Тәжрибә үҙәгенә әүерелде08.11.2012
Тәжрибә үҙәгенә әүерелдеБаймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы — райондың агросәнәғәт комплексы лидеры булып танылған ойошмаларҙың береһе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкселек иткән коллектив ысын мәғәнәһендә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү, уларҙан юғары продукция алыу буйынса бай тәжрибәгә эйә.

Аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, хужалыҡ баҫыу эшен тейешле ваҡытта һәм алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сығып, йылына күрә яҡшы уңыш йыйып алды.
Предприятие ҡеүәтле комбайн һәм техника паркына эйә. Быйыл бында йәнә бер “Полесье” мал аҙығы әҙерләү комбайны һәм “Омичка” сәскесе алынды. Техниканың төҙөклөгө, яңыларының һатып алыныуы баҫыу кампанияһын уңышлы атҡарып сығыу мөмкинлеген бирә. Урып йыйыуҙа игенселәр Мостафа Сәлихов, Закир Балхин, Альберт Шахморатов, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов һәм Рауил Сәғәҙәтов иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ашлыҡ ташыуҙа алдынғы водитель Йәмил Моталлапов һынатманы. Йәмил Үҙәнбаев етәкселегендәге ырҙын табағы коллективы, Миңзәлә Ишалинаның ашнаҡсылар бригадаһы үҙ эшен уңышлы башҡарған.
Малсылыҡты үҫтереү буйынса тирә-йүндә хужалыҡҡа тиңләшеүсе юҡтыр. Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ етерлек күләмдә әҙерләнгән. Әйткәндәй, хужалыҡта мал һанын арттырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла: тоҡомсолоҡ, зоотехния-селекция сараларына ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ тулайым һөт етештереү күләме буйынса ла районда Ленин исемендәге кооперативҡа етеүсе юҡ.
Хужалыҡ төбәктә тәүгеләрҙән булып “500 ферма” республика программаһында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Был тәңгәлдә эш башланған да инде, киләһе йылдан биналар реконструкцияланасаҡ. Был иһә коллективҡа яңы мөмкинлектәр асасаҡ: эш урындары артасаҡ, иң мөһиме — малсылыҡты юғарыраҡ кимәлгә күтәреү өсөн шарттар буласаҡ.
Уңыш сере — етәксенән, тигәндәй, хужалыҡ рәйесе Ғәлим Сәлимов заман менән бергә атлай, ауыл хужалығын үҫтереүҙең һәр яңы программаһын, алдынғы тәжрибәһен өйрәнә, кәрәк икән, ҡайҙалыр барып, күреп тә ҡайта. Шуға кооператив йылдар дауамында уңышлы эшләүен дауам итә, районда ауыл хужалығы тармағының флагманы булып тора.
К. ИШБУЛДИНА.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад