“Янғантау” шифаханаһы тармаҡтың финанс-иҡтисади бизнес-рейтингы һөҙөмтәһе буйынса йылдың иң яҡшы дәүләт предприятиеһы тип танылды.
“Шифахана-курорт учреждениелары” төркөмөндәге 36 номинант араһында беренсе урын яулауға предприятиеның иҡтисади уңыштары килтергән. Уның етәксеһе Энгельс Ҡолмөхәмәтов “Рәсәй иҡтисады йондоҙо” ордены менән бүләкләнәсәк, ә хеҙмәт коллективының уңыштары “Тармаҡ профессионалы” миҙалы менән билдәләнгән.
Еңеүселәр 2013 йылдың ғинуарында Украинаның Буковелендә VI Халыҡ-ара форумында бүләкләнәсәк.
Ә. ЭТҠОЛОВА.