Ауылдан сыҡҡандарға Өфөлә төпләнеп китеүе еңел түгел. Эше табылһа ла, торлағы көс етмәҫтәй. Ҡағылып-һуғылып, ахырҙа тыуған төйәгенә кире ҡайтырға мәжбүр күптәр. Күгәрсен районының Һикһәнбай ауылы ҡыҙы Альбина Вәлиева ла, Себерҙә лә, Өфөлә лә тамыр ебәрә алмағас, уйға ҡала. Уҡытыусы аҡсаһына ғына фатир һатып алыу мөмкин түгел. Ике балаңды эйәртеп, кеше тупһаһын күпме тапарға була? Моғайын, ире ҡаршы килмәҫ. Уның да бит ирлек сәме, ғәре бар: үҙ нигеҙен ҡороу тураһында хыяллана. Ҡала егете булһа ла, ҡулынан эш килә. Иң мөһиме – балта эшенә маһир. Ауылда ла бына тигән итеп йәшәп алып китәсәк ул...
Руслан, әйтерһең дә, ҡатынының ауыҙынан ошо һүҙҙең сығырын көтөп кенә торған — ризалашыу ғына түгел, эләктерә һалып ала. Эйе шул, өй һалырҙар, мал аҫрарҙар...
Шулай итеп, 2008 йылда Ҡалайға (Һикһәнбай халыҡ телендә шул исем менән ҡалған) юл алалар. Егермеләп кенә йорт ҡалған ауыл, ундағы тормош-көнкүреш күңелгә бигүк ятып етмәһә лә, ауылдаштарына ҡарап, елкәң соҡор булмаһа, бында ла йәшәргә мөмкин икәнлеген аңлайҙар. Еңел автомобилдәрен һатҡан аҡсаға “ГАЗель” алып, әйберҙәрен тейәйҙәр ҙә Күгәрсенгә ҡайтып төшәләр. Буш торған алты мөйөшлө өйҙө һатып алалар. Кәртә лә, мунса ла юҡ. Тирә-яҡ — ҡола ялан. Иң тәүҙә өйҙө, ихатаны тәртипкә килтерергә кәрәк, ҡалғанын яйлап йүнләрбеҙ тип, ремонтҡа тотоналар. 13 баш башмаҡ һатып алалар. Һимертеп һатһаң, “тере” аҡса бит. Көтөүгә йөрөтмәйенсә, кәртәлә аҫрайҙар — мал шулай тиҙерәк һимерә. Иттәрен Күмертауҙа ҡуш ҡуллап алалар.
Яйлап ике һарай аяҡҡа баҫа. Крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыу уйы менән яна хужалар. Был юҫыҡта Интернеттан теләгән бер мәғлүмәтте табып була.
— Соҡона торғас, Әстрхан өлкәһенең сайтында “Племресурс” тигән программаға юлыҡтыҡ. Унда ҡуй һарығы үрсетеү тураһында һүҙ бара ине. Был турала Башҡортостанда берәй һүҙ алып барыламы икән тип эҙләнә торғас, Иглин районы сайтына барып инһәк, унда ҡуйҙар тураһында реклама бар, — тип көлөп иҫләй йәш фермер Альбина Закир ҡыҙы. — Шылтыратып һөйләштек тә киттек Иглингә. Алты баш һарыҡ, бер тәкә алып ҡайттыҡ унан. Ҡиммәт кенә икән: инәләре — етешәр, тәкәһе ун мең һумға төштө.
Тәжрибәһе булмағанлыҡтан, Альбина райондың ветеринария хеҙмәте менән аңлашылмаусылыҡҡа тарый. Баҡһаң, районға уларҙың рөхсәтенән тыш ситтән мал алып инергә ярамай. Бының өсөн штраф түләргә тура килә фермерға. Бәхетенә, һарыҡтары сәләмәт булып сыға. Әҙәм балаһы кеше хатаһында түгел, үҙенекендә яҡшыраҡ өйрәнә бит: хәҙер Альбина ветеринар талаптарының нимәнән ғибәрәт булыуын яҡшы белә.
Шуныһы ғәжәп: йәйен ҡуйҙарын ҡатын үҙе көтә. Эҫе тимәй, ямғыр тимәй, малдарын ваҡытында утлатып, ваҡытында һыулауға төшөрә. Ҡышҡа көр ингәндәренең бәрәстәре лә ҙур, сәләмәт булып тыуа.
— Меринос тоҡомло һарыҡтарым да бар. Улар менән сағыштырғанда, ҡуй бәрәстәре һыуыҡҡа сыҙамлыраҡ. Кәртәлә инәләре янында һин дә мин үҫтеләр. Ә меринос бәрәстәре бик сибек — өйгә алып инергә мәжбүр булдым, — тип, аҙмы-күпме тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша фермер. — Ҡыҙыҡ өсөн бер ҡуй тәкәһен һуйып ҡарағайныҡ, 37 килограмм ите, 9 килограмм майы сыҡты. Тимәк, нәҡ был тоҡом менән шөғөлләнеүҙе һайлап, яңылышмағанмын тип ҡыуанам.
Әле Альбинаның 51 баш ҡуйы бар. Ҡышын тағы ла үрсем аласағына өмөт тота ул. Ғөмүмән, ҡаланан ялҡып, ауыл эшенә йәне-тәне менән тотонған ҡатындың киләсәккә уй-ниәттәре ҙур. Элекке колхоз заманында ауылда 3000 баш һарыҡ аҫралған. Ниңә эште ошо йүнәлештә киңәйтмәҫкә?
— Ҡуй инәләрен 300 — 400 башҡа тиклем еткерергә уйлайбыҙ. 70 гектар ерҙе биш йылға ҡуртымға алырға ғариза яҙҙым. Элекке колхоздың машина-трактор оҫтаханаһын һатып алдыҡ. Ниәттәр ҙур ҙа ул, тик бына республикала һарыҡсылыҡ һәм кәзә үрсетеү буйынса берәй программа булһа, бәлки, ярҙам тойор инек... — тип уйҙары менән уртаҡлашты хужа.
Альбинаның уңғанлығына, өлгөрлөгөнә хайран ҡалырһың. Уйлап ҡараһаң, хужалығы башлыса уның иңендә бит. Ире ял көндәрендә генә өйҙә — Өфөлә төҙөлөштә ялланып эшләй, сөнки балалы ғаиләгә көндәлек “тере” аҡсаһы ла кәрәк. Ялдарында ҡайтып, ғаиләһенең тормош-көнкүрешен яйға һалырға тырыша: өйөнә йылытыу торбалары үткәргән, һыу селтәре булмаһа ла, душ кабинаһын да ҡуйған. “Мунса һалғанға тиклем душы ла ярар”, — ти ул, көлөмһөрәп.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.