Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә байлыҡ өсөн өҫтәмә һалым алыу кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ, уныңса, юғары вазифа биләүселәр үҙҙәренең килеме һәм сығымдары тураһында даими рәүештә мәғлүмәт биреп торорға тейеш. Был дәүләт хеҙмәтендә эшләгән һәр кемгә ҡағыла. Ни тиһәң дә, ҡайһы берәүҙәр, ил халҡының хәлен "ҡайғыртып" та, бер үк мәлдә үҙҙәренә һәм ғаиләләренә ете диңгеҙ аръяғынан виллалар һатып алыусан.
Байҙар ҙурыраҡ һалым түләйәсәкИл башлығы фекеренсә, байлыҡҡа һалым индереү мәсьәләһен 2013 йылдың беренсе яртыһында уҡ хәл итергә кәрәк. Затлы йорто йә фатиры, ҡиммәтле автомобиле булған өсөн кешене байҙар рәтенә индереүҙәре ихтимал.
Әйткәндәй, быға байҙар үҙҙәре ниндәй фекерҙә икәнлеге әлегә ҡараңғы. Әммә, һис шикһеҙ, тиҙҙән уларҙың да тауышы ишетелер. Ләкин капиталын Багам утрауҙарындағы кеүек оффшорҙарҙа теркәп өйрәнгән "сереп байыусылар" өсөн бының әһәмиәте булырмы – ошо ғына шик тыуҙыра. Ни тиһәң дә, торлаҡ һәм автомобиль – байлыҡтарының күренеп кенә торған өлөшө. Шуға ла "таяҡтың башы" урта хәллеләр рәтенә яңы инеп барғандарға төшмәҫме?
Шуныһы мәғлүм: рәсәйҙәрҙең күпселеге байлыҡҡа һалым индереүҙе хуплап сыҡҡан. Был сит илдәрҙә лә популяр. Мәҫәлән, АҠШ-тың Билл Гейтс, Уоррен Баффет кеүек билдәле эшҡыуарҙары үҙҙәре ошондай саралар яҡлы (беҙҙекеләргә уларҙан өлгө алырға кәрәк тә бит). Әммә бөтәһе лә түгел: президент Барак Обамаға демократтар партияһы тарафынан тәҡдим ителгән ошондай закон проекты "Республика партияһы" ағзалары араһында ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Быға ҡағылышлы бәхәстәр унда һаман дауам итә. Ә бына Францияла президент итеп һайланған Франсуа Олланд байҙарға һалымды арттырыуҙан ҡурҡманы, әммә был аҙым ҙур капитал эйәләренең һалым баҫымы еңелерәк булған күрше Швейцария һәм Австрия кеүек илдәрҙә теркәлеүенә генә килтерҙе.
Баш ҡала үҙгәрәХалыҡ-ара саммиттарға әҙерләнгән Өфө тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Ҡала хакимиәтендә тап шулай ышандыралар. Үҙәк урамдарҙа урынлашҡан бөтөн йорттар ҙа төҙөкләндереләсәк тип көтөлә.
Әлбиттә, донъяның төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға ныҡлап әҙерләнергә кәрәк. Баш ҡалабыҙҙың бер күренеше лә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булырға тейеш түгел. Шуға ла үҙәк урамдарҙағы бөтөн йорттарға дәүләт иҫәбенә ремонт башҡарыласаҡ, уларҙың тышы ла, эсе лә, ихаталары ла "ялтлап" торасаҡ. Бигерәк тә Ленин, Зәки Вәлиди, Пушкин, Цюрупа, Беренсе Май кеүек үҙәк урамдарҙа, Октябрь проспектында урынлашҡан күп фатирлы йорттарға ҡағыла был.
Шулай уҡ яңы йылда, ниһайәт, баш ҡаланың аквапарклы булыуы ла бар. Ул март айында үҙ ишектәрен асыр тип өмөтләндерәләр. Ябыҡ каток, физкультура-һауыҡтырыу һәм үҙенең бассейны, футбол яланы булған спорт комплекстары ла төҙөргә вәғәҙә итәләр. Ә ағымдағы йыл аҙағына йәш ғаиләләр шатлығына 585 урынлыҡ тағы ла биш балалар баҡсаһы асылыуы көтөлә.
Хаҡтар арта ла, кәмей ҙә...Дәүләт статистикаһы хеҙмәте хәбәр итеүенсә, үткән айҙа баҙарҙа игендең ҡиммәтләнеүе магазин хаҡтарына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Уртаса алғанда икмәк һәм күмәс – 2,2 процентҡа (йыл башынан – 15,3), бойҙай оно – 3,2, тары, арпа, манный ярмаһы, һоло – 3,5 – 6,1, макарон 1,7 процентҡа тиклем ҡыйбатланған. Көнбағыш майына, йомортҡаға, һөт ризыҡтарының айырым төрҙәренә, шулай уҡ иткә лә хаҡтың бер аҙ артыуы күҙәтелә.
Әммә ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡ төшә лә икән. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа үҙебеҙҙең илдә етештерелгән шарапҡа, дөгөгә, ҡарабойҙайға, туңдырылған балыҡҡа һәм шәкәр ҡомона ул 1,4 – 3,4 процентҡа кәмегән. Шулай уҡ алма, әфлисун, кишер, һуған, һарымһаҡҡа ла хаҡтар ҡыуандыра. Ә бына банан менән лимон 6,9 – 7,2, кәбеҫтә иһә 10 процентҡа ҡәҙәр арзанайған. Ләкин картуфтың һәм сөгөлдөрҙөң баһаһы яҡынса шул самаға артҡан, виноград яратыусыларға ла хәҙер кеҫәһенән күберәк аҡса сығарырға тура киләсәк – ул 16,3 процентҡа тиклем ҡиммәтләнгән.
Бензинға хаҡтың көндән-көн артыуына күнегеп тә бөткәнбеҙ инде, шуға ла был яңылыҡ әллә ни ғәжәпләндермәй. Ҡышҡы кейемдәрҙең ҡиммәтләнеүен һалҡындарға аяҡ баҫыуыбыҙ менән дә аңлатып була. Әммә хәҙер сәхнә оҫталарының сығышына һоҡланыр өсөн дә бер аҙға күберәк түләргә тура киләсәк – театрҙарға билет 1,6 процентҡа ҡыйбатланған икән.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН