Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте нисек теркәргә?10.11.2012
Бындай төр ойошма үҙенең ябайлығы менән эшҡыуарҙар араһында үтә лә киң таралған. Уны теркәр өсөн иң тәүҙә ЯСЙ-ның уставын әҙерләргә һәм йәмғиәтте төҙөү тураһында мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Йәмғиәт ойоштороусыһы берәү булғанда еңелерәк төҙөлә. Ойоштороусылар икәү йә унан да күберәк икән – дөйөм йыйылыш үткәреп, протокол төҙөргә тура киләсәк. Устав әҙер булғандан һуң тегелә һәм шунда уҡ ғариза биреүсенең ҡултамғаһы ла алына. Уның ике төп нөсхәһе кәрәк икәнен оноторға ярамай. Быларҙы башҡарғас, ЯСЙ-ны теркәү тураһында документты тултырырға кәрәк, уның өлгөһөн Интернет селтәрендә табырға була. Ғаризаны ла тегеү мотлаҡ, әммә имза һалыу зарур түгел. Ҡултамға, дәүләт пошлинаһын түләгәндән һуң, нотариуста ҡуйыла. Шулай уҡ фирманы теркәгән өсөн дә аҡса түләргә кәрәк, уны банк аша башҡарырға була. Әгәр ябайлаштырылған һалым системаһы буйынса эшләргә теләһәгеҙ, был турала ике данала ғариза тултырырға тура киләсәк.
Шулай итеп, һеҙҙең ҡулда түбәндәгеләр булырға тейеш:

1. Уставтың ике төп нөхсәһе
2. Дөйөм йыйылыштың үтеүе йә йәмғиәтте төҙөү мәсьәләһенең хәл ителеүе тураһында протокол
3. Дәүләт теркәүе үтеү тураһында нотариуста теркәлгән ғариза
4. Бөтөн дәүләт пошлиналарының түләнгәнлеген дәлилләүсе квитанциялар
Был документтар менән теркәү үҙәгенә йүнәлегеҙ. Унда бер аҙ сиратта тороп, йыйылған документтарығыҙҙы тапшырырға кәрәк. Уларҙы яҡынса аҙна тирәһе ҡараясаҡтар. Бынан һуң һеҙ рәсми рәүештә теркәлгән эшҡыуар булып һаналасаҡһығыҙ.
Киләһе этап – банкта иҫәп асыу. Бының өсөн кәрәкле документтар теҙмәһе артынан тәүҙә үк финанс ойошмаһына барып килергә кәрәк буласаҡ. Ғәҙәттә, нотариуста теркәлгән устав күсермәһе, килешеү, иҫәп асыу тураһында ғаризағыҙ һәм башҡалар талап ителә торған. Бөтөн документтарҙы тултырғандан һуң тағы ла нотариусҡа юл тоторға тура килер.


Вернуться назад