Яңы яуған аҡ ҡарҙы туҙҙырып, алдыбыҙға "Нива" автомобиле килеп туҡтаны. Эштән ҡайтып барғанда ферма мөдире Әжәктең һауынсы ҡатындарын ауылға тиклем килтереп ҡуйырға ниәтләгән икән.
Алдымда – ябай хеҙмәт кешеләре. Тап уларҙың тырышлығы менән ауыл йәшәй, хужалыҡ уңышҡа өлгәшә. Әйткәндәй, 2008 йылда ойошторолған "Колос" ауыл хужалығы кооперативы Борай районында алдынғыларҙан иҫәпләнә, унда тирә-йүндәге ауылдарҙан кешеләр малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Үҙәге – Әжәктә. Элек-электән был ауыл халҡын уңған, тырыш тип белә яҡташтары. Күптәр ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, малсылыҡ кеүек кәсептәрҙе үҙ итә: район үҙәгендә, яҡын-тирәләге ҡала-ҡасабаларҙа улар етештергән ит-һөт ризыҡтарын бик теләп һатып алалар.
Һауынсылар менән әңгәмәләшәбеҙ. Өс тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә Валентина Ситдиҡова 1995 йылдан һауынсы булып эшләй.
– Һәр эштең үҙ көйө бар, – ти ул еңел булмаған һөнәре тураһында. -– Өйрәнгәнмен инде. Кешеләр менән аралашып, үҙеңдең кәрәклегеңде тойоп йәшәүгә бер ни ҙә етмәй.
Инзилә Ахрарова хужалыҡта ашнаҡсы булып та эшләгән, һуңғы йылдарҙа һауынсы һөнәрен үҙләштергән. Әйткәндәй, тыныс холоҡло, булдыҡлы ханымға таналарҙы ышанып тапшырғандар: уларҙың көйөн көйләп, һөтөн һауып алыу өсөн дә таһыллыҡ талап ителә. Әйткәндәй, ире Данил да ошо уҡ хужалыҡта мал ҡараусы булып эшләй.
Апайҙарҙың балалары күптән инде үҫеп, ауылдан сығып киткән: ҡайһыһы белем ала, ҡайһыһы үҙаллы донъя көтә, тигәндәй.
– Иң мөһиме – эштән ҡурҡмаһындар, – ти улар яҡындары тураһында бер тауыштан. – Уңған кешене ер үҙе туйындыра.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Борай районы.