Аҙымдары ышаныслы07.12.2012
Аҙымдары ышаныслыБыйыл республикала ҡабул ителгән “500 ферма” программаһы ауылдарҙы тергеҙеү, уларға яңы һулыш биреү йәһәтенән етди ярҙам булды, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Ысынлап та, күп кенә хужалыҡтар, ошо программаға ярашлы, совет осорондағы һөтсөлөк фермаларын тергеҙҙе, замансаһын төҙөп ултыртты. Малсылар ҙа элекке кеүек көйәнтәләп һыу ташымай, аҙыҡты ҡул менән таратмай – бөтә эш механизацияланған, тырышырға ғына кәрәк.
Райондың “Аграр традициялар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры – ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Хәниф Хәләф улы Иҙрисов) төбәктә тәүгеләрҙән булып ошо программаға ингән. Бөлгөнлөккә төшкән элекке “Путь Ленина” колхозының өс хужалығынан ҡалған һөтсөлөк фермаларына һәйбәт ремонт яһағандар. Хәҙер малсылар өсөн уңайлы эш шарттары тыуҙырылған: һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған, мал аҙығы өҫтәле булдырылған. Бөгөн “Хозяин” комплексы элек ҡул көсө талап иткән эште үҙе генә башҡара. Тағы ла ҡайһы бер һөтсөлөк биналарын 2013 йылда йүнәтеү күҙ уңында тотола. Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, бында, нигеҙҙә, ҡара-сыбар тоҡомло мал аҫрала. Йыл һайын 70-кә яҡын һыйыр малы һатыуға сығарыла, киләһе йылдан башлап был һанды 100-гә еткерергә күҙаллайҙар. Һатыуға сығарылған бер баш мал, мәҫәлән, кәмендә 400–450 килограмм тарта икән, был 70–80 мең һум “тере” аҡса тигән һүҙ. Әлегә тоҡомло таналарҙы район биләмәһендәге хужалыҡтар ғына һатып ала, киләсәктә бөтә республикаға сығырға уйлайҙар. Ә бының өсөн уңайлы шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар, тип билдәләй етәкселек.
Көтөү яңы таналар менән тулылана. Әйткәндәй, тоҡомло малды Удмурт Республикаһынан, Свердловск өлкәһенән, Дүртөйлө районынан һатып алалар. Күптән түгел генә 80 баш тана килтерелгән. Субсидия ла бирелгәс, хужалыҡтың сығымдары ҡапланып тора. Ауыл хужалығы техникаһы паркы ла яңыртыла, яңы трактор һәм машина һатып алыуға ла бында аҡса йәлләмәйҙәр. Мәҫәлән, ошо маҡсатта ғына 40 миллион һум аҡса тотонолған. Бынан тыш, һөтсөлөк фермаларын заманса ҡорамал менән йыһазландырыу өсөн дә сығым түгелгән. Әммә етәкселек тотонолған аҡсаның аҙаҡ кире ҡайтасағына ышана.
Әле йәмғиәттең 900-гә яҡын малы бар, шуның 350-һе – һауын һыйыры. 2013 йылдан 500-ҙө һауасаҡтар. Октябрҙән декабргә тиклем үрсем алалар, әле был йәһәттән ҡыҙыу мәл. Малсылар йоҡлап ятмай, көнө-төнө фермала, һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй.
Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ, силос соҡорҙары, ихата бесән-һалам менән тулы. Шартлы һәр баш малға 32 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Ҡатнаш аҙыҡ та мал алдынан өҙөлмәй, уны Дәүләкән комбинатынан ташып торалар. Шунлыҡтан һауым күрһәткесе лә юғары. Бөгөн һәр һыйырҙан уртаса 5 мең килограмм һөт алалар. Продукция Мәләүез комбинатына оҙатыла.
– Фермала хәҙер эшләүе лә күңелле, бөтә уңайлы шарттар бар, эш механизацияланған, – ти йәмғиәт директоры Хәниф Иҙрисов. – Һауынсылар биҙрә менән һөт ташыуҙан ҡотолдо, һыйыр еленен йыуыу ҙа автоматлаштырылған. Биналарҙы үҙгәртеп ҡорғандан һуң мал да күберәк һөт бирә башланы.
Йәмғиәттә Раев, Айыухан ауылдарынан йөрөп эшләйҙәр. Хеҙмәт хаҡы ла тотҡарлыҡһыҙ түләнә. Эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә юҡ түгел. Шуныһы ҡыуаныслы: ололарға алмаш етерлек, йәштәр ҙә яҙмышын ауыл менән бәйләргә тырыша, сөнки бында хеҙмәт кешеһен ихтирам итәләр.
Йыл әйләнәһенә баҫыуҙан, ферманан ҡайтып инмәгән механизаторҙар Олег Белов, Артур Лятингх, Нәфис Йәмлеханов, Фирҙәүес Вәлитдинов – хужалыҡ алдынғылары исемлегендә. Һауынсылар Наталья Ғиззәтуллина, Филизә Әнәсова һәр һыйырҙан 5 мең килограмм һөт һауып алыуға өлгәшә. Малсылар, эштең яҡшы ойошторолоуын билдәләп, уңған һәм сос етәкселәр күберәк булһын ине, тигән теләктәрен дә әйтте.


Вернуться назад