2012 йылғы һатып алыуҙарҙың асыҡлығы буйынса милли рейтингта Башҡортостанға “Гарантиялы асыҡлыҡ” кимәле бирелде. Ошоға бәйле Башҡортостан Президенты исеменә ойоштороусыларҙан — Электрон сауҙала ҡатнашыусыларҙың милли ассоциацияһынан — ҡотлау хаты килде.
Яңыраҡ Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Унда Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Иҫәп палатаһы, төбәк ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты. Республикабыҙҙан сараға Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Сергей Новиков барҙы. Наградаларҙы ойоштороу комитеты рәйесе Антон Назаркин тапшырҙы.
Сараның төп бурысы — һатып алыуҙарҙың милли баҙарындағы хәлгә һәм үҙенсәлектәргә өҙлөкһөҙ мониторинг үткәреү, был өлкәләге дәүләт идараһы системаһын үҙгәртеү тәҡдимдәренә һәм программаларына, коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса халыҡ-ара практикаға анализ, һатып алыуҙарҙың иҡтисади һөҙөмтәлелеген, асыҡлығын арттырыу, ошоға ҡағылышлы коррупция күләме хаҡында йәмәғәтселеккә хәбәр итеү.
Әлеге асыҡлыҡ рейтингы — башҡарылған ҙур аналитик эш һөҙөмтәһе. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә ғәмәлдәге практикаға ентекле баһа бирелгән. Уңыштың төп күрһәткесе — асыҡлыҡ стандарттарын үтәү һәм эшмәкәрлектең иҡтисади һөҙөмтәлелеге.
Л. ИШЕМҒОЛОВА.