Ҡош-ҡорт аҫрау табышлы05.12.2012
Ҡош-ҡорт аҫрау табышлыБожор ауылында йәшәүсе Галина менән Вячеслав Зайцевтарҙың ырыҫлы, бәрәкәтле тормошона һоҡланмау мөмкин түгел. Үҙ эшен асып, күпләп ҡош-ҡорт үҫтереп һатып, шуның менән көн күрә улар. Үҙҙәре етештергән итте көҙөн-ҡышын йәрминкәләрҙә ҡала халҡына тәҡдим итәләр. Зайцевтарҙың хужалығында иртә яҙҙан ҡышҡа тиклем эш ҡайнай. Ҡышын хәл алғас, яҙ йәнә күңелле, тынғыһыҙ мәшәҡәткә сумалар.
Уңған хужалар элек-электән аҙлап булһа ла ҡош-ҡорт тотҡан. Бының өсөн әллә ниндәй ҡоролмалар, йыһаздар ҙа кәрәкмәй. Әкренләп ғаилә үҙ эшен булдырыу хәстәрен күргән. Хөкүмәт һәм район хакимиәте ярҙамында банктан субсидия алып, ҡош-ҡорт өсөн һарай төҙөгәндәр, йомортҡа, аҙыҡ алғандар.
Ғаилә башлығы инкубаторҙы үҙе яһай икән. Бөгөн уның 180 йомортҡа һыйҙырышлы 30 инкубаторы бар. Бер көнлөк, өс-дүрт аҙналыҡ ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен һатыуға март аҙағынан уҡ сығара. Быйыл 12 мең башты “осорғандар”. Эшҡыуарҙарҙың продукцияһын Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Татарстан һәм тирә-яҡ райондар халҡы күпләп һатып ала. Зайцевтар рекламаға ихтыяж кисермәй.
Бер көнлөк ҡош йәш балаға тиң. Көн-төн тәрбиә кәрәк уларға, ти ғаилә башлығы. Аҫтары таҙа, ҡоро булһын, тейешенсә ашатылһын. Зайцевтар ҡошсолоҡтоң бөтөн нескәлектәренә өйрәнеп бөткән. Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Ҡош-ҡортҡа ҡатнаш аҙыҡты һатып алалар, фураж әҙерләүҙә үҙ тирмәне ярҙамға килә. Киләсәктә тоҡомло ҡош-ҡорт үҫтерергә уйлайҙар.
— Кәсебебеҙ мәшәҡәтле. Бер кемгә лә еңел түгел. Ә эшеңдең һөҙөмтәһен күреү — ҙур бәхет, — ти уңған эшҡыуарҙар.
Галина һәм Вячеслав Зайцевтар бәхетте күктән көтөп ятмай, уны үҙ көсө, тырышлығы, булдыҡлылығы менән тыуҙыра. Бына шундай хужалыҡтарға таяна илебеҙ.

Лира ГӘРӘЕВА.
Баҡалы районы.


Вернуться назад