Күптән түгел Бөрө районында бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡтың үҫешенә арналған кәңәшмә үтте. Сарала Башҡортостан эшҡыуарҙары хоҡуғын яҡлаусыларҙың, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, район хакимиәте вәкилдәренең һәм йүнселдәрҙең үҙҙәренең ҡатнашыуы бигерәк тә әһәмиәтле булды.
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил беҙҙә Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килде. 2012 йылдың июненән был юҫыҡта эшмәкәрлекте көйләүсе дәүләт органы ла булдырылды. Уның төп консультанты Екатерина Архангельская әлеге кәңәшмәгә килгәндәрҙе бизнес-омбудсмен шөғөлләнгән йүнәлештәр менән таныштырҙы.
Уныңса, вәкилдең вәкәләттәре һәм яуаплылыҡ даирәһе ҙур ғына: эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар үткәрә, халыҡтың мөрәжәғәттәрен ҡабул итә, хакимиәт һәм урындағы бизнес вәкилдәре менән аралашыу өсөн райондарға ла сыға. Ул шулай уҡ йүнселдәр менән бәйле төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә (урындағы власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән һөйләшеү аша) булышлыҡ күрһәтә.
Бизнес-омбудсмен эшҡыуарҙарҙан килгән ялыуҙарҙы тикшереп, дәүләт органдарынан мөһим мәғлүмәттәр, документтар, аңлатмалар талап итә ала, шулай уҡ улар менән бергә тикшереү эштәрендә лә ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Вәкилдең эш һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн ҡала һәм райондарҙа ярҙамсылары тәғәйенләнә, улар урындағы етәкселек менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә, шулай уҡ хакимиәттең эшҡыуарлыҡ буйынса төп кәңәшсеһе булырға тейеш. Ярҙамсыларҙың барыһына ла, был йүнәлештә белемен камиллаштырғандан һуң, таныҡлыҡтар тапшырыласаҡ, шулай уҡ күсмә тикшереүҙәрҙә ҡатнашыу хоҡуғы биреләсәк. Мәҫәлән, Бөрө районында омбудсмендың ярҙамсыһы итеп Татьяна Беспалова тәғәйенләнгән.
Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты директоры Зөлфиә Халиҡова Бөрөлә эшҡыуарлыҡты яҡлау үҙәге асылыуы тураһында хәбәр итте. Уларҙы “биләмәләрҙе үҫтереү командалары” тип тә атайҙар, һәм бындай үҙәктәр һәр төбәктә булдырылыр тип көтөлә. Төп маҡсат – бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡҡа бизнесты ойоштороу һәм алып барыу буйынса төрлө кимәлдә булышлыҡ күрһәтеү. Ысынлап та, бөгөн үҙ эшен асырға теләүселәрҙең күбеһе үҙен ҡара урманда аҙашҡандай хис итә, хатта тәжрибәле эшҡыуарҙар йырып үтә алмаған кәртәләр ҙә юҡ түгел. “Беҙҙең теләк – Башҡортостанда һәр бизнес вәкиленең үҙен уңайлы тойоуы”, – тине сығыш яһаусы.
Әммә әлегә бындай үҙәктәрҙең эш тәжрибәһе юҡ, шуға ла тәүҙә һорауҙарҙың айышына төшөнөү, иҡтисади хәл, эшҡыуарлыҡтың үҫешен тотҡарлаусы “кәртәләр” менән танышыу, көнүҙәк хәл итеү буйынса тәҡдимдәр һәм фекерҙәр туплау мөһим. Ошо маҡсатта Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшҡыуарҙар өсөн “ялыу китабы” булдырған.
Осрашыуға килгән йүнселдәрҙең барыһына ла ошондай китаптар таратылды һәм унда һәр тармаҡты үҙ эсенә алған мөһим һорауҙарға яуап биреү тәҡдим ителде. Бында Бөрө районында эшҡыуарлыҡ үҫешенә ҡамасаулаған “кәртәләр”, коррупция, һалым системаһы, енәйәтселек, инфраструктура, етештерелгән тауарҙы һатыу мөмкинлеге һәм башҡа бихисап мәсьәлә буйынса һорауҙар индерелгәйне. Һәр яуап ентекле тикшерелгәндән һуң республика башлығы ла улар менән танышасаҡ.
Осрашыу Бөрө эшҡыуарҙарын борсоған проблемалар тураһында ҡыҙыу фекер алышыу менән тамамланды. Бында йүнселдәргә ҡарата төрлө инспекциялар тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәрҙең саманан тыш ғәҙелһеҙлегенә, улар буйынса документтар менән танышыу мөмкинлеге юҡлығына ялыуҙар яңғыраны, яңы эш башлағандарға ярҙам күрһәтеүсе “старт-ап” программаһын да артабан көйләү зарурлығы тураһында тәҡдимдәр булды. Хатта эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы тураһында махсус китап сығарырға ла кәңәш иттеләр. Һәр тәҡдим сараны ойоштороусылар тарафынан иғтибарға алынды, тип өмөтләндерҙеләр был көнүҙәк осрашыуҙан һуң.
Винер ЙЫҺАНШИН.
Бөрө районы.