Һалым хеҙмәте, уның системаһы тураһында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек начальнигы Римма Ғарипова менән әңгәмә үткәргәйнек. ("Башҡортостан", 2012 йыл, 21 ноябрь). Бөгөнгө һөйләшеү, уның дауамы булараҡ ил, республика бюджеттарын тулыландырыуҙы, шуның менән бергә киләсәгебеҙҙе күҙалларға ярҙам итер, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирер тип уйлайбыҙ.
Сираттағы ҡорҙоң ҡунаҡтары — иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ-ның һалым һалыу һәм финанс кафедраһы мөдире Гүзәлиә Әбҡәҙир ҡыҙы ҒӘЛИМОВА менән иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы ҒӘБИТОВ. Шулай итеп, һүҙҙе белгестәргә бирәйек.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— Билдәле булыуынса, төбәктәрҙә үҫеш уларҙың ниндәй ресурстарға, шул иҫәптән бюджетҡа ла эйә булыуына бәйләнгән. Был йәһәттән республикаға күҙ һалайыҡ...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Башҡортостан Хөкүмәтендә бюджетты тикшергәндә шул асыҡланды: баҡһаң, быйыл республика предприятиелары килемгә һалымды былтырғыға ҡарағанда 2,5 миллиард һумға кәмерәк түләгән. Ә бит беҙҙең ҡаҙнаның өстән бер өлөшө нәҡ ошо һалымдан йыйыла.
Гүзәлиә ҒӘЛИМОВА:
— Башҡортостан буйынса йыйылған һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең федераль һәм республика бюджетына бүленеше хаҡында таблица төҙөгәнбеҙ. (1-се таблица — Р.У.). Күреүебеҙсә, 2000 йылдан башлап һалым килеменең йүнәлеше Федераль үҙәккә ыңғайлай. Бөгөн алда телгә алған ике төрлө килемдең федераль бюджетҡа киткәне 68 процент тәшкил итә. Тик 2009 йылда ғына бер аҙ үҙгәреш бар — 62 процент, был иһә иҡтисади көрсөккә бәйле. Һандарға әйләндергәндә, мәҫәлән, 2010 йылда федераль ҡаҙнаға һалым һәм һалым булмаған килемдән 295,1 миллиард һум күсерелгән. Республика федераль бюджеттың 3/4 өлөшөн тәьмин итеүсе тәүге ун төбәк иҫәбенә инә, Башҡортостандың өлөшө — 2 процент. Әгәр республикалағы иң ҙур һалым түләүселәрҙең Мәскәүҙә теркәлгәнен иҫәпкә алһаҡ, беҙҙең өлөш ярайһы уҡ тос. Волга буйы федераль округы буйынса ошо йәһәттән әле Татарстан менән Һамар өлкәһенән ҡала өсөнсө урындабыҙ.
Һалымдың байтағы ойошмаларҙың һәм кешеләрҙең килеменә, алған табышына тура килә. Шулай ҙа тәбиғәт ресурстарыныҡы күберәк тәшкил итә. Был һалымдың 50 проценты республика бюджетына күсһә, бик яҡшы тигән һүҙ.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— Бер уйлаһаң, федераль ҡаҙнаға төбәктәрҙән йыйылған һалымдың һиҙелерлек өлөшө күсеүе аңлашыла һымаҡ: оборона, юл төҙөлөшө, йыһан, медицина, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар. Шулай ҙа, образлы әйткәндә, мәктәп төҙөр өсөн дә Мәскәүҙән аҡса һорап йөрөүе...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға бюджетты ҡабул итте. Был осорҙа ла ҡаҙна дефициты буласаҡ: 2013 йылда — 12,5, 2014 йылда — 11, 2015 йылда — 10 миллиард һумлыҡ. Рөстәм Хәмитов Президент вазифаһына килгәс, федераль бюджеттан республикаға ҡайтарылған аҡса күләме һиҙелерлек артты. Тәү сиратта был халыҡ-ара кимәлдәге саралар, шул иҫәптән спорт ярыштары үткәреүгә бәйле.
Власть вертикале нығына башлағандан бирле финанс ресурстарының үҙәкләшә барыуы ныҡ һиҙелә. Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Альбина Буранғолова файҙалы ҡаҙылмаларҙан алынған килемгә һалымды уларҙы табыусы, эшкәртеүсе төбәктәргә отошлораҡ йүнәлтергә тәҡдим итте. Шул уҡ һүҙҙәрҙе нефть һәм газ экспортына пошлина буйынса ла әйтеп булыр ине. Бөгөн бит шундай хәл килеп тыуҙы: эре корпорациялар Мәскәү менән Санкт-Петербургта теркәлгән, шуға күбеһенсә ошо төбәктәрҙең бюджетын тулыландыра. Мәҫәлән, Мәскәүҙең тулайым төбәк продукты Уралдан көнсығышҡа табан биләмәне үҙ эсенә алған төбәктәрҙең барыһынан артып китә. Иҡтисад структураһындағы был "ҡыйышлыҡ" хәйерлегә түгел.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— Ил иҡтисадының ныҡлығы айырым төбәктекенә бәйләнгән, ә төбәктеке район һәм ауылдыҡынан айырылғыһыҙ. Республика бюджетына әйләнеп ҡайтайыҡ та муниципаль бюджеттың киләсәгенә күҙ һалайыҡ.
