Аҡһөйәктәр тип нисек атамаҫһың?06.12.2012
Аҡһөйәктәр тип   нисек атамаҫһың?Рәсәйҙә кемдәр иң ҙур эш хаҡы ала? Был һорауҙың ҡайһы берәүҙәрҙе аптыратыуы ла бар. Дәүләт чиновниктары йә компания етәкселәре, тип яуаплар күптәр һәм яңылышмаҫтар ҙа. Быны “Форбс” журналы үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе лә раҫлай.

Эш хаҡына – миллиондар

Илдең иң бай кешеләренең эш хаҡы АҠШ долларҙары менән генә иҫәпләнә. Был етәкселәр, ғәҙәттә, ҙур финанс, газ һәм нефть компанияларына идара итә. “Форбс” журналы яңыраҡ Рәсәйҙең иң ҙур эш хаҡы алыусы топ-менеджерҙарын асыҡланы – һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһенең йыллыҡ килеменә өр-яңынан тиҫтәләрсә ойошма төҙөргә мөмкин булыр ине.
Беренсе урында “ВТБ” президенты һәм идара рәйесе Андрей Костин икән. 56 йәшлек был етәксенең йыллыҡ компенсацияһы (уларҙың даирәһендә эш хаҡы шулай атала) 30 миллион доллар тәшкил иткән! Йәғни, беҙҙең аҡсаға күсергәндә, ул бер йыл эсендә генә үҙ эшмәкәрлеге өсөн 900 миллион һум (айына – 75 миллион һум) эш хаҡы алған! Ҡайһы берәүҙәребеҙ бындай аҡсаны күҙ алдына ла килтерә алмағанда, 70 мең хеҙмәткәрҙе берләштереүсе компанияға идара иткән етәксенең уны бер йылда ғына эшләп алыуына көнләшеүҙән башҡа сара юҡ. 2011 йылда “Ведомости” гәзитенә биргән интервьюһында Костин юҡҡа ғына: “Мин үҙ эшемдән ысынлап ләззәт алам. Был — эш түгел, ә йәшәү рәүеше”, – тип әйтмәгәндер. Әммә ул “Форбс”та беренселектә булыуын өнәп етмәгән, журналистарҙы үҙенең эш хаҡы тураһында мәғлүмәттәрҙе “һауанан” алыуҙа ғәйепләгән.
Шулай уҡ исемлектә донъяның иң ҙур газ компанияһы — “Газпром” етәксеһе Алексей Миллер ҙа бар. Ҡулы аҫтында байтаҡҡа күберәк кеше эшләһә лә (400 меңдән ашыу), ул йылына 25 миллион доллар менән “мөрхәтһенә” икән. Өсөнсө урында “Роснефть” президенты Игор Сечин, уныҡы ла ошо кимәлдә. Ә бына Рәсәйҙең элекке министры, “Сбербанк”ты етәкләгән Герман Грефтыҡы иһә байтаҡҡа кәмерәк, “ни бары” — 15 миллион ғына. Ә был исемлекте “Мегафон”дың генераль директоры Иван Таврин менән “Рәсәй тимер юлдары” президенты Владимир Якунин йомғаҡлай. Улар йылына 4-әр миллион доллар ала икән.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең иң бай топ-менеджерҙарының күбеһе — дәүләт компанияларына (өлөшләтә булһа ла) идара итеүселәр. Йәғни уларҙың һәр береһе дәүләт мәнфәғәтенән сығып эш итә. Тик бына эш хаҡтарының ғына һис тә халыҡ мәнфәғәтендә түгеллеге көн кеүек асыҡ.

Өфөлә ҡунаҡханалар күп буласаҡ

Билдәле булыуынса, яҡын арала республикабыҙҙың баш ҡалаһында донъя һәм ил кимәлендә төрлө сәйәси саралар үтәсәк. Уға әҙерлек күптән башланды. Төп мәсьәләләрҙең береһе – килгән ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршыларлыҡ ҡунаҡханаларҙың аҙ булыуы.
Өфөлә барлыҡҡа килергә тейешле өр-яңы ун ҡунаҡхананың өсәүһе киләһе йыл башынан ныҡлап төҙөлә башлаясаҡ. Ҡалғандары буйынса хәл әлегә асыҡланмаған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Евгений Маврин хәбәр итте.
– Әле ҡалала ун ҡунаҡхана проекты тикшереү өҫтөндә. Нисәүһе төҙөлөр – әлегә билдәһеҙ. Әммә өсәүһенә яҡын арала тотонорҙар тип уйлайым, – тине ул.
Уларҙы төҙөү иҡтисади йәһәттән дә отошло буласаҡ. Ни тиһәң дә, һуңғы йылдарҙа республикала эшлекле мөхит йылдам үҫешә, бында ҙур һәм әһәмиәтле форумдар, осрашыуҙар үтә. Әлбиттә, ҡунаҡтар ҙа күп килә, артабан улар тағы ла артасаҡ.
Әммә вице-премьер фекеренсә, баш ҡалаға кәрәкле ҡунаҡханалар һанын дөрөҫ иҫәпләргә кәрәк. Саммиттар үткәс, буш торорлоҡ булмаһын. Ҡайһы бер ҡалаларҙа бындай хәлдәр булғылаған — ҙур сығымдар менән халыҡ-ара сараларға тип төҙөлгән ҡунаҡханаларға ихтыяж һиҙелерлек кәмегән.
Әлегә Өфөлә уларҙың Ҡунаҡһарай эргәһендәгеһе генә төҙөлә башланы. Дүрт йондоҙло ҡунаҡханала 200-гә яҡын бүлмә, бизнес-үҙәк, ресторан һәм ер аҫты парковкаһы буласаҡ. Төҙөлөш майҙаны – 49 мең квадрат метр. Уны күтәреүгә яҡынса 2 миллиард һум аҡса сарыф ителәсәк. Ҡунаҡхана 2015 йылға ҡулланылыуға тапшырылыр, тип өмөтләнәләр ҡала хакимиәтендә. Белгестәр иҫәпләүенсә, ул төҙөлөшкә сарыф ителгән сығымдарҙы ете йылдан ҡаплаясаҡ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад