Ауыл эшсәндәре тынғы белмәй, республикала ауыл хужалығы техникаһын киләһе сәсеүгә әҙерләү осоро башланды.
Һәлкәүләнергә ярамай. Буласаҡ уңышҡа нигеҙҙе бөгөн үк һалырға кәрәк. Дүртөйлө районында ауыл хужалығы техникаһын һаҡлау һәм йүнәтеү мәсьәләләре буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко ошо турала һөйләне.
— Республика Хөкүмәте техниканың төп төрҙәрен йүнәтеү буйынса ҡәтғи график билдәләне. Барлыҡ сәскестәр һәм сәсеү комплекстары 1 апрелгә әҙер булырға тейеш. Ошо талаптың үтәлешен ныҡлы тикшерәсәкбеҙ, — тине ул. — Юғиһә беҙ бөгөн эшләй торғанды иртәгәгә ҡалдырырға күнеккәнбеҙ. Райондарҙағы ауыл хужалығы идаралыҡтары министрлыҡҡа яҡшы күрһәткестәр тураһында отчет бирә, асылда иһә, техниканы йүнәтеү буйынса республика Хөкүмәтенең бойороҡтары йылдан-йыл үтәлмәй ҡала. Ҡайһы бер предприятиелар ҡар ирей башлағас ҡына сәсеүгә әҙерләнә башлай ине. Артабан бындай хәлгә юл ҡуйылмаясаҡ…
Министр эште оҙаҡҡа һуҙмайынса, ауыл хужалығы машиналарын баҫыу эштәренә әүҙем әҙерләү талабын ҡуйҙы. Республикала 8 200 тракторҙы, 1 780 иген, 560 мал аҙығы, 130 сөгөлдөр йыйыу комбайнын, 3 500 йөк машинаһын йүнәтергә кәрәк.
— Эш, ысынлап та, бик күп, — тине Николай Коваленко. — Әлеге семинарҙы сәсеүгә әҙерлектең башланғысы тип иҫәпләйек.
Ауыл хужалығы техникаһын сафҡа индереү өсөн етештереү ҡеүәте һәм белгестәр етерме һуң? Башҡортостандағы 54 райондың 18-ендә генә ремонт предприятиелары һаҡланып ҡалған бит. “Башсельхозтехника”ның Шишмә филиалы, Стәрлетамаҡтың “Агротехсерсис”ы кеүек ҡеүәтле һәм яҡшы йыһазландырылған предприятиеларҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ хәҙер. Әммә ремонт базаларына бәйле хәлде насар тип әйтеп булмай. Миҫалға Дүртөйлө районын килтерергә мөмкин. Сәсеү агрегаттарын яңы йылға тиклем йүнәтеп ҡуйыу игенселәр өсөн күптән инде ҡағиҙәгә әүерелгән. Барлыҡ хужалыҡтар ҙа ошоно теүәл үтәй.
Әйткәндәй, районда ярайһы уҡ ҡеүәтле ремонт базаһын һаҡлап ҡалғандар. Элекке район РТП-һы, мәҫәлән, “Үҙәк” МТС-ының заманса ремонт-техник оҫтаханаһына әүерелгән. “Уңыш” тоҡомсолоҡ заводы оҫтаханаларында ла ауыл хужалығы техникаһын ҡыш һаҡларға өйрәнергә мөмкин. Машина һәм агрегаттарҙы ремонтлау ҙа әүҙем бара.
Һыуыҡҡул ауылында урынлашҡан Өфөнөң “ПодшипникМаш” предприятиеһы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ул “Добрыня-1500” комбайндарын етештерә, ғәмәлдән сыҡҡан иҫкеләрен төҙәтә. Ҡыҫҡаһы, “ПодшипникМаш”-ҡа металлолом тапшыраһың да буяуы ла кибеп бөтмәгән өр-яңы техника алаһың. Ремонт эштәре бында етештереүсе заводтарҙың технологик карталарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Тимәк, комбайн тағы ла кәмендә биш йыл хеҙмәт итәсәк.
“Иҫке-моҫҡоно йыйғансы яңы комбайн йәки трактор һатып алыу ҡулайыраҡ түгелме?” — тип әйтер ҡайһы берәүҙәр.
Билдәле булыуынса, Европала, Америкала бындай хеҙмәт күптән күрһәтелә, сөнки ул отошло. Мәҫәлән, өр-яңы “Добрыня-1500” комбайнының хаҡы — 3,4 миллион һум. “ПодшипникМаш”-та ул 1,8 — 2 миллион һумға төшә. Айырма бармы?
Әле Башҡортостанда дүрт йөҙгә яҡын комбайнды йүнәтеү бурысы тора. Тимәк, предприятиеға эш етерлек.
Ваҡыт бик тиҙ үтә… Яҙ ҙа етер. “Санаңды — йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә” тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Шуға күрә һуңлап ҡалмаҫ өсөн ашығырға кәрәк. Сөнки буласаҡ уңыштың яҙмышы әле хәл ителә.
В. МӘХМҮТОВ.
Дүртөйлө районы.