Канаш — сыуаш теленән беҙҙеңсәгә әйләндерһәң, “кәңәш” тигән һүҙ. Хужалыҡтарына ошо исемде биреп, һис яңылышмаған урындағы халыҡ. Кәңәшләшеп, бергәләшеп тир түккәнгә атҡарған эштәре лә бихисап, уңыштары ла етерлек “Канаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең. Барлыҡ хужалыҡтар һымаҡ уҡ, бында башлыса малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнәләр. Ҡасандыр 2500 гектар самаһы булған һөрөнтө ерҙәрен, һуңғы йылдарҙа элекке “Өршәк” колхозы баҫыуҙарын да ҡушып, биш мең гектарға еткергәндәр.
— Урып йыйыу эштәрендә лә, мал аҙығы әҙерләүҙә лә ситтән техника йәлеп итмәйбеҙ, — ти хужалыҡ етәксеһе Фәнис Хәбибуллин. — Киләһе йылға ужым культураларын 1030 гектарҙа сәсеп ҡалдырҙыҡ, иген 1300 гектар тирәһе булыр, тип уйлайбыҙ.
Бөгөн хужалыҡтың төп табышы малсылыҡтан килә. Барлығы 750 баш һыйыр малының 400-ө һауыла. Әйткәндәй, тоҡомсолоҡ буйынса эшләп, киләсәктә “симментал”де күп һөт биреүсе ҡара-сыбарына алыштырырға уйлайҙар. Тағы ла бер ҙур ниәттәре — киләһе йылда “500 ферма” республика программаһына ҡушылыу.
Тармаҡҡа иғтибар иң беренсе мал аҙығы әҙерләү күрһәткестәрендә, фермаларҙың йылылығында, унда эшләгәндәр өсөн бөтә шарттар тыуҙырылыуында сағыла. Бөгөн кеше өсөн лайыҡлы эш хаҡы алыу, тормош кимәленең юғарылығы бик мөһим. Бында һауынсылар ай һайын уртаса 10 мең һум аҡса ала. Төрлө дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Шәхси хужалығы булған кешеләргә ярҙам йөҙөнән ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышалар. Шуға ла, бер ауылда 200-ләп йорт булһа, һәр ҡайһыһында тиерлек 4–5 баш һыйыр малы, 9–10-ар сусҡа аҫрайҙар. Канаш ауылында ғына ла дүрт көтөү килеп сыға!
— Йәштәр ауылда ҡала, — ти Фәнис Тәлғәт улы. — Хужалыҡта, мәҫәлән, 70 кеше эшләй, башлыса — урта йәшкә тиклемгеләр. Тулы булмаған урта мәктәптә бер ауылдан ғына 86 бала уҡый, киләһе йылдарҙа беренсе класҡа йыйыныусылар етерлек. Өй һалыуҙарын әйтеп тораһы ла түгел. Йәйен күбеһе ауылда эшләһә, ҡышын 20-ләгән ир-егет Себерҙә аҡса “һуға”. Ғөмүмән, тырыш халыҡ йәшәй бында.
Бер нисә уңған малсы, механизаторҙың исемен атамаһаҡ, яҙмабыҙ тулы булмаҫ. Быйыл быҙау ҡараусы Алексей Ильин Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Ул һәр быҙауҙан тәүлегенә 800 грамм артым ала. Михаил Кириллов иһә 200 баш быҙауҙан тәүлек артымды 700-әр грамға еткергән. Һауынсылар Ирина Никифорова, Ирина Андреева, Наташа Ларионовалар тырышып эшләй, малсылар Александр Петров, Александр Андреев, Владимир Филипповтарҙың хеҙмәтен баһаларға кәрәк. Механизаторҙар Михаил Филиппов, Василий Агафонов, Валерий Степанов, шоферҙар Герман менән Сергей Андреевтар йылдың һәр миҙгелендә эш менән мәшғүл.