Гүзәлиә ҒӘЛИМОВА:
— Башҡортостандың Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2012 йылдың 1 ғинуарына республика бюджетын килемдәрҙән тулыландырыу 135 миллиард 357,7 миллион һум, йәғни 2010 йылдағынан 13,1 процентҡа күберәк тәшкил иткән. Алда телгә алғанса, иң күбе — кешеләрҙең һәм ойошмаларҙың килеме. Мәҫәлән, бөтә һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙә тәүгеһенең өлөшө — 31,3, икенсеһенеке 28,4 процент тәшкил итә. Шулай уҡ акциздар (12,2), милек һалымы (9,4 процент) һиҙелерлек урын алып тора.
Муниципаль берәмектәрҙең бюджетына килгәндә, мәҫәлән, 2011 йылдағы 64 миллиард 703,4 миллион һумдың 41,9 проценты һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙән тупланған. Ҡалған өлөшө республика бюджетынан трансферт булараҡ бара. Бюджет-ара трансфертҡа дотациялар, субвенция һәм субсидиялар инә.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Урындағы бюджеттарҙы тулыландырыу мәсьәләһе йыл һайын ҡалҡып сыға, ләкин ул бер нисек тә хәл ителмәй. Шуға ла урындағы үҙидара ҡағыҙҙа ғына ҡала килә. Йыш ҡына муниципаль ҡаҙнаның сығым өлөшө — 50 проценттан ашыуы — юғарыраҡ бюджет ярҙамы менән ҡаплана. Беҙҙә квартал һайын ауыл Советтарына 100 мең һум аҡса бүленә, тиҙәр. Был бик яҡшы, тик ул ғына мәсьәләне хәл итмәй. Һәр ваҡыт аҡланыр өсөн сәбәп табылып тора: көрсөк, финанс хәленең ҡатмарлылығы...
Яңы йылдың ғинуарынан бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һалым һалыуҙың патент системаһы индерелә башлай. Бының буйынса йыйылған аҡса тулыһынса муниципаль берәмектәрҙең бюджетына күсергә тейеш. Ил Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев йыл аҙағынаса күсемһеҙ милеккә берҙәм һалым индереү эшен тамамларға ҡушты. Әйтәйек, кадастр буйынса иҫәпләгәндә лә Рәсәйҙә теркәлмәгән ер биләмәләре бөтә ер фондының биштән бер өлөшөнән күберәк. Былар ғына барлыҡ сығымдарҙы ҡаплай алмай, әлбиттә. Бер йыл элек Дмитрий Медведев ошо маҡсатта файҙаланыу өсөн бер триллион һум аҡса табырға ҡушҡайны, Финанс министрлығы 67 миллиардтан аҙ ғына ашыуҙы бүлә алды.
Урындағы бюджеттың бер нисә инештән тулыланыуы мөмкин. Мәҫәлән, махсус һалым режимдарынан килгән килемдәрҙе биреп, айырым һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙе ҡалдырып, урындағы хоҡуҡ акттарын боҙған өсөн һалынған административ штрафтарҙы йүнәлтеп һәм башҡа төрлө юл менән...
Гүзәлиә ҒӘЛИМОВА:
— Сәнәғәт үҙәктәренең тигеҙ урынлашмауы урындағы бюджетты тулыландырғанда төрлөсә сағыла. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһы менән Күгәрсен районын алғанда, кеше башына һалым килемендә айырма өс тапҡырға етә. Билдәле, бюджеттарҙы өҫтәмә һалым нормативтары буйынса көйләргә, аҙ ғына булһа ла тигеҙләргә тура килә, ләкин былар ғына мәсьәләне хәл итеп бөтмәй.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— Һүҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтәйек: иҡтисади ҡор был темаға — сетерекле булған бюджет, һалым мәсьәләләренә — алдағы көндәрҙә лә әйләнеп ҡайтыр, шул уҡ ваҡытта ил етәкселәре, үҙебеҙ һайлаған депутаттар аҡыллы, халыҡ өсөн файҙалы ҡарарҙар ҡабул итер тип өмөтләнәйек.