Республиканың иҡтисади хәле зарланырлыҡ
түгел — был турала вице-премьер Евгений Маврин республика хәбәрселәре менән үткән осрашыуҙа белдерҙе.
Бигерәк тә инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән хәл шатландыра: уның күләме йыл аҙағынаса 250 миллиард һумға етеүе ихтимал. Бындай уңышҡа тармаҡта башҡарылған эҙмә-эҙлекле сәйәсәт арҡаһында өлгәшелгән.
Халыҡтың йәшәү кимәле лә үҫә: төбәктә уртаса эш хаҡы 20 500 һум тирәһе, 2015 йылға ҡәҙәр уның 29 мең һумға тиклем етеүе күҙаллана. Эшһеҙлек, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 1,2 процент тәшкил иткән. Ә бына рәсми булмаған сығанаҡтарға ярашлы, ул ҙурыраҡ – 6 процент тирәһе. Инфляция иһә йыл аҙағына 4,5 процент тәшкил итеүе бар. Әммә ул да дөйөм ил күрһәткестәренән әллә ни артмай.
Беҙҙең ил иҡтисадының үҫеше донъяла тәбиғи сеймалға хаҡтар менән тығыҙ бәйле икәне берәүгә лә сер түгел. Мәҫәлән, нефткә хаҡ 60 долларҙан төшөп китһә, төрлө ҡатмарлыҡтар янаясағы көн кеүек асыҡ. Әммә министр белдереүенсә, ундай хәлгә әҙерлек күптән бара, шуға ла хәүефләнергә сәбәп юҡ тиерлек.
З. РӘШИТОВ.