Бәрәкәтһеҙ ҡомһоу тупраҡтан да һәр йыл мул ғына уңыш йыйған краснокамалар малсылыҡ тармағында һуңғы йылдарҙа айырыуса яҡшы күрһәткестәргә өлгәште.
Электән үк ошо тармаҡты төп эш йүнәлеше итеп алған хужалыҡтар республикала беренселәрҙән булып “Һөтсөлөктө үҫтереү, Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк фермаһын яңыртыу” программаһын бойомға ашыра. Был йәһәттән быйыл “Алға” тоҡомсолоҡ заводы менән “Колос” агрофирмаһында һөтсөлөк фермалары яңыртылды, улар ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар менән тулыланды. Малсылыҡты артабан үҫтереү өсөн сифатлы һәм күп төрлө аҙыҡ әҙерләү — хужалыҡтарҙың төп маҡсаты. “Алға”, “Заря”, “Колос” йәмғиәттәре үҙҙәренең килемле эшләүе менән башҡаларға өлгө.
Уларҙа һөт етештереү рентабеллелеге 50 проценттан да түбәнерәк төшкәне юҡ. Тимәк, һәр хужалыҡта төп мал аҙығы сифатлы. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа районда мал аҙығы культуралары биләгән майҙан киңәйә бара. Мәҫәлән, күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәре яңыртылды, аҙыҡты төрләндереү буйынса байтаҡ эш атҡарылды. Быйыл да мал аҙығы етерлек әҙерләнде, сенаж, силос, бесәнде хатта артыҡ туплаған хужалыҡтар байтаҡ. Әйтергә кәрәк, ит, һөт етештереүҙә фермерҙар, шәхси хужалыҡтарҙың да хеҙмәт өлөшө ҙур. Мәҫәлән, районда бөгөн 66 крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшләй. Быйыл ғына һигеҙ кеше, “Яңы эш башлаусы фермер” республика программаһы нигеҙендә ойошторолған бәйгелә ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.
Рәсимә Ғилфанова етәкселек иткән крәҫтиән (фермер) хужалығы айырыуса маҡтауға лайыҡ. Ул былтыр өс миллион һумға 60 яңы тоҡомло тана һатып алды, машина-трактор паркын яңыртты. Артур Хафизовтың “Сталкер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте районда тәүгеләрҙән булып ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнә башланы, ҡаҙ һуйыу һәм эшкәртеү цехы асылды. Бөгөн хужалыҡта биш мең самаһы ҡаҙ үрсетелә.
Ҡасандыр Нефтекама ҡалаһынан килеп, Раздолье ауылында төпләнгән ирле-ҡатынлы Искәндәровтарҙың хужалығы сусҡасылыҡ буйынса һәр йыл алдынғылар рәтендә килә. Хужаһы ниндәй, ихатаһы шундай, тиҙәр. Төптән егелеп, һәр тармаҡта уңыш ҡаҙанған етәкселәр Рифҡәт Хатмуллин (“Алға”), Рәзиф Гәрәев (“Заря”), Илгиз Сираев (“Колос”), Геннадий Баймырҙин (“Мир”), Илнур Ахуновтарҙың (“Восход”) исеме айырыуса маҡтауға лайыҡ.
— Хужалыҡтарҙа игенселекте лә, малсылыҡты ла тигеҙ алып барабыҙ. Фермаларҙы яңыртыу, тоҡомсолоҡ эшен йәйелдереү, сифатлы һәм күп төрлө мал аҙығы әҙерләү — төп бурысыбыҙ, — ти район ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Динис Биков.
М. ФӘЙЕЗОВ.
Краснокама районы.