Фанера эшләргә өс йөҙ кеше саҡыралар21.11.2012
Башҡортостандың урман сәнәғәте компанияһына ингән Өфө фанера комбинаты менән Өфө фанера-плитә комбинаты ике өҫтөнлөклө инвестиция проектын уңышлы ғәмәлгә ашыра. Уларға ярашлы 300-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Проекттар төбәктә ағас эшкәртеүҙе, күләмле фанера, мебель, ярымфабрикаттар, төҙөлөш материалдары сығарыуҙы арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ошо документтарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ағасты, урман ресурстарын бәрәкәтле файҙаланыу тәьмин ителәсәк, энергия һаҡлап ҡалынасаҡ, импортты алмаштырыусы продукция күләмен арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Фанера комбинаттарының эшен яйға һалыу иҫәбенә киләһе йыл Башҡортостандың ағас эшкәртеү тармағы продукцияһын 5 миллиард һумдан ашыу кимәлгә еткереү күҙаллана.
Әле Өфө предприятиеларында яңыртыу эше бара. Производстволар үҙгәртеп ҡорола, технологик ҡорамалдар, автотранспорт, махсус техника һатып алына. Комбинаттарға инвестицияларҙың 90 проценты йүнәлтелде лә инде. Киләһе йылдың декабрендә уларҙың проект ҡеүәтенә сығыуы күҙҙә тотола.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад