Был донъяла эшләгәнгә — эше, зарланғанға зары етерлек27.11.2012
Был донъяла эшләгәнгә — эше, зарланғанға зары етерлекХужалыҡ итеүҙең ниндәй алымдары ла яҡшы. Иң мөһиме — баҙарҙың аяуһыҙ тәгәрмәсе аҫтында ҡалмайынса, заман менән бергә атларға, табыш алыу яғын ҡарап, белгәнеңде ҡулланырға, белмәгәнеңде өйрәнергә кәрәк.

Был йәһәттән “Арыҫлан” хужалығы эшсәндәре һыр бирмәй. Баҫыуҙарҙа техника тауышы тынып, ер ҡар менән ҡапланыуға ҡарамаҫтан, эшләгән кешегә йыл әйләнәһенә мәшәҡәте етерлек. Ауыл ерендә ҡайҙа ла бер төрлөлөк һымаҡ: трактор паркында ара-тирә мотор тырылдаған тауыш ишетелә, ферма эргәһендә егелгән аттар күренә, ҡояшлы көндәрҙә кәртәлә малдар һыртын йылыта. Ләкин былар тәү ҡарашҡа ғына шулай. Һәр ауыл үҙенсә мәж килә, хужалыҡтар ҙа төрлөсә эш башҡара. Ҡайҙалыр ферма эсендә ел уйнай, элек төҙөлөп ҡалған трактор парктарының емерек ҡапҡаларын шапылдата, көрт баҫҡан урамдарын йырып сыҡҡыһыҙ. Ә бына Айҙарәле, Тәтер-Арыҫлан, был биләмәләргә ҡараған башҡа ауылдарҙың төҙөклөгөнә, ферма-гараж эстәре гөрләп тороуына ҡарап, уңған халыҡ йәшәй был тарафтарҙа, тиһең.
Беҙ һандар менән эш итә, шуларға ҡарап фекер йөрөтә торған дәүерҙә йәшәйбеҙ. Нишләйһең, баҙар талабы иҫәп-хисап ярата. “Арыҫлан”дың төп күрһәткестәренә Был донъяла эшләгәнгә — эше, зарланғанға зары етерлеккүҙ һалғанда ла, һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек алға китеш барлығы күренә. Ана бит, һөрөнтө ерҙәр былтыр 5050 гектар булһа, быйыл 5535-кә еткән.
— Унар йыл һөрөлмәй ятҡан ерҙәрҙе лә эшкәртеп сәстек, — ти яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Илшат Ғарифуллин. — Техникабыҙ етерлек. Быйыл ғына ла 13 миллион һумға өс “Полесье” комбайны алдыҡ, шуның 40 процентын Хөкүмәт кире ҡайтарҙы. Ҙур ярҙам инде ауыл халҡы өсөн. Форсаттан файҙаланып, инвесторыбыҙ — “Автотехно” йәмғиәтенә, уның директоры Миңлевәғиз Сәлимйәновҡа рәхмәт әйтке килә...
Хужалыҡта 90-лап даими эшсе тир түгә. Башлыса механизаторҙар менән малсылар. Уңғандарҙың барыһын да исемләп сыҡҡы килһә лә, был мөмкин түгел. Шулай ҙа һауынсылар Резеда Бикмөхәмәтова, Хәлиҙә Яппарова, Ризәлә Ғәләүетдинованы, шоферҙар Венер Бикмөхәмәтов, Рәил менән Хәлил Әғлиуллиндарҙы, малсылар Юнир Фәтҡуллин, Марат Туҡтаров, Альберт Латиповты, механизаторҙар Әхәт Ҡунафин, Ирек Усманов, Фидан Ғилмановтарҙы атап үтергә кәрәктер.
Быйыл йәй ҡоро килде. Ҡояш нурҙары ямғыр күрмәгән Стәрлебаш баҫыуҙарын да көйҙөрҙө. Шулай булһа ла, хужалыҡ игенселәре 35 661 центнер иген йыйып алған. Мал аҙығы ла тулыһынса әҙерләнгән — 900-гә яҡын һыйыр малын ҡыш сығарырға етә. Әйткәндәй, йылҡы тотоуға ла иғтибар арта — 100 башҡа еткерелгән. Дөйөм алғанда, быйыл 31 миллион 446 мең һумлыҡ продукция етештерелгән.
Уңыштар булғас, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртып, башҡа мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға мөмкинлек тыуа. Беҙҙең халыҡҡа йөҙ менән боролһаң, ул эшкә дәртләнеп, сәмләнеп тотона бит. Быны хужалыҡ етәкселәре яҡшы аңлай, шуға ла ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләргә тырыша: өйҙәр тәбиғи газ менән йылытыла, юлдар күтәртелгән, ауылда икмәк бешереү цехы эшләй. Мәктәп, клуб, китапхана бар. Иң мөһиме — халыҡ эш менән тәьмин ителгән. Быларҙың барыһы ла йәштәрҙең тыуған яҡта төпләнеүенә оло этәргес булып тора.
Т. МУСИН.
Стәрлебаш районы.


Вернуться назад