Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы “Газпром нефтехим Салауат” компанияһына рәхмәт белдерҙе, сөнки ихтыяж ҙур булған карбомид, аммиак селитраһы, азот-фосфор-калийлы ашламаларҙы компания ауыл етештереүселәренә арзан хаҡҡа һатты.
Сәсеү осоронда минераль ашламаны алыҫ райондарҙағы келәттәргә ташыу бурысын да компания үҙ иңенә алғайны. Ашлама мәсьәләһе буйынса “ҡыҙыу элемтә” тәүлек әйләнәһенә эшләне, тип хәбәр иттеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән.
“Газпром нефтехим Салауат” төрлө райондарҙа келәттәр асты, ашламаны үҙ транспорты менән ташыны, сығымды ла, ваҡытты ла кәметеү, техниканы отошлораҡ файҙаланыу мөмкинлеген бирҙе”, тиелә хатта.
Бынан тыш, тупраҡты көҙ ашлау өсөн Башҡортостан аграрийҙары ашлама менән льготалы шарттарҙа тәьмин ителде.
Йәмғиәт продукцияның сифатын даими камиллаштыра. Сәсеү осоронда компания көкөрт ҡушылған азот-фосфор-калийлы ашлама ташыны. Нитратһыҙ ашлама үҫемлектәрҙең сифатын яҡшыртыуға, уңышты арттырыуға, уны оҙағыраҡ һаҡлауға булышлыҡ итә.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.