Тормош шулай: һин план ҡораһың, ә ул, үҙ талаптарын ҡуйып, йәшәү-көнкүрешеңде бөтөнләй икенсе йүнәлешкә бора. Өфөлә һин дә мин эшләп, йәшәп ятҡан Анатолий Николаев менән дә шулай була. Уйламағанда-көтмәгәндә ҡулындағы дүрт балаһы менән яңғыҙ ҡала ул. Ни эшләргә белмәй, ҡаңғырып йөрөгәнендә инде егерме йылдан ашыу тоғролоҡҡа һыналған дуҫы Валерий Михайлов уны был юлы ла үҙенең ярҙамы һәм кәңәшенән ҡалдырмай.
Балаларҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеген ҡырҡ тапҡыр уйлағандан һуң, улар уртаҡ ҡарарға килә: Анатолийҙың үҙе өсөн дә, балаларға ла ауылда ҡулайыраҡ буласаҡ. Һәм улар тыуған ауылдары Семено-Петровскийҙы төйәкләргә ҡарар итә. Ата-әсәләре эшләп көн күргән күмәк хужалыҡтың күптән инде юҡҡа сыҡҡанлығын, ауылда уларҙы билдәһеҙлек көткәнен яҡшы белә дуҫтар. Уйлашҡандан һуң быуындан быуынға күсә килгән быйма баҫыу кәсебен тергеҙергә булалар.
— Ташта ла ағас үҫә, тиҙәр бит. Ошоноң хаҡлығына үҙ тәжрибәбеҙҙә инандыҡ, — ти ишле ғаилә башлығы Анатолий Николаев. — Ауырлыҡтан ҡурҡмаһаң, теләһә
ҡайһы эшкә тотоноп була. Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына килеп сыҡты, тип әйтеп булмай. Күп йөрөлдө, бихисап нәмәгә өйрәнелде.
— Эйе, Сибайға, Магнитогорскиға, хатта Татарстанға ла барып еттек. Ҡорамалдар ҙа, шәхси эште ойоштороп ебәреү өсөн тәжрибә лә кәрәк ине. Беҙ ҡайтҡан 2008–2009 йылдарҙа Мәләүездәге быйма баҫыу цехын япҡайнылар. Ул-был иткәнсе, уның ҡорамалдарын ырымбурҙар һатып алып бөткән ине инде. Беҙ шул ҡалған-һалғандарына ғына эләгеп ҡалдыҡ. Район етәкселәренә рәхмәт, субсидия менән ярҙам иттеләр. Әлбиттә, кредит алмайынса ла булманы. Инде, шөкөр, ауырлыҡтар артта ҡалды. Хәҙер, ҙур булмаһа ла, үҙ коллективыбыҙ бар. Тырышып, эшенә намыҫ менән ҡараған кешеләрҙе һайлап, туплап алғансы байтаҡ ваҡыт кәрәкте. Хәҙер даими эшләп йөрөүсе, ышаныслы һигеҙ кешебеҙ бар. Миҙгеленә ҡарап, тағы ла ете кешене яллайбыҙ, — тип дауам итеп алып китә Валерий Михайлов.
Йүнселдәрҙең хәҙер үҙ цехы бар: буш торған элекке балалар баҡсаһы бинаһын ҡуртымға алып, йөн тетеү машинаһын һәм башҡа ҡорамалдарҙы урынлаштырғандар, эш шарттарын йүнләгәндәр. Быйма баҫыу өсөн сеймалды, һарыҡ йөнөн Ырымбур өлкәһенән, Стәрлебаш районынан йөрөп йыялар. Үҙҙәре әйтеүенсә, эштә өҙөклөк булмаһын өсөн йылына 10 тонна йөн тупларға кәрәк. Етештергән быйма, ярым быйма, башмаҡтарға тирә-яҡта ихтыяж ҙур. Халыҡ быймасыларҙың сифатҡа ныҡ иғтибар биреүен белә. Хәҙер инде “Николаев” шәхси предприятиеһы етештергән продукцияның үҙ бренды бар. Берәрләп тә, күмәртәләп тә һатып алыусылар күп.
— Беҙҙең аяҡ кейеме иң кәмендә дүрт йылға етә. Быға тиклем быйма һатып алғандар уларҙың уңайлылығы менән айырылып тороуын билдәләй, — ти хужалар бер тауыштан.
Кәсепселәрҙең берәр пар башмаҡтары хатта Америка менән Голландияға барып еткән — районға килгән ҡунаҡтарға бик оҡшап ҡалған һарыҡ йөнөнән баҫылған үҙенсәлекле аяҡ кейеме.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.