Ҡариҙел һөтөнә ҡытлыҡ булмаясаҡ14.11.2012
Ҡариҙел һөтөнә ҡытлыҡ булмаясаҡХәҙер магазиндарҙа һөт ризыҡтарының ниндәйе генә юҡ! Кәштәлә ҡатығы ла, ҡаймағы ла, эремсеге лә, майы ла тулып ята, хатта ҡымыҙы ла бар — әйҙә, һайлап һатып ал! Ауыл етештереүселәре йәрминкәләрҙә лә әүҙем ҡатнашып, ҡала халҡын сифатлы һәм таҙа һөт ризығы менән ҡыуандыра.

“ТК Башагропром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡариҙел һөт заводы төбәкте генә түгел, республиканың күп кенә район-ҡалаларын үҙ продукцияһы менән тәьмин итә. 2006 йылда сафҡа ингән комбинатта тәүлегенә 10 тоннаға яҡын һөт эшкәртелә. Бында сеймалды ауыл хужалығы предприятиеларынан ҡабул итәләр. Тауары өсөн аҡса ваҡытында түләнгәс, етештереүселәр тап Ҡариҙел заводы менән хеҙмәттәшлеккә өҫтөнлөк бирә.
Әле бында һөт, кефир, ҡаймаҡ, эремсек, май, тағы ла ҡайнатылған һөт, эркет етештерәләр. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: һөт ризыҡтары экологик яҡтан таҙа һәм тәбиғи, химик матдәләр, консерванттар һис ҡушылмай.
– Шөкөр, продукциябыҙҙы яратып һатып алалар. Баш ҡалала үткән йәрминкәлә өфөләр күптәр араһынан беҙҙең һөт ризығына өҫтөнлөк биреп, эҙләп таба, – ти Ҡариҙел һөтөнә ҡытлыҡ булмаясаҡбаш технолог Людмила Нехороших. – Әлбиттә, киләсәккә уй-хыялдар етерлек, халыҡ өсөн эшләргә тырышабыҙ. Бөгөн продукцияны арлы-бирле етештерһәк, иртәгә үк ҡулланыусылар беҙҙән китәсәк, шуға ла сифатҡа иғтибар көслө.
Ысынлап та, ҡырыҫ баҙар шарттарында һәр эшкәртеүсе үҙ тауарын үтемле итергә тырыша, халыҡты йәлеп итеү маҡсатында яңынан-яңы продукция уйлап таба. Ҡариҙел һөт заводы эшсәндәре лә киләсәктә Адыгей сыры, йогурт кеүек ризыҡтар эшләүҙе яйға һалырға йыйына.
Етештереүҙә заманса технологияларҙы ҡулланалар, был үҙ сиратында продукцияла файҙалы һәм кәрәкле матдәләрҙең һаҡланыуына булышлыҡ итә. Заманса төрөү цехы кефирҙы, һөттө — бер литрлы, һөт өҫтөн 500 грамлы пакеттарға, эремсекте — 200, 400 грамлы, бер килограмлы, ҡаймаҡты 250 грамлы стакандарға ҡойоу мөмкинлеге бирә. Йәмғиәт әҙер продукцияһын район үҙәгендәге магазиндар, шәхси эшҡыуарҙар аша һатыуға сығара.
Әлеге көндә йәмғиәт эшсәндәре тәүлегенә 6 тонна һөт эшкәртә. Баш ҡаланың “Стелла”, “Ҡарлыман” күмәртәләп һатыу базалары менән килешеү нигеҙендә продукция сит тарафтарға ла ебәрелә. “Меркурий” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән дә дуҫтарса мөнәсәбәт булдырылған.
Бөгөн бында 30 кеше эшләй, коллективта күберәген йәштәр тәшкил итә. Ололар уларға һәр яҡлап өлгө күрһәтә.
– Эш һорап килеүселәр етерлек, хеҙмәт ресурстарына ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, – ти баш технолог Людмила Нехороших. – Аҡса ай һайын тотҡарлыҡһыҙ түләнә. Уңайлы шарттар булдырылғас, һәр кем эшкә байрамға ашыҡҡандай килә.
Самат ҒӘЛИН
Ҡариҙел районы.


Вернуться назад