Ришүәтселекте еңергә мөмкин!07.12.2012
Гәзитебеҙ дуҫтарына: “Рәсәйҙә ғәҙәти күренешкә әйләнеп барған коррупцияға ҡаршы ил етәкселеге иғлан иткән көрәштең ыңғай һөҙөмтәһе булырына ышанаһығыҙмы?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Тамара ҒӘНИЕВА, шағирә:
– Был йәһәттән өмөтләнерлек бер ни әйтә алмам инде. Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында законға ҡағылышлы фекер алышыу 2001 йылда уҡ башланғайны, хатта махсус комиссия ла төҙөлгәйне. Ҙур етәкселәрҙән, депутаттарҙан тупланған эш төркөмөнөң бер ниндәй һөҙөмтәһе күренмәне. Хатта журналистарға төрлө енәйәттәрҙе тикшереүҙе еңеләйтеүсе закон проекты ла ҡабул ителмәне. Ә коррупция хәҙер көндән-көн шымара, мең төрлөләнә, мутлашыуҙың яңынан-яңы ысулдары табыла.
Ул – йәмғиәтебеҙҙең рухи, интеллектуаль, хоҡуҡи йәһәттән үҫешеп етмәгәнлеге һөҙөмтәһе. Кешеләр юғары әхлаҡлы, етеш тормошта йәшәй башлаһа, был күренеш, һис шикһеҙ, бөтәсәк. Иманым камил: намыҫ, оят, мөхәббәт, гонаһтан ҡурҡыу – кешелекте ҡотҡарыусы төп ҡанундар.
Айнур АРЫҪЛАНОВ,
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе:
– Һис шикһеҙ, ниндәйҙер кимәлдә ыңғай һөҙөмтә булыр тип уйлайым. Ни тиһәң дә, борон енәйәтселәрҙе нисек майҙанға сығарып язалаған булһалар, бөгөн дә “ҡулы бысраҡ”тарға мөнәсәбәт шундай. Ҡылған ҡырын эштәр киң мәғлүмәт саралары ярҙамында бөтөн йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла. Шул саҡта кемдең халыҡ өсөн эшләгәне, ә кем кеҫәһе ҡалынлығын ҡайғыртҡаны асыҡ күренә. Шәриғәт ҡанундары буйынса ла енәйәтсене халыҡ алдында язалағандар – был башҡаларға ғибрәт булһын өсөн эшләнгән.
Әммә яза менән генә сикләнһәк, әллә ни алға китеш булмаясаҡ. Халыҡты рухи тәрбиәләү ҙә мотлаҡ. Был мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү, аңлатыу эштәре алып барыу зарур. Балыҡ башынан серей, тиҙәр. Етәкселек үҙ миҫалы менән ыңғай өлгө күрһәтергә тейеш. Әлегә, үкенескә ҡаршы, кире күренештәргә йыш шаһит булабыҙ.
Мирза МУЛЛАҒОЛОВ,
тарихсы:
– Унан ҡотолоу бик ҡатмарлы булыр инде. Был бәләне төбө-тамыры менән ҡороторлоҡ реформа кәрәк. Минеңсә, иҡтисади йәһәттән ил дөрөҫ үҫешмәй, шуға ла һаман торғонлоҡтан сыға алмайбыҙ. Бөтөн бәлә, минеңсә, ошонан.
Коррупцияға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәһе булһа, бөгөнгә тиклем күрер инек инде. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр Сталинды яманлай, әммә ул ғүмер баҡый кейеп йөрөгән кителендә мәрхүм булған, бер ниндәй дача ла, вилла ла тотмаған. Ә бөгөн шул уҡ Оборона министрлығы етәкселәренең генә нисек йәшәгәнен күреп, иҫең-аҡылың китерлек бит!
Линар ВАХИТОВ,
эшҡыуар:
– Власть бындай көрәште үҙенән башларға тейеш. Халыҡ һарыҡ түгел, ул бөтәһен дә белеп-күреп тора: ни тиклем өҫтәрәк ултыралар, шул тиклем күберәк урлайҙар. Ҡулында власть булғандың урлашыу өсөн мөмкинлеге күберәк бит. Исем өсөн “аҫтағыларға” яза биреү, уларҙы төрмәләргә бикләү генә хәлде әллә ни үҙгәртмәйәсәк.
Был йәһәттән ҡанундарҙы үҙгәртеү талап ителә тип уйлайым. Халыҡ етәкселәрҙең ниндәй эш башҡарғанын, күпме хеҙмәт хаҡы һәм премия алғанын, дәүләт аҡсаһының ҡайҙа киткәнен һәм нисек тотонолғанын асыҡтан-асыҡ күрергә тейеш. Бынан һис тә сер яһарға ярамай. Улар халыҡ өсөн эшләгәс, бөтөн эштәре йәмғиәттең күҙ алдында булыуы зарур.
Илфат СӘМСЕТДИНОВ,
Өфө дәүләт авиация техник университетының өлкән уҡытыусыһы:
– Хәлдең саҡ ҡына булһа ла яҡшыға үҙгәреренә өмөт бар кеүек, әммә коррупция мең башлы аждаһаға торошло: уны тамырынан ҡоротоу бик ауыр, хатта мөмкин булмағандай ҙа кеүек. Бының өсөн, һис шикһеҙ, киҫкен саралар күрергә, ҡаты закондар ҡабул итергә кәрәк. Мәҫәлән, Ҡытай миҫалы был йәһәттән өлгө була ала, унда енәйәтсенең ниндәй вазифа биләүенә ҡарап тормайҙар. Шундай алымдар ҡулланғанда, бәлки, коррупцияны еңеп сығыу мөмкинлеге артыр ине.
З. РӘШИТОВ әҙерләне.