Бәрәкәтле ерҙән көс-дәрт алып...07.12.2012
Бәрәкәтле ерҙән  көс-дәрт алып...Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Бөгөн төбәктә 4,5 меңдән ашыу фермер теркәлгән. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге категориялағы хужалыҡтар өсөн өҫтәмә дүрт маҡсатлы программа эшләй, барыһы ла фермерлыҡ хәрәкәтен йәнләндереүгә ҙур этәргес бирә. Илебеҙ Хөкүмәте аграр хужалыҡтарға ғына түгел, ә ауылда үҙ шөғөлөн асыусыларға ла һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, шуға ла бөгөн ошо тармаҡты үҙ итеүселәр арта бара.
Ҡаҙырғол ауылында йәшәүсе фермер Илфат Муллагилдин да республика Хөкүмәтенең яҡлауын тойоп эшләй. Ул бөгөн – аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе.
– Ауыл балаһы булараҡ, яҙмышымды унан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым, тыуған төйәгем барлыҡ башланғыстарыма көс-дәрт бирә кеүек, – ти Илфат Билал улы. – Әлбиттә, Себергә лә, ығы-зығылы ҡалаға ла күсеп китергә мөмкинлек тыуҙы-тыуыуын, шулай ҙа ер көсө мине үҙенән ситкә ебәрмәне.
Илфат, урта мәктәпте тамамлағас та, “Өршәк” колхозында комсомол ойошмаһы секретары булып эш башлай. Йәштәр менән уртаҡ тел таба белеүе, сослоғо, уңғанлығы, бөтмөрлөгө уға яуаплы вазифаны уңышлы башҡарып сығырға мөмкинлек бирә. Хәрби хеҙмәткә алынғанға ҡәҙәр егет колхоз йәштәренең һәүетемсә генә аҡҡан ауыл тормошон ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырыша. Күрше ауылдарға барып, концерт менән сығыш яһайҙар, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашалар.
Илфат Муллагилдин 1986 – 1988 йылдарҙа ил алдындағы хәрби бурысын үтәй. Армиянан ҡайтҡас, ауылда бухгалтер булып эшләгән Нәсимә менән матур итеп донъя ҡороп ебәрә. Етәкселәр егетте ҡуш ҡуллап ҡабаттан эшкә саҡыра. Тәүҙә бригадир, ферма мөдире вазифаһын башҡара ул. Колхоз эшен биш бармағылай белгәс, һәр ерҙә лә үҙен егәрле, тырыш белгес итеп күрһәтә, ауырлыҡтар алдында баш эймәй. Тормошон ерһеҙ-ауылһыҙ күҙ алдына килтермәгән ир-уҙаман ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый һәм 1996 йылда уны уңышлы тамамлай. Йәш иҡтисадсы артабан башкөллө колхоз эшенә сума.
– Колхоздар тарҡалып, “бүлгеләнә” башлағас, ауылды тотоп торған, халыҡты эш менән тәьмин иткән фермалар, ҡеүәтле техника, меңләгән гектар ер хужаһыҙ ҡалды, – ти фермер. – Ауылым нисектер етемһерәгәндәй булды. Йәштәр ҙә Өфөгә, район үҙәгенә эшкә китеп бөттө, сөнки күптәрҙә “Иртәгә нисек донъя көтөргә?” тигән һорау тыуҙы.
Илфат ауылда ҡалғанына һис кенә лә үкенмәй. 2002 йылда ул үҙ эшен асып, крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Тәүге осорҙа, әлбиттә, егеткә бик еңелдән булмай. Әммә әле Илфат Билал улы шуға ҡыуана: башҡаларға эйәреп ситкә киткән булһа, бөгөн ул ике балаһына – хәстәрлекле атай, ҡатынына – терәк, иркен баҫыуҙарына хужа була алыр инеме? Ҡасандыр ни бары 57 гектар ер алып үҙ эшен асҡан егеттең хужалығы, тырыш хеҙмәте хәҙер – күптәргә өлгө. Уның 600 гектар һөрөнтө ере бар, шуның 226 гектары – көтөүлек. Ҡасан ғына ихатаһында иҫке бер тракторынан, атынан башҡа “техника”һы ла булмаған фермерҙың әле бер нисә комбайны, өс тракторы һәм башҡаһы бар.
Хужалыҡта ҡара-сыбар тоҡомло 120 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 80-е – һауын һыйыры. Көтөүҙе йыл һайын яңы таналар менән яңыртып торалар. Быйыл, мәҫәлән, Дүртөйлө тоҡомсолоҡ заводынан тоҡомло мал һатып алғандар. Әйткәндәй, элекке “Өршәк” колхозынан һатып алған һөтсөлөк фермаһына йәй матур итеп ремонт үткәргәндәр. Мал ҡышлатыуға ныҡлы әҙерләнгәндәр, аҙыҡ өҙөлмәгәс, һөт етештереү ҙә арта. Продукцияны Дәүләкән һөт заводына литрын 13 һумдан оҙаталар. Бөгөн көнөнә 500 литр һөт һауып алалар.
– Күптәр ауылда йәшәүе еңел тип уйлай. Был, әлбиттә, шулай кеүек, әммә барыбер тырышлыҡ кәрәк, ялҡау кеше ауылда көн итә алмай ул. Ауылдаштарымдың уңғанлығына һоҡланам, һәр береһе матур итеп донъя көтә. Әле хатта өсәр-дүртәр баш һыйыр малы тотҡандар ҙа бар, – ти Илфат.
Хужалыҡта бөгөн 12 кеше эшләй. Фермер әле лә эш һорап килеүселәрҙе кире бороп сығармай. Элегерәк, әлбиттә, ауыл халҡы Илфатҡа “бай, батша” тип ҡараһа, бөгөн иһә фекерҙәре башҡаса. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, мәҫәлән, ауыл ере өсөн 8–15 мең һум – һәйбәт килем, минеңсә. Әйткәндәй, 80 йорттан торған ауылда һуңғы ваҡытта йәштәр күпләп йорт һала башлаған, тимәк, эшләргә лә кеше буласаҡ. Халҡы булған ауылдың киләсәге лә бар.
“Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан”, тиҙәр, Илфаттың да хеҙмәте һөҙөмтәле. Уның хужалығын яңыраҡ “2012 – 2014 йылдарҙа ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһына индергәндәр. Тиҙҙән 100 баш малға иҫәпләнгән заманса һөтсөлөк фермаһын төҙөй башлаясаҡтар. Йәмғиәт рәйесе белдереүенсә, “күктән төшкән аҡса”, әлбиттә, мал, ауыл хужалығы техникаһы, яңы ҡорамал һатып алыуға тотоноласаҡ. Киләсәктә бөтә уңайлыҡтары булған заманса фермаға һөт үткәргес, һыуытҡыс ҡуйыласаҡ, малсыларҙың эше күпкә еңеләйәсәк. Әлбиттә, фермер республика, район етәкселегенә рәхмәтле, сөнки уларҙың ярҙамынан тыш ул уңышҡа өмөт итә алмаҫ ине.
– Ауырлыҡтар артта ҡалды инде, тик барыбер ялҡауланмаҫҡа кәрәк, – ти Илфат. – Яратҡан ҡатыным Нәсимә һәр саҡ янымда. Өфөлә эшләүсе ҡыҙым Ләйсән дә кәңәштәрен биреп, тәҡдимдәрен әйтеп тора. Әле ике йәше лә тулмаған улым Ирәндек киләсәктә эшемде дауам итер, тип уйлайым. Яҡындарым – ышаныслы таянысым, ә тыл көслө, ныҡлы булғанда, фермер хужалығына кәртәләр ҡурҡыныс түгел.
Самат ҒӘЛИН


Вернуться назад