.


Вернуться назад