Мәғлүмәттәрҙә хата булһа…21.11.2012
Кредит хәле банктар Кредит хәле бюроһына биргән мәғлүмәттәрҙән барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа ла техник хаталарҙың булыуы ихтимал. Ҡайһы саҡта заемсылар төрлө сәбәп менән финанс ойошмаһына аҡсаны түләп еткермәй. Һөҙөмтәлә ҙур ғына бурыс йыйыла. Бындай мәғлүмәттәр кредит хәлендә тулыһынса сағылыш таба һәм киләсәктә кредит алыуға ҡамасаулауы ихтимал.
Мәсьәләне ыңғай хәл итеү юлы бармы? Аҡса биреүҙән баш тартҡан банкка элегерәк төҙөлгән договор буйынса йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәүегеҙҙе иҫбат иткән документ тәҡдим итегеҙ. Ә банк, үҙ сиратында, мәғлүмәтте яңыртыу өсөн был документты Кредит хәле бюроһына тапшырырға тейеш.
Ҡасан да булһа кредиттан баш тартҡан йәки уны түләй алмаған кешеләргә мәсьәләне хәл итеү ҡыйынға тура киләсәк. Был осраҡта заем алыусы бурысын түләү юлы менән генә кредит хәле мәғлүмәттәренә ыңғай йоғонто яһай ала.
Кредит хәлендәге мәғлүмәт дөрөҫ түгел тип иҫәпләгән кеше бюроға ғариза яҙа ала. Кредит хәле бюроһы ғариза килгәндән алып 30 көн эсендә мәғлүмәтте тикшерергә тейеш. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса бюро мәғлүмәтте яңырта йәки уны үҙгәрешһеҙ ҡалдыра. Нисек кенә булмаһын, бюро ғаризаны ҡарау тураһында гражданға яҙма хәбәр итергә, уны ҡәнәғәтләндереүҙән баш тартһа, бының сәбәбен аныҡ әйтергә тейеш. Кредит хәле ҡабатлап тикшерелмәй. Уны ҡайтанан ҡарау буйынса граждан судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.
Теге йәки был кешегә кредит биреү-бирмәү мәсьәләһен финанс ойошмаһы үҙаллы хәл итә. Был осраҡта ышаныслы клиенттарға өҫтөнлөк бирелә.
Килешеү ғәмәлдә булған осорҙа банк менән бәйләнеште өҙмәҫкә тырышығыҙ. Бәхәсле мәсьәләләрҙе үҙ-ара хәл итегеҙ.
Заемсының хоҡуҡтары боҙолғанда Башҡортостандың Милли банкына (450008, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 3, “ҡыҙыу элемтә” телефоны: (347) 279-65-00, e-mail: [email protected]) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Кредит хәле бюроһына дәғүәгеҙ булһа, Рәсәйҙең Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәтенә (11991, Мәскәү, Ленин проспекты, 9) ғариза яҙығыҙ.


Вернуться назад