Тиҫтә йыл эсендә Дәүләкәндәге “Йылылыҡ селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһының исеме бер нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, есеме шул килеш ҡала — кешеләргә йылылыҡ өләшеү. Тура мәғәнәһендә аңлаусы өйҙәренә йән өргән торба-батареяларҙы ғына күҙ алдына килтерһә, образлы фекерләүсе күңел йылыһы хаҡында ла һүҙ барыуына төшөнөр.
“Йылылыҡ селтәрҙәре”ндә ун ҙур “котельный” булһа, дөйөм алғанда ҡаҙанлыҡтар 25-кә етә. Бөтәһе 26,4 километр оҙонлоғондағы торбалар аша йылылыҡ барлыҡ ҡалаға тиерлек тарала. Ойошма хеҙмәткәрҙәре өлгәшелгәндәр менән генә сикләнмәй: ҡоролмаларҙы реконструкциялау эшен атҡара, йылылыҡ менән тәьмин итеүсе системаларҙы үҙгәртеп ҡора. Яңыраҡ километрҙан ашыу торбаны изоляциялауҙы тамамлағандар, “зәңгәр яғыулыҡ”ты экономиялау маҡсатында газ һәм иҫәп-хисап комплекстарын алыштырғандар. Ҡыҫҡаһы, предприятие, заман технологияларын ҡулланып, яңы талаптарға ярашлы эшләргә тырыша. Әйткәндәй, ҡаҙанлыҡта эшләү техник хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулы, еренә еткереп үтәүҙе талап итә. Быйыл ошо маҡсатҡа 400 мең һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең белем кимәлен даими арттырыу, яңы технология серҙәрен өйрәтеү өсөн уҡыуҙар ойошторола.
— Беҙҙә 120 кеше эшләй. Коллектив татыу, берҙәм, — ти предприятие етәксеһе Илгиз Мөхәмәтйәнов. — Эш хаҡы ваҡытында түләнә, барлыҡ социаль пакеттар ҡаралған.
Өлгәшелгән ҡаҙаныштарының бер нисәүһен атаһаң да, коллективтың уңыштарын күҙалларға етер ине. Мәҫәлән, 2007 йылда республика иҡтисадына индергән өлөштәре өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломына лайыҡ булһалар, 2009 йылда тармаҡтағы ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Рәхмәт хатын алғандар. Предприятие етәксеһе Илгиз Мөхәмәтйәнов ошо уҡ йылда “Рәсәйҙең алтын капиталы” премияһы, махсус кубок һәм диплом менән бүләкләнгән.
Хәрәкәттә — бәрәкәт, тигән әйтем бар. Был бөгөн кеше һаулығына ғына ҡағылмай, баҙар шарттарында тотош ойошма, хужалыҡтарҙың ошоно ҡанун итеп алыуы мөһим. Аҙ ғына баҙап ҡалып, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп өлгөрмәһәң, ҡырағай баҙар тәгәрмәсе аҫтында ҡалыуың да бар. Әлеге ҡырыҫ, әммә берҙән-бер булған дөрөҫ талапты үтәгәнгә лә коллективтың ҡала халҡы алдында йөҙө яҡты